02.08.2011 Бәхет хаҡында
Бер ҡарт үлер алдынан улын саҡырып ала ла:
– Тиҙҙән икенсе донъяға күсәсәкмен. Шуның өсөн дә һинең бәхетле булыуыңды теләйем, – ти.
– Атай, – ти улы, – бәхетле булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Донъя гиҙ, – тип яуаплай атаһы, – шунда һиңә бәхетте нисек табырға өйрәтерҙәр.
ҡарт үлә, ә улы юлға сыға. Бына ул бер йылғаға килеп етә. Яр буйында ас, бик ябыҡ ҡарт ат йөрөгәнен күрә.
Ат, телгә килеп:
– Һин ҡайҙа юл тотаһың? – тип һорай.
– Бәхет эҙләп китеп барам, – ти егет. – Уны ҡайҙан табырға, бәлки, һин беләһеңдер?
– Тыңла әле, – ти ат. – Йәш сағымда бөтәһе лә мине маҡтай, ашата һәм эсерә торғайны. Хатта башымды ла бормай, аҙыҡты алдыма килтереүҙәрен көтөп тора инем. Эш хаҡында бер нәмә лә белмәнем, ә башҡаларҙа эшем булманы. Ер йөҙөндә минән дә бәхетлерәк ат юҡтыр, тип уйлай торғайным. Ә хәҙер ҡартайҙым, инде башҡаларҙың миндә эше юҡ. Шуның өсөн дә, йәшлегеңде һаҡла, тип әйткем килә. Тик мин һаҡлаған һымаҡ түгел. Бер ҡасан да һинең өсөн башҡалар эшләгәнде көтмә. Бөтә эште лә башҡара бел. Тирә-йүндәгеләрҙең шатлығына шатлан. Үҙеңдең мәшәҡәттәреңдән ҡурҡма. Шул сағында ғүмерең буйы эргәңдә мөхәббәт һәм дуҫлыҡ буласаҡ, бәхет тә бер ваҡытта ла яныңдан китмәйәсәк.
Егет ары китә. Һәм юлда ҙур йылан ятҡанын күрә.
– ҡайҙа китеп бараһың? – ти йылан.
– Донъя гиҙәм, – ти егет, – бәхетте ҡайҙан табырға икәнен белгем килә.
– Минең һиңә әйтер һүҙем бар, – ти йылан. – Ғүмерем буйы үҙемдең ағыулы уғым менән ғорурландым. Үҙемде бөтәһенән дә көслөрәк тип уйлай торғайным. Ни өсөн тигәндә, бөтәһе лә минән ҡурҡа ине. Һәм бына хәҙер үҙемдең дөрөҫ уйламағанымды төшөндөм. Мине бөтәһе лә күрә алмай. Хәҙер үҙем бөтәһенән дә ҡасам, барыһынан да ҡурҡам. Һинең ауыҙыңда ла уҡ бар – ул телең. Шул уғың башҡаларҙы юҡҡа саҡмаһын, кешеләрҙе юҡҡа рәнйетмә. Шул сағында инде Аллаһы Тәғәлә үҙеңә насип иткән ғүмерҙе ҡурҡыуһыҙ йәшәрһең. Һәм һиңә бер кемдән дә йәшенергә тура килмәйәсәк, бәхетеңде лә табырһың.
Егет юлын дауам итә. Бара торғас, ағаста ултырған ҡошто күрә. Уның асыҡ зәңгәр төҫтәге ҡауырһындары бик ныҡ ялтырай.
– ҡайҙа китеп бараһың? – тип һорай ҡош.
– Бәхетемде эҙләп китеп барам, – тип яуаплай егет. – Бәлки, һин беләһеңдер, уны ҡайҙан табырға була?
– Минеңсә, күптән юлдаһың, – ти ҡош. – Сөнки йөҙөң туҙанға батҡан, кейемең туҙып бөткән. Үҙ-үҙеңә оҡшамай башлағанһың. Юлыңда осрағандар хәҙер һинән икенсе яҡҡа боролорға теләй. Бәхеттең дә һинең менән осрашҡыһы килмәй. Кәңәшемде иҫеңдә тот: һиндәге бөтә нәмә лә матур булһын. Шул сағында инде тирә-яғыңда ла бөтәһе лә иҫ киткес хозур буласаҡ һәм бәхетеңде күрәсәкһең.
Егет өйөнә кире әйләнеп ҡайта. Хәҙер ул бәхет артынан бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәгәнлеген бик яҡшы аңлай.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА
тәржемәһе.