RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

26.07.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!

Ресторанда бер өҫтәл артында американ, ҡытай һәм йәһүд ултыра. Өсөһөнөң дә ашында себен йөҙөп йөрөй. Американ оло ғауға күтәргәс, ашын алып китеп, икенсене килтерәләр. ҡытай себенде ашап ҡуя, ә йәһүд үҙ ашындағы себенде ҡытайға һата.

* * *
– Һеҙҙең өйөгөҙҙә компьютер бармы?
– Компьютерым бар, әммә өйөм юҡ.

* * *
Әгәр атайың ярлы икән, тимәк, һин – уңыш­һыҙ кеше. Ә инде ҡайның ярлы кеше булһа, һин тома иҫәр.

* * *
Магазинда hатыусы бер ханыма:
– Был кәнфиттәрҙе алмағыҙ, улар иҫке, – ти.
– Эй, төкөрәйем дә, мин уларҙы барыбер табипҡа күстәнәскә бирәм бит,– тигән ҡатын.

* * *
Йәһүд йәш ир менән ҡатынға һатыласаҡ дачаһын күрһәтә. Һәм:
– Әйҙәгеҙ, былай итәйек, – ти. – Тәүҙә һеҙ үҙегеҙҙең хаҡты ҡуйып, дачаны күпмегә һатып алырға теләүегеҙҙе әйтер­һегеҙ. Бер рәхәтләнеп көлөрбөҙ ҙә, аҙаҡ үҙебеҙҙең хаҡты әйтеп, мәсьәләне нисек хәл итеү хаҡында һөйләшербеҙ.

* * *
Бер ир сексопатолог­ҡа килә һәм:
– Табип әфәнде, һеҙ беләһегеҙме, мин ҡатынымды шул тиклем яратам...
Табип:
– Юҡ, юҡ, юҡ, һеҙгә миңә түгел, ә психиатр­ға!

* * *
– Ниңә һин йыл һайын Сочиҙа ял итәһең ул?
– Унда бит дуҫтарым күп! Бына, мәҫәлән, Таня Иванова, Лена Петрова, Галочка Сидорова.
– О, һиңә ҡалай рәхәт.
– Бик рәхәт түгел шул. Дошмандар ҙа етерлек – Вася Иванов, Петя Петров, Гриша Сидо-ров...

* * *
Кем хаҡындалыр дөрөҫөн әйтеү еңел һәм рәхәт.

* * *
– Иҙрисов әфәнде, ҡатынығыҙ режиссер икән, тип ишеттем. Әле ниндәй әҫәр өҫтөндә эшләй?
– Ул өйҙә ғаилә өсөн сәхнә күренештәре өҫ­төндә генә эшләй.

* * *
– ҡәҙерлем, – ти ире, – өйҙә генә ултыр. Өйҙө йыйыштыр, керҙәреңде йыу, үтеклә, ашарға бешер. Әлегә һин – минең ҡатын, шуға ла эшләмәйәсәкһең.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)