19.07.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Бынауы ауыр заманда, бәләкәй генә эш хаҡы менән ошондай ҙа ҙур йортто нисек һалып сыҡтығыҙ?
– Шуның өсөн бит биш йыл ғүмеремде төрмәлә үткәрҙем.
* * *
Ике миллион һум ҡаҙна аҡсаһын урлаған иргә суд бара. Хөкөм ителеүсенең адвокатһыҙ, бер үҙе генә ултырыуын күреп, судья:
– Ни өсөн һеҙ яңғыҙ, ҡайҙа адвокатығыҙ, әллә үҙегеҙҙе-үҙегеҙ яҡлаясаҡһығыҙмы? – ти.
– Судья әфәнде, – ти ир, – ул аҡсаны мин үҙләштермәгәнде аңлағас та, адвокатым ҡасты...
* * *
– Хөрмәтле судья әфәнде, ант итеп әйтәм, бер нәмә лә урламаным, ғәйебем юҡ минең, – ти хөкөм ителеүсе ир.
– Һеҙҙең быға тиклем хөкөм ителгәнегеҙ булдымы? – тип һорай судья.
– Юҡ, – ти ир, – был минең тәүге урлашыуым...
* * *
– 369-сы һанлы хөкөм ителеүсе, ни өсөн һеҙгә береһе лә килмәй? Әллә бер туғанығыҙ ҙа юҡмы?
– Нишләп, бар. Бик күп улар. Тик бөтәһе лә бында...
* * *
Бер бур – икенсеһенә:
– Мин бер ваҡытта ла киләсәк хаҡында уйламайым.
– Дөрөҫ эшләйһең. Ниңә төрмә хаҡында уйларға?
* * *
– Һеҙҙең уйлағандарығыҙҙың бөтәһе лә законға ҡаршы килә. Үҙегеҙгә яңы адвокат ялларға, йә судьяны һатып алырға теләйһегеҙме?
– Юҡ, мин үҙемә яңы закон һатып алырға йыйынам.
* * *
Төрмә начальнигы бер һаҡсының тетмәһен тетә:
– 7-се камералағы хөкөм ителеүсе нисек ҡаса алған? Шуны аңлатығыҙ!
– Нисек тә нисек? Уның асҡысы бар ине.
– Асҡысты һеҙҙән урлағанмы ни?
– Ниңә урлаған? Ғәҙел рәүештә кәрттә отто...
* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәре руль артында ултырыусы йәш ҡыҙҙы туҡтата.
– Ниңә һеҙ юл ҡағиҙәһен боҙаһығыҙ, ҡыҙыл утҡа үттегеҙ бит?
– Бәй, бәй, ул ҡыҙылмы ни? Ә мин уны алһыу