05.07.2011 Мәҙәктәр
– Йәш саҡта йырлап ебәрhәм, hандуғастар hайрауынан туҡтай торғайны.
– ҡурҡыпмы ни?
* * *
Ике урта йәштәрҙәге ир hөйләшә.
– Ирҙең ғаилә башлығы икәнен ҡатынға бик тиҙ төшөндөрә белергә кәрәк, дуҫ кеше! – ти береһе.
– Ә нисек! Йоҙроҡ менәнме? – ти икенсеһе.
– Һин нимә, ниндәй йоҙроҡ? Мин, мәҫәлән, берәй көндө тотам да кер йыуыуҙан, өй йыйыштырыуҙан, аш бешереүҙән баш тартам. Икенсе көндө ҡатын алдымда hырпаланып ҡына йөрөй.
* * *
ЮХХДИ хеҙмәткәренең ҡулындағы таяғы өҫкә күтәрелһә, аҡса янсығы буш, тигәнде аңлата.
* * *
Бер ҙур фирма етәксеһе хеҙмәткәренә:
– Минеңсә, һеҙҙән бик яҡшы енәйәтсе сығыр ине, – ти.
– Ниңә улай тиһегеҙ? – тип аптырай егет.
– Сөнки һеҙ эшегеҙҙә бер ниндәй ҙә эҙ ҡалдырмайһығыҙ бит, – тигән етәксе.
* * *
– Эшеңдә нимә менән шөғөлләнәһең?
– Өйгә ҡайтырға теләйем.
* * *
– Шулай инде, йылдар буйы «Ламборджини»ға аҡса йыяһың да, көтмәгәндә кока-кола менән сникерс алаһың да ҡуяһың...
* * *
ҡалала уҡып йөрөгән улдарының хәлен белергә тип, иртә таңдан ауылдан килгән ата-әсәһе ул йәшәгән дөйөм ятаҡтың бер бүлмәһенең ишеген шаҡый. Эске яҡтан йоҡо аралаш тауыш ишетелә:
– Кем бар тағы?
– Ильяс Иҙрисов бында йәшәйме?
– Эйе, ярай шунда, ишек төбөндә ҡалдырып тороғоҙ, хәҙер үҙем индереп һалырмын, – тип ҡысҡыра егет.
* * *
Ике телеоператор һөйләшә:
– Был эш мине ялҡытты, – ти береһе: «Бынау ерҙән төшөр, тегенеһен эләктер, анауы ерен дә төшөрһәң, шәп булыр».
– Мин дә арыным ул эштән, – ти икенсеһе. – Әйҙә, рәхәтләнеп спектакль ҡарайыҡ.
– Һин нимә, өс сәғәт буйына дөйөм план ҡарап ултырырға, әллә аҡылыңдан яҙҙыңмы?
* * *
Тәрбиәле кеше бер ваҡытта ла ҡатын-ҡыҙҙан уға нисә йәш икәнен, ә ир-аттан нисек армияға бармай ҡалыуын һорашмай.