02.07.2011 Хоҙай барыһын да күрә
Бер көндө Муса ғәләйһис-сәләм Йәнәбел-Хаҡҡа мөрәжәғәт итеп: «Йә, Раббым, ғәҙеллегеңде күргем килә, күрһәтһәң ине», – тип ялбарҙы. Йәнәбел-Хаҡ уға бер тау янына барырға ҡушты.
Ул кеше һирәк йөрөй торған урын ине. Муса ғәләйһис-сәләм: «Йә, Раббым, был кешеһеҙ ер икән, ғәҙеллегеңде бында нисек күрермен?» – тип йәнә һораны. Йәнәбел-Хаҡ «Эй, Муса, сабыр ит», – тине. Муса ғәләйһис-сәләм тирә-яғына ҡаранып ултыра башланы. Шул мәлде алыҫтан бер атлы пәйҙә булды. Ул сабып килде лә тау итәгендәге шишмәнән атына һыу эсерҙе. Үҙе лә аттан төшөп, ҡулын, битен йыуырға уйланы. ҡамасауламаһын өсөн билендәге алтын янсығын сисеп, уны ергә ҡуйҙы, йыуынып алғас, әйберен кире алып ҡуйырға онотто.
Шул саҡта шишмәгә бер бала килде. Ул да һыу эсте, битен, ҡулын йыуҙы. ҡарашы алтын янсығына төштө һәм уны алып, һөйөнә-һөйөнә китеп барҙы.
Унан һуң шишмәгә таяғын ташҡа бәрә-бәрә һуҡыр килде. Ул да һыу эсеп алды ла, үҙ юлынан китеп барҙы. Ошо ваҡытта атлы, алтыны иҫенә төшөп, шишмәгә кире килде. Ләкин янсыҡты ҡуйған урынынан тапманы. Уның күҙенә һуҡыр кешенең китеп барғаны салынды. Атлы юлсыны яғаһынан эләктереп алып, һуғып ебәрҙе. Һуҡырҙан алтын янсығын талап итә башланы. Ул бер ниндәй ҙә алтын алмағанын аңлатты. Ләкин асыуынан ярһыған атлы уны үлтерҙе.
Муса ғәләйһис-сәләм был хәлгә ныҡ аптыраны. «Йә Раббым, хәҙер мин күргәндәр ғәҙеллек түгел, золомлоҡ», – тип йәнә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итте.
Йәнәбел-Хаҡ: «Был күргәндәрең бөтәһе лә ғәҙеллегемдер. Атлыға алтындарын онотторҙом. Сөнки улар бала хаҡы ине. Ул баланың атаһынан шул күләмдә бурысҡа алтын алып, атаһы үлгәс, балаға кире ҡайтарманы. Бала был хаҡта белмәне лә. Ә һуҡыр бер ваҡыт атлының атаһын үлтерҙе. Һин ғәҙеллегемде теләгәйнең, бына мин уны күрһәттем», – тине.
Хикәйәттән нәсихәт шул: беҙ ҡылған һәр бер ҡылығыбыҙ өсөн яуап тотабыҙ. Яманлыҡтарыбыҙ онотолор, тип уйламайыҡ. Сөнки һәр эшебеҙҙе иңебеҙҙәге ике фәрештә яҙып бара. Шуға күрә Аллаһҡа ғибәҙәттәр ҡылайыҡ, тәүбә итәйек, үҙебеҙҙән һуң да иманлы балалар ҡалдырайыҡ. Шул ваҡытта ғына Хоҙайҙың миһырбанлығына, ғәҙеллегенә өмөт итә алырбыҙ.