RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәүҙәт Ильясов: Мәйәрәнең йыры

02.07.2011 Йәүҙәт Ильясов: Мәйәрәнең йыры

1956 йылдың 18 июнендә булды был хәл. ҡояш байыр алдынан беҙ Аман-ҡотан һыртын артылып, алыҫ тау ауылына килеп еттек.
Машина шә-әп үзбәк артисткаһы «С»-ныҡы ине. Рулдә уның улы Әхмәт – сәнғәт училищеһы студенты ултыра. Улар йәйҙәрен үткәрергә ниәтләгән ҡышлаҡҡа яҡты күҙҙә барып етергә ашыҡты. Бәхетле осраҡлыҡҡа юлығып, ул машинала миңә лә – Ташкентта сыҡҡан бер гәзит хәбәрсеһенә – урын табылды. Зәрәфшан һыртының һутлы көтөүлектәрен күрергә ашҡынып, мин яҡшы юлдаштарға эләгеүемә ҡыуанып бөтә алманым.
Тауҙар!.. Болоттарҙан ашып киткән текәлектәр, зәңгәр томан тартылған тар үҙәндәр, һуйырташтарҙы йырлатып түбәнгә атылған йор шишмәләр бөгөнгөләй күҙ алдымда. Һорғолт битләүҙәрҙәге ҡышлаҡ баҡсалары йәшел таптар булып күренә, улар араһынан йылғыр һуҡмаҡтар борғолана, улар барыһы ла етеҙ шарлама өҫтөнән һалынған күперҙә килеп осраша.
Күперҙе үтеп киттек. Әхмәт машинаны кирбес йорт янында туҡтатты. ҡаршыға төркөм булып ҡараҡай ҡыҙҙар һәм шундай уҡ малайҙар йүгерешеп сыҡты. Күрәһең, был йортта ҡунаҡтарҙы күптән көтөп торғандар­ҙыр. Берәүҙәре өймәләмә бүләк тейәлгән кәрзиндәрҙе эләктереп алды, икенселәре ҡапҡаны шаран-яран асырға кереште. Студентыбыҙ «Победа»ны урам эсенә индергәнсе, беҙ актриса менән болдорға күтәрелдек.
Бында мин оҙон кәүҙәле сал кешене күрҙем. Ул яурынына һорғолт туҡыманан иркен тау халаты ябынған, ялтыратып ҡырылған башына күк ебәктән яулыҡ бәйләп ебәргән, ялан аяҡ йылтыр галош кейгән. ҡырлас танаулы ябыҡ йөҙөндә сабыр тулҡынланыу сағыла.
Ул әкрен генә алдыбыҙға килде. Актриса уны ихлас ҡосаҡлап үпте лә, миңә боролдо:
– Был – минең атайым.
– Инегеҙ, – тип тыныс ҡына өндәште ҡарт, мин бындағы йолалар буйынса ҡулымды күкрәк тирәһенә килтереп сәләмләгәс.
Оҙон юл йонсотҡайны, әммә ул кистә миңә тиҙ генә йоҡлап китергә тура килмәне. Юл туҙандарын ҡаҡҡылағансы, йолаға ярашлы, былау бешеп сыҡты. Унан һуң бик оҙаҡ сәй эстек, Хужа Насретдин мәҙәктәрен һөйләнек, Навои, Пушкин, Роберт Бернс шиғырҙарын уҡыныҡ һәм тикшерҙек. Бында «С» ханым үҙенең нескә шиғри тойомлауын күрһәтә алды. Берәүҙәр шиғырҙы бары һөйләй генә белә. Икенселәр һәр һүҙҙең мәғәнәһен тойоп, уны бар яңғырашында тыңлаусыға тәмләп еткерә ала. Ана шундайҙар иҫәбенән ине беҙҙең актрисабыҙ. ҡырҡтың уртаһындағы был аҡыллы һәм тыйнаҡ ҡатынға ҡарата миндә тәрән ихтирам уянды.
– Ә хәҙер, ҡыҙҙар, йырлағыҙ әле, – тигән тәҡдим индерҙе ул беҙҙең яндағы һылыуҙарға.
Бәрхәт түбәтәй кейгән егет най – һыбыҙғы алып, ирендәренә терәне. Мин тертләп киттем дә, тирә-яғымды байҡап алдым – янда ғына кемдер илап ебәрҙе, шикелле. Әллә ҡолағыма ғына ишетелдеме? Иңрәү тулы тауыш тағы яңғыраны. Шунда ғына янымда кеше түгел, ә һыбыҙғы илауын аңланым.
Ниндәй һағышлы моң! Ул бик борон­ғо заманда, фәҡәт ошонда, көньяҡ тауҙары ҡосағында, томра төндәрҙә кешеләр балсыҡ ҡыйыҡлы йорттар башында әлһерәп ятҡанда ғына тыуғандыр. ҡыҙ егетен көтә, таңға тиклем йоҡлай алмай. Әммә егете юҡ, ул хәҙер мәңге килмәйәсәк. ҡыҙҙың йөрәген һағыш баҫҡан – был донъяла йондоҙло төндә балсыҡ ҡыйыҡ башында йонсоған йән эйәһе – ул да кеше, ул да ҡайҙандыр сәләмдәр көтә. Моңо ярлы ғына көйҙөң, ҡараңғы баҡса буйлап өс-дүрт кенә төрлө нәҙек оҙон тауыш, берсә көсәйеп, берсә тынып ҡалып, иңләп йөрөй, тик улар һине үҙ ауына эләктергән, бар булмышыңды тултырған, һыҡтап ебәрмәҫ өсөн тештәреңде ҡыҫып ҡына ултыраһың.
– Был Мәйәрәнең йыры, – тип бышылдай актриса. Һыбыҙғы тауышына ҡыҙҙарҙың талғын тауыштары ҡушылып китә.
Йондоҙҙар яна. Атмаҫтыр был таң!
Төн буйы көтәм – ҡасан һуң
ҡайтаң...
Иркәләүгә сарсаған кешенең түҙеп торғоһоҙ йән әрнеүе, был тормоштоң ғәҙелһеҙлегенә ҡаршы аяуһыҙ яр һалыу яңғырай был йырҙа, хатта кемдеңдер саҡырыуына эйәреп, йоҙроҡтарҙы йомарлап ҡыҫып, әллә ҡайҙар­ға сығып олаҡҡы килә... Ул, ҡараҡай тау ҡыҙы, күҙ алдымда теп-тере булып баҫып тора, ҙур күҙҙәрен мөлдөрәтеп баға. Бәрхәт сәстәренән һыйпар өсөн ҡулдар үҙенән-үҙе һонола һымаҡ.
Тынлыҡ урынлашты, оҙаҡ дауам итте ул. Ниһайәт, мин һорай ҡуйҙым:
– Кем ул Мәйәрә?
– Мәйәрә күптән үлгән, ҡырҡ өс йыл элек, – тине актриса. – Ләкин уның хаҡында риүәйәттәр һаман йөрөй.
– Һөйләгеҙ әле!
– Миңә уның хаҡында һөйләүе ауыр, – актриса башын эйҙе. – Шулай ҙа һөйләмәйенсә булмаҫ. ҡайһы берәүҙәр: «Үткәндәрҙе иҫләргә ярамай, киләсәк тураһында уйлағыҙ», – тигән була ла, тик үткәндәрҙе һәр ваҡыт хәтерҙә тоторға кәрәк: ни булғанын белеп, беҙ бөгөнгө хәлебеҙҙе лә, киләсәкте лә асығыраҡ күҙ алдына килтерәбеҙ. Йә, тыңлағыҙ...

* * *
Мәйәрә атаһын да, әсәһен дә хәтерләмәй. Уға бер генә йәш тулғанда, ҡышлаҡта әллә ниндәй зәхмәт ҡуба. Күп халыҡты ҡырып һала был үләт. Мәйәрә лә шул ваҡытта етем ҡала. Әллә ниндәй ҡөҙрәт менән ҡыҙыҡай үҙе иҫән сыға. Әйтеүҙәренсә, Алланың яңғыҙ баланы ҡыҙғаныуы шул булғандыр. Сәлих мулла Мәйәрәне табып, өйөнә алып ҡайта.
– Изгелек иткән кешегә Алла үҙе лә шәфҡәтле ул, – тип аңлата ул халыҡҡа был ҡылығын. – Етемдәрҙе бәләлә ташламағыҙ.
Халыҡ, быны ишеткәс, Аллаға һәм уның ҡоло Сәлихкә тәҡбир әйтә. Мулла шулай уҡ урамдан етем көсөктәрҙе өйөнә ташып, аҙаҡ улары дәү һәм уҫал маъмайҙарға әйләнеп, уның байлығын ажарланып һаҡлағанын да онотоп тора кешеләр. Ана шундай көсөктәр менән бергә үҫә Мәйәрә. Ул мулланың ҡыҙҙарынан ҡалған ризыҡ менән туйына, уларҙың аламаһын кейә, биш йәше тулыр-тулмаҫтан хеҙмәтсе булып эшкә егелә.
– Шуны килтер!
– Ошоно илтеп ҡуй!
– Шулайт!
– Былайт!
Иртәнән кискә тиклем тик шундай бойороҡтар ғына яңғырай уның ҡолағында. Ун йәшенә еткәндә ҡыҙыҡайҙың иңенә барлыҡ өй эштәре лә өйөлә. Ул ихатаны һеперә, һыу ташый, өйҙө йыйыштыра, келәмдәрҙе ҡаға, һауыт-һаба, кер йыуа, еҙ һауыттарҙы ышҡып таҙарта, бәрәстәрҙе көтә, кәзәләрҙе һауа – иртәнән ҡара кискә тиклем сабауыллай. Бер төрлө һоро көндәрҙән аңы томаланып, иләҫләнеп бөтә. Ул үткәнен онота, киләсәген уйламай, барлыҡ йәшәйеше хәҙерге уңыш йә уңышһыҙлыҡтарҙан ғына тора башлай. Самауырҙы ҡом менән йышып, матурлап ҡуйғанда хужабикә – аяуһыҙ Нәзирә ханым тотоп әрләмәһә, быныһы ҙур уңыш. Тағы бер күмәс һынығына тейенә алһа – уныһы ла уңыш. Киптереп өлгөрмәгән яулыҡ өсөн йоҙроҡ эләкһә – уңыш­һыҙ көн инде.
Тик бер мәл Мәйәрәнең тормошонда ҡырҡа үҙгәреш булды. Ауыл байҙарының балалары үҫә башланы. Йүнле өйҙәрҙә ҡабул ителгәнсә, малайҙарҙы ғына түгел, ҡыҙҙарҙы ла әҙерәк уҡый-яҙа белергә өйрәтергә кәрәк ине. Уҡытыу Сәлих мулла йортоноң ҡатын-ҡыҙҙар яғында ойошторолдо. Нәзирә ханым әҙ-мәҙ ҡөрьән уҡый белә ине, был эш уға йөкмәтелде. Иртәнсәк бер төркөм аҫрау ҡурсаҡ һымаҡ кейенгән бай ҡыҙҙарын килтереп китә. Өс сәғәт самаһы, биттәрен китапҡа йәшереп, балалар төрки әлифбаһы хәрефтәрен ятлап ултыра:
– Әлеп, бей, тей, сей...
Уҡыу бик әкрен бара, сөнки нәҙберек бай балалары уйлай белмәй, үтә ялҡау. Нәзирә ханым, әлбиттә, уларҙы сыбыҡлай алмай. Ул һәр ваҡыт сөсө йылмайып ҡына мөғәмәлә итә:
– Бик яҡшы, балаҡайҙар. Ә хәҙер ял итеп алығыҙ.
Бына ошо уҡыуҙар Мәйәрә өсөн йәшерен, әммә оло байрамға әйләнде. Дәрестәр ул бығаса күргән бер нәмәгә лә оҡшамағайны шул! Өй эсендә тегеләй-былай сабыулағанда, уҡыусылар янынан үткәндә, ул ирек­һеҙҙән бер аҙға ғына туҡтар булып китте. ҡыҙсыҡтың күҙҙәре шар асыла был ваҡытта, йөрәге лепелдәй башлай. И-их, уға ла шул китапты тотоп










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)