02.07.2011 Сит тарафтарҙа солтан, ә үҙебеҙҙә?..
Яҡташыбыҙ, күренекле яҙыусы Йәүҙәт Ильясов хаҡында бер кәлимә.
Уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарынан башлап яҡташыбыҙ, яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе Йәүҙәт Хәсән улы Ильясовтың (1929 йылдың 16 февралендә Башҡортостандың Йәрмәкәй районының Исламбаҡты ауылында тыуған, 1982 йылдың 19 июнендә Ташкент ҡалаһында вафат булған) ижадын һәм тормош юлын өйрәнәм. Әйтергә кәрәк, әлегәсә әҫәрҙәре донъя күләмендә киң таралған, юғары баһаланған яҡташыбыҙҙың ижады үҙенең тарихи ватанында иғтибарҙан ситтә ҡалып килде.
ҡустым Хәиф Вәхит улы Гәрәев (1936 – 1994) – Ташкент метроһын төҙөүселәрҙең береһе: «Беҙҙең ауылдан Йәүҙәт исемле күренекле яҙыусы сыҡҡан бит, Үзбәкстанда йәшәй икән, һин белергә тейешһең», – тигәс, мин эҙләнә башланым. Тик был ижадсының фамилияһын белмәгәс, оҙайлы ваҡыт хатта республика китапханаһы фондтарында ла яҡташыбыҙҙың китаптарын таба алманым... һәм бына бер көндө тыуған районым Йәрмәкәйгә командировкаға барғанымда КПСС райкомының ул ваҡыттағы икенсе секретары булып эшләгән Вил Хажи улы Фәттәхов Исламбаҡтыла тыуған Йәүҙәт Ильясовтың ҡалын китабының үҙендә булыуын, уны иптәштәре уҡый-уҡый туҙҙырып бөтөүе хаҡында хәбәр итте... Фамилияһын белеп алғас, уның китаптарының бөтә баҫмаларын да тип әйтерлек табыу ҡыйын эш булманы.
Йәүҙәт Ильясов – боронғо Көнсығыш тормошо тураһындағы тарихи романдар, повестар, хикәйәләр, шиғырҙар, публицистик очерктар, шулай уҡ киносценарийҙар авторы. Урта Азия халыҡтары тарихынан бер нисә яҡшы роман һәм повестар авторы булғансы, ул үҙен төрлө профессияларҙа һынап ҡарай: йылҡы көтә, тракторсы, икмәк бешереүсе, үзбәк теле, рәсем, һыҙма уҡытыусыһы, рәссам, һыҙмасы, клуб һәм китапхана мөдире була, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге менән етәкселек итә.
Йәүҙәттең әсәһе яғынан ата-бабалары затлы башҡорт аҫабалары һәм тархандары, әйткәндәй, ярлыланған дворяндарҙан була. Әсәһе Сәйҙекамал Сәйәхетдин ҡыҙы Хисаметдинова балалар йортонда тәрбиәләнә. Үҫеп еткәс, йыйыштырыусы булып, тимер юлын ремонтлауҙа эшләй һәм башҡа эштәрҙе башҡара, әүҙем комсомолка спектаклдәрҙә һәм концерттарҙа ҡатнаша. Ғабдулла Туҡай менән Мәжит Ғафуриҙың әҫәрҙәрен мауығып уҡый, атайым Ғәбделвәхит Мөхәмәтгәрәй улы менән Кәрим Тинчуриндың «Һүнгән йондоҙҙар» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә бергә уйнауҙарын һәм тамашасыларҙың уларҙы ифрат тулҡынланып ҡабул итеүҙәрен бик йылы иҫкә алғайны. Йәүҙәт Ильясовтың «Песня Майры» («Мәйәрә йыры») исемле шиғри хикәйәһендәге ҡатын-ҡыҙ яҙмышы темаһын уға әсәһе биргән, унда ысынбарлыҡта күренекле шағирә була алған, ләкин батрачка сифатында ҡыҙғаныс хәлдә көн күрергә мәжбүр булған ҡатындың фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. Бында Мәжит Ғафуриҙың «ҡара йөҙҙәр» повесының да тәьҫире булғандыр, тип уйлайым.
Йәүҙәттең буласаҡ атаһы Хәсән Ильясов менән Сәйҙекамал апай Белорет металлургия комбинаты төҙөлөшөндә таныша. Уның ҡиммәтле йыһаз эшләүсе, ағас оҫтаһы булғанлығы ғына билдәле. Йәүҙәт тыуғас Хәсән ағай Исламабаҡты ауылына килә, ләкин беҙҙең колхозда һөнәре буйынса эш тапмағас, ҡабат Уралға йүнәлә, унда фатир алғас, ҡатынын һәм улын үҙ янына саҡыра. Ләкин Сәйҙекамал апай барырға ризалашмай һәм Йәүҙәткә өс йәш тулғанда, улар Үзбәкстанға барып сыға. Бында яңы ғаилә ҡорола. Йәүҙәттең үгәй атаһы Али Закиров икмәк бешереүсе була һәм үгәй улы уға пекарняла ярҙамлаша. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Сәйҙекамал апай улы менән тыуған ауылына ҡайта һәм мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләй, ә Йәүҙәт ат ҡарай. Минең Йәүҙәт менән осрашыуым ҡыҫҡа ғына булды, ни бары уның урыҫ телендәге тарихи китаптар менән бик ҡыҙыҡһынғанын иҫләйем. Бындай китаптар беҙҙең мәктәп китапханаһында, бигерәк тә уҡытыусыларыбыҙ Гәүһәр һәм Иҙрис Ноғомановтарҙың өйөндә шаҡтай күп ине.
Әсәһенең кәңәше менән малай Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә һәм ошо ваҡыттан әҙәбиәтсе Йәүҙәт Ильясовтың ижад юлы башланып китә. 1949 йылдан алып «Белорецкий рабочий» гәзитендә уның ҙур күләмле шиғырҙары һәм очерктары донъя күрә. Ул гәзит редакцияһында ойошторолған «Плавка» әҙәби берләшмәһенең әүҙем ағзаһы булып китә. Артабан «Ленинсы» – «Ленинец» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, тәржемәсе һәм хәбәрсе булып эшләүе буласаҡ яҙыусының ижад юлында мөһим этап була.
Йәүҙәт Ильясов шағир ҡадир Даян менән дуҫлашҡан. Уның балалар өсөн «Бүләк» исемле китабын («Подарок», Башҡортостан китап нәшриәте, 1958 һәм 1966 йылдар) һәм байтаҡ шиғырын урыҫсаға тәржемә иткән. Шағирҙың ҡыҙы Луизала Йәүҙәттең Ташкенттан яҙған 28 шиғыры һаҡланып ҡалған. Ауылдашымдың дуҫлыҡ даирәһенә шулай уҡ Зөлфәр Хисмәтуллин, Вадим Миронов, Роберт Паль, Евгений Рассказов, Павел Куликов һәм башҡалар ингән булған. Шул уҡ ваҡытта уның йәш шағирҙар, рәссамдар, китапханаларҙың эше хаҡында яҙмалары, һүрәтләмәләре, очерктары баҫыла һәм мәшһүр балерина Гүзәл Сөләймәнова тураһындағы «Солистка балета» («Балет солисы») тигән тәүге ҙур мәҡәләһе донъя күрә.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса Йәүҙәттең артабанғы тормошо Үзбәкстан менән бәйләнә. Унда ул үҙенең алыҫ үткәндәре хаҡында, Көнсығыштың боронғо замандарын күҙ алдына баҫтырған эпик әҫәрҙәрен ижад итә. «Ташкентская правда», «Комсомолец Узбекстана», «Физкультурник Узбекстана» гәзиттәренең, «Звезда Востока» журналының хәбәрсеһе, әҙәби хеҙмәткәре булараҡ бөтә Үзбәкстанды арҡырыһы-буйына йөрөп сығыуы, ҡырғыҙстан, Төркмәнстан, ҡаҙағстан һәм Тажикстанға барыуы уға бында йәшәгән, боронғо ата-бабалары үҙҙәренең азатлығын яҡлап күп ҡан ҡойған халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен, ғөрөф-ғәҙәттәрен тәрәндән өйрәнергә булышлыҡ иткән.
1956 йылда «Звезда Востока» журналы биттәрендә ауылдашымдың «Тропа гнева» («Нәфрәт һуҡмағы») исемле тәүге тарихи романы баҫыла. Унда массагеттарҙың Урта Азияға бәреп ингән фарсыларға ҡаршы көрәше хаҡында һөйләнелә. Романдың геройы Шираҡ, үҙен үлемгә дусар итеп, фарсыларҙың ғәскәрен сүлгә алып инеп китә һәм шунда юғалалар.
«Согдиана» романы иһә ҡасандыр бөгөнгө Урта Азия территорияһын биләгән һәм хәҙерге үзбәк, тажик, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡтарға үҙҙәренең боронғо мәҙәниәттәрен мираҫ иткән халыҡтарҙың Александр Македонский яуына ҡаршы көрәше тураһында һөйләй. Шуны әйтергә кәрәк, был романдың тәьҫире аҫтында ҡарасай-Черкес Республикаһы рәссамы Муса Абайханов «Не надо войны, Искандар!» («Һуғыш кәрәкмәй, Искәндәр!») тигән панноһын сүкеп биҙәкләгән, ә күренекле үзбәк йырсыһы Батыр Закиров «Барс из Согдианы» («Согдиана ҡапланы») операһының либреттоһын яҙған.
«Месть Анахиты» («Анахитаның үс алыуы») повесы тематик яҡтан беҙҙең замандан егерме быуаттар элек булған Рим хакимлығы дәүерендә яулап алыусыларҙың Көнсығышҡа походтары ваҡытына ҡарай. Ул Рим яулап алыусыһы Марк Лициний Крастың, был Рим легионерҙары башлығының хурлыҡлы еңелеүе һәм үҙенең дә һәләк булыуы менән тамамланған һуңғы походы тураһында.
«Черная вдова» («ҡара тол ҡатын») тигән ҡурҡыныс ҡушамат урта быуатта Хорезмдағы бер ҡала башлығының Гөлдурсен исемле һылыу ҡыҙына тағылған булған. Сөнки ул ҡаланы ҡамап алған монгол батшаһының улы Орду-Эчен хаҡына үҙенең ирен – ҡаланы обороналауға етәкселек иткән ҡурҡыу белмәҫ һуғышсыны үлтергән һәм яуыз рәүештә үҙенең батырҙарса көрәшкән ҡәрҙәштәрен яулап алыусыларға һатҡан. Ошо хыянат арҡаһында ҡала емерелгән. Был легенданы Йәүҙәт Ильясов үҙенең шул исемдәге повесына нигеҙ итеп алған.
«Пятнистая смерть» («Сыбар үлем») повесының нигеҙенә ирек һөйөүсе саҡ халҡының тыуған ер өсөн көрәшен етәкләгән ҡатын-ҡыҙ батша Томирис хаҡындағы боронғо хикәйәт ятҡан. Гражданлыҡ бурысы уның өсөн бөтәһенән дә өҫтөн һәм ул еңелеү белмәгән Кирҙы юҡ итеү хаҡына үҙенең һөйгән улын ҡорбан итә. Фрунзе һәм Ташкент сәхнәләрендә беҙҙең яҡташыбыҙҙың ошо повесы буйынса эшләнгән «Томирис» балеты күп йылдар барҙы. Ә «Узбектелефильм» студияһында шул исемдәге фильм төшөрөлдө һәм һуңынан Үҙәк телевидение аша ла күрһәтелде.
«Золотой истукан» («Алтын тораташ») повесының үҙәгендә хазарҙарға әсирлеккә эләккән һәм Көнсығыш менән Көнбайыш араһында туғандарса бәйләнеш кәрәклеген аңлап белеү юлында күп михнәт кисергән Руслан исемле славян егетенең яҙмышы тора.
Йәүҙәт Ильясовтың бай ижадында, һис шикһеҙ, яҙыусының трилогия булараҡ уйланылған, ләкин тамамланмай ҡалған төп китабының донъя әҙәбиәте классигы, атаҡлы шағир һәм ғалим Ғүмәр Хәйәм хаҡындағы ҙур танып белеү әһәмиәтенә эйә булған «Заклинатель змей» («Йыландар арбаусы») һәм «Башня молчания» («Тынлыҡ манараһы») тигән повестары айырым урын алып тора. Уларҙа ул ҡыйыу рәүештә фарсы һәм тажик шағиры, астроном, математик һәм философтың ҡатмарлы образын асыуға өлгәшә. Был әҫәрҙәргә һуңғы һүҙ авторы, филология фәндәре докторы, Фирҙәүси исемендәге халыҡ-ара премия (Иран) лауреаты Ш. Шамәхәмәтов яҙғанса, улар менән Йәүҙәт Ильясов Ғүмәр Хәйәмгә генә түгел, үҙенә лә һәйкәл ҡуйҙы. Бынан да анығыраҡ әйтеү мөмкин түгел.
Яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәре беҙҙе быуаттар һәм мең йыллыҡтар төпкөлөнә алып китеүенә ҡарамаҫтан, улар уҡыусыны тулҡынландырыуын дауам итә, беҙҙең «яңы сыуалыштар» заманына ауаздаш булып ҡала, сөнки уларҙа кешелектең мәңгелек һорауҙары күтәрелә: бай һарайҙарҙа һәм хәйерсе аласыҡтарҙа хөкөм һөргән мөхәббәт һәм нәфрәт, тоғролоҡ, юғары маҡсатҡа ынтылыш һәм түбән тойғолар.
Йәүҙәт Ильясовтың тәржемә өлкәһендә лә ҙур эшмәкәрлеген атап үтергә кәрәк. Күп милләтле дөйөм әҙәбиәтте үҫтереүгә үҙенең өлөшөн индереп, ул башҡорт, үзбәк, ҡарағалпаҡ, ҡырым татарҙары, ғәрәп һәм корея телдәренән урыҫ теленә бик күп уңышлы поэтик һәм прозаик тәржемәләр баҫтырып сығарған. Бер нисә исемде генә атап үтәм: Ғафур Ғөләм, Хамид Алимжан, Ж. Жаппаров, Саид Әхмәд, Х. Тажибаев, Мирмухсин, Миртемир, Аскад Мохтар, Уйгуне, Шухрат, А. Якубов, Р. Морад, Черкез-Али, А. Фаиз...
Ғаләм төпкөлөндәге һүнгән йондоҙҙоң нуры ергә килеп етә һәм әле тағы йөҙҙәрсә йылдар дауамында яҡтыра, тиҙәр. Беҙҙән мәңгелеккә киткәндәрҙең ерҙәге яҡтылығы һүнмәй ҡала. Был Йәүҙәт Ильясовҡа һәм уның ижадына тулыһынса тап килә. Ауылдашымдың фажиғәле рәүештә арабыҙҙан китеүенә 30 йыл тулып килә. Һәм мин үҙемдең ошо яҙмаларымды уның яҡты иҫтәлегенә арнайым. Хәҙерге көндә мин ҡыуаныслы тойғо кисерәм: Йәүҙәт Ильясовтың ижадына гүйә икенсе йәшлек йәне өрөлә. Китаптары яңынан баҫылып сыға башланы, радио һәм телевидение тапшырыуҙарында, интернетта уның хаҡында яңы мәғлүмәттәр күренде. Тимәк, яҙыусының ижади ғүмере оҙайтылды. Үзбәкстандың рус телле яҙыусыһы булып танылған яҡташыбыҙҙың әҫәрҙәре яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә баҫылып сыҡты. Уларҙың дөйөм тиражы – 2,5 миллион дана тәшкил итә.
Яҡташымдың бер генә китабын булһа ла уның тарихи ватанында Башҡортостанда баҫтырып сығарырға тырышып ҡарауым әлегәсә уңышҡа өлгәшмәне. Шулай ҙа «Ватандаш» журналында Йәүҙәт Ильясовтың «Песня Майры» хикәйәһе һәм «Заклинатель змей», «Башня молчания» повестары баҫылып сыҡты. Журнал редакцияһының яҡташыбыҙҙың әҙәби мираҫын башҡортостандар байлығы итеү буйынса күрһәткән инициативаһы хуплауға лайыҡ. Был минең дә хыялым, ауылдашым рухы алдындағы изге бурысым. Ә инде Мәскәү киносценарисы Сергей Кузьминыхтың Йәүҙәт Ильясовтың Ғүмәр Хәйәмгә арналған романдарын экранлаштырырға булған етди һәм изге ниәте яҡташыбыҙҙың ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы бермә-бер арттырасаҡ.
Яҙыусы яҡташыбыҙға арнап, ике тиҫтәнән ашыу мәҡәлә-очерк яҙҙым, уның ижады буйынса библиографик белешмә төҙөнөм. Исемен «Башҡортостан энциклопедия»һына индерә алыуыма ҡыуанам. Күренекле шәхестәрҙең береһе булған Йәүҙәт Хәсән улы Ильясовтың исемен нығыраҡ мәңгеләштерергә ине. Беренсе сиратта – Исламбаҡты ауылы китапханаһына уның исемен биреү һәм таҡтаташ урынлаштырыу. Район үҙәгендәге бер урам уның исемен йөрөтһә лә насар булмаҫ ине.
Бөгөн мине әҙиптең шәхси архивының яҙмышы борсой. Буласаҡ әҫәрҙәрҙең ҡараламалары менән бергә илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән килгән яуап һәм баһа хаттары һаҡлана. Быларҙың барыһы ла юҡҡа сығырға мөмкин. Сөнки Йәүҙәттең тол ҡатыны Анна Яковлевна Мигловец ҡаты ауырый һәм хәл белергә килеүселәргә архивты күптән алып китергә тәҡдим иткән.
Рифмир ГӘРӘЕВ,
библиограф, тыуған яҡты
өйрәнеүсе.