RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Йәйге кисте шиғри һүҙ йәмләне

28.06.2011 Йәйге кисте шиғри һүҙ йәмләне

Йәйге кисте шиғри һүҙ йәмләнеСтәрлетамаҡтың Гагарин исемендәге паркында поэзия һәм йыр-моң һөйөүселәр осрашты.
Исеменә есеме тура кил­һен тигәндәй, иртәнән алып төш ауғансы көн торошо бер ҙә ҡырыҫланманы, киреһенсә, көн үҙәгендә ҡояш та ныҡ ҡыҙҙырҙы. Тәбиғәт тә аңлай, кү­рәһең. Бөгөн бит ҡалабыҙ­ҙың Ю. Гагарин исемендәге паркында үҙҙәренең ши­ғыр­ҙарында, йырҙарында Баш­ҡортостанды, уның тәби­ғәтен данлаған шағирҙар, йырсылар, поэзия һәм йыр-моң һөйөүселәр осрашты.
Сара башланғас та, кисәне уҙғарыуға фатиха биргәндәй, ҡояш нурҙары аҫтында ямғыр көмөш тәңкәләрен һибеп үтте. Әйтерһең дә, ул барлыҡ донъяға ырыҫ-бәрәкәт һирпте. Тирә-яҡ сафланып, йәмләнеп киткәндәй тойолдо.
ҡала яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары Хәмит Ирғәлин сараға килеүселәрҙе сәләмләп, һәр кемгә күңелле ял итеп ҡайтыуҙарын теләне һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар менән таныштырҙы. Ул шулай уҡ шиғыр һөйөүселәр өсөн ошондай матур байрам ойоштороуға ярҙам күрһәткән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы З. Зиннә­туллинға, ҡала мәҙәниәт һарайы етәкселегенә һәм шағирҙарға оло рәхмәтен еткерҙе.
Шулай уҡ ҡотлау һүҙе менән ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге баш белгесе Гүзәл Мәҡсүтова сығыш яһап, сараны күңелле үткәреүҙәрен теләне.
Ошо мәлдә бөтә донъяны моңға күмеп, ҡурай моңо яңғыраны. Был моң берсә урман шаулауын, берсә сылтырап аҡҡан гәлсәр шишмәне хәтерләтеп, күңелдәрҙе тыуған яҡ хәтирәләренә сорнаны.
Халҡыбыҙҙа ҡунаҡтарҙы ололау йолаһы бар. Йола буйынса Өфө ҡунағы, күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары ҡәҙим Аралбаевҡа һүҙ бирелде. Ул Стәрлетамаҡта йыл һайын ошондай матур байрамдар уҙғарып, ҡала халҡын урындағы шағирҙар менән яҡындан таныштырыуҙың мөһимлеген билдәләне. ҡәҙим Аралбай ҡала тамашасыһына үҙенең Бөйөк Ватан һуғышында үлеп ҡалған атаһын юҡһынып яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Өфөнән килгән ҡунаҡтар араһындағы күренекле шағирәләр Әнисә Таһирова менән Тамара Ғәниева икеһе лә Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Студент йылдарында улар “Ашҡаҙар” түңәрәгенә йөрөп, ижад ҡанатын нығытып, хәҙер инде шиғриәт донъяһында үҙ урынын тапҡан. Улар һаман да йәшлек ҡалаларын өҙөлөп һағыныуҙары тураһында әйтеп, ҡаланың йылдан-йыл төҙөкләнә һәм матурлана барыуына ҡыуаныуҙарын белдерҙе. Тамашасыларға улар күңелдәренә хуш килгән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Кисәгә шулай уҡ Мәләүез ҡалаһынан шағирҙар Тимер Ниәтшин һәм Мәрйәм Күсмәева ла күстәнәс-шиғыр­ҙарын алып килгән. Бигерәк тә Мәрйәм Күсмәеваның
“Эй, ул йәйҙе! Һағынып осрашыу­ҙар
Әйтерһең дә төштә генә ҡалды…” тигән шиғыр юлдары тап ошо кисәгә ҡарата әйтелгән кеүек. Ысынлап та, шағирҙарҙың хистәргә бирелеп тыңларлыҡ, йөрәк түренән сыҡҡан берсә тетрәндергес, берсә һағышлы әҫәр­ҙәре берәүҙе лә ялҡытманы, ә бер тынала тыңланды.
Бында шулай уҡ ҡалала йәшәп ижад итеүсе Эльмира Сәсәнбаева, Земфира Муллағәлиева, Рәсим Рәхмәтуллин үҙ шиғырҙарын тамашасыға уҡып ишеттерҙе.
Кисәлә хисләнеп уҡылған шиғыр­ҙар ҡала мәҙәниәт һарайы артистарының күңелле йырҙары менән үрелеп барҙы. Ә СДПА студенты Лилиә Ғәлиәскәрованың моңло итеп “Сыңрау торна” йырын башҡарыуы көслө алҡыштарға күмелде.
Күренекле шағирҙар тәрбиәләнгән ҡалабыҙҙың илһам шишмәләре әле лә урғылып тора. З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында эшләп килгән йәш шағирә Рита Фәтҡуллина етәкселегендәге “Ашҡаҙар” түңәрәге быға асыҡ дәлил. Кисәлә был түңәрәккә йөрөп ҡәләм тирбәтә генә башлаған йәш шағирҙар Розалия Зарипова, Нәдир Манапов, Гөлсәсәк Әмирғәлина, Тимур Усманов, Гөлүзә Әхмәҙуллина шиғырҙарын тасуири уҡып ишеттереүе күңелдәргә яҡтылыҡ бөрктө кеүек. Күренекле шағир­ҙар менән бер рәттән, оло ижад майҙанына сығыу – уларҙы тағы ла яңы бейеклектәргә ҡанатландырыр. Шундай кисәләргә йәштәрҙе йәлеп итеү – ыңғай күренеш. Сөнки киләсәктә тап улар рухи донъябыҙҙы байытыуға үҙ өлөштәрен индерәсәк.
“Йәйҙең йәмле кистәрендә” кисәһендә ҡатнашыусылар тамашасыларҙың күңелдәрен үҙҙәренең тылсымлы һүҙҙәре менән арбап, зиһендәрен биләп, көҙгө муллыҡта тағы ла осрашырға вәғәҙә биреп ҡайтып китте.

Фәриҙә МӨХӘМӘҘУЛЛИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)