25.06.2011 Башҡорт шағиры ӘҪӘРҘӘРЕн төрөк донъяһы уҡый
Анкарала ТӨРКСОЙ тарафынан Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың төрлө йылдарҙа яҙылған 150-ләп шиғыры тупланған башҡортса-төрөксә китап та донъя күрҙе. «Был донъяны тотоп торған мөхәббәт» тип атала ул.
Мәжит Ғафуриҙың исемен мәңгеләштереү буйынса республикала байтаҡ эш башҡарылған һәм башҡарыла. Шағирҙың тыуған ауылы Еҙем-ҡаранда, баш ҡалала йорт-музейҙары бар, Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет, Дәүләкән, ҡаҙан, Кривой Рог, Снежинск ҡалаларында уның исеме урамдарға ҡушылған. Башҡорт дәүләт академия драма театры, Өфөләге ял һәм мәҙәниәт паркы, республиканың ул тыуған районы арҙаҡлы шәхесебеҙ исемен йөрөтә. Театр алдында һәйкәл дә ҡуйылған. Уның әҫәрҙәренә килгәндә, «ҡара йөҙҙәр», «Шағирҙың алтын приискыһында» повестары ғына ла ҙур әҙәби мираҫ булып тора. Әҙиптең әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән.
Төркиәлә лә уның тыуыуына 130 йыл тулыуға арнап китап сығарыуҙары бик әһәмиәтле. Башҡорт шағирына, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтенә ҙур ихтирам күрһәтеү ҙә был. Был юҫыҡта БР Мәҙәниәт министрлығының ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлиховтың өлөшө ҙур. Йыйынтыҡты төҙөүҙә шулай уҡ Мәжит Ғафури исемендәге төбәк-ара йәмәғәт мәҙәниәт фонды директоры Мадриль Ғафуров, фонд советы рәйесе Люциә Камаева, Ғүмәр Кючюкмәхмәтоглу ҡатнашҡан. Шиғырҙарҙы төрөксәгә шағирҙар Ғәли Аҡбаш, Ибраһим Тюркхан, Башҡортостан тәржемәсеһе Альберт ҡадиров, Әзербайжан шағиры Рәмиз Аскер тәржемәләгән.
Әйткәндәй, Анкарала Евразия яҙыусылары союзының «Кардеш калемлер» («ҡәрҙәш ҡәләмдәр») журналы былтырғы ноябрь һанын Мәжит Ғафуриға арнағайны. Унда танылған әҙибебеҙҙең 26 шиғыры һайлап алынып, тәржемә ителгән, шағирҙың тормошо һәм ижады тураһында мәҡәләләр урын алған. Журналдың тышында Мәжит Ғафуриҙың фотоһүрәтенән тыш Башҡортостандың символы – ҡурай сәскәһе лә төшөрөлгән.
Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.