25.06.2011 Әйтһәм, белеп әйтәм
ҒИЛЕМ
Белем ҡәҙерен белемле белер, гәүһәр ҡәҙерен сауҙагәр белер.
Йософ Баласағуни.
Белемле ир үлһә – исеме ҡала, белемһеҙ иҫән булһа ла, исеме – үлек.
Әхмәт Йүгнәки.
Бәхет билдәһе – белем.
Мәхмүт ҡашғари.
Ғилем – мәңге шиңмәй торған диңгеҙ.
Фәйзи Ғүмәров.
Үҙ алдыңа алған белемдән дә тосо һәм бәрәкәтлеһе юҡтыр ул.
Ғайса Хөсәйенов.
Уҡыу-яҙыу менән ҡоралланған кеше аңлы тормош ҡора ала.
Мәжит Ғафури.
Ғилем – бикле хазиналыр. Асҡысы бына ҡайҙа: иң дөрөҫ яуап табыуҙа иң ауыр һорауҙарға.
Рауил Бикбаев.
Көн һайын тултырмағанда, алған белем көн һайын кәмей, һайыға. Сөнки тормош көн, сәғәт, минут һайын үҫә, киңәйә, байыға.
Рәми Ғарипов.
Әҙәм башы ни эшләмәй был
донъяла!
Ғилем, аҡыл ижад итә ҙур
ҡеүәтте.
Әгәр бергә була икән белем,
аҡыл,
Был донъяла барынан да шул
ҡеүәтле.
Ғиндулла Усманов.
Бала саҡтан белгән кеше – ҡылды ҡырҡҡа телгән кеше.
Рәшит Назаров.
Наҙан менән биш көн тороу – йылға торош.
Аҡмулла.
Ғилем – сәсеүсе иләгендәге орлоҡтарға оҡшаш. Үҙегеҙгә мәғлүм: орлоҡ бәрәкәтле ергә сәселһә, тейешле тәрбиә алһа, дәррәү шытып сыға, мул уңыш бирә. Ғилемдең сәсеүлеге – кешенең аңы, зиһене. Аң-зиһен ни тиклем асыҡ, үҙенә төшкән орлоҡтарҙы ҡабул итергә ни дәрәжәлә әҙер булһа, үҙләштерелгән белем дә шул тиклем үк файҙалы булыр. Белем, фән – хәҡиҡәттең нигеҙендә ята…
Әхиәр Хәким.
Уҡыу кәрәк беҙгә иң элгәре. Ғ. Мәсғүт.
Ғилемде табырға тотҡарлыҡ булған нәмә – ялҡаулыҡ менән тәртипһеҙ барыштыр.
Мәжит Ғафури.
Белдекленән булдыҡлы шәберәк, белемленән ғилемле оҫтараҡ.
Ғайса Хөсәйенов.
Минең белгән – энә осо
тиклем генә,
Белмәгәнем – һыймай йыһан
киңлегенә.
Риф Мифтахов.
Һәр кеше, һәр бер ҡәүем һәм милләттең бәхетле булыуының төп сәбәбе белемдер. Ашлыҡтар өсөн ямғыр ни ҡәҙәр кәрәк булһа, әҙәм балаһы өсөн белем шул тиклем кәрәк. Кешеләрҙең дә белемлеләре менән белемһеҙҙәре шәриғәт алдында бер тигеҙ түгел.
Ризаитдин Фәхретдин.
Ғилем – бөтмәҫ хазиналыр –
урламаҫтар,
Эйәһенә зиннәттер ул –
хурламаҫтар;
Дошмандарҙы еңергә ҙур
ҡорал булыр,
Матди көстәр фәнгә ҡаршы
торалмаҫтар.
Ғатаулла Ғәлиев.
Рубриканы Факил МЫРҘАҡАЕВ алып бара.