21.06.2011 Бөгөнгө йәш быуынға беҙ күргәндәрҙе күрергә яҙмаһын
Тормоштоң дәһшәтле 1937 йыл өйөрмәләренең 19 мартында, көн менән төн тигеҙләшкән осоронда, Науруз байрамында, Биҙәүләт исемле ауылда тыуғанмын.
Әллә ни рәхәт күрмәй, арыу ғына йүгереп йөрөй башлағас, Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә һәм шунда уҡ һуғышҡа ир-егеттәр алына башлай. Беҙҙең атайға, тешһеҙ Ғиләжгә, һуғышҡа китергә сират етә һәм ул, ете балаһын ҡалдырып, 1941 йылдың декабрендә фронтҡа китә. Мин уның киткәнен әҙ генә хәтерләйем. Бик ныҡ һыуыҡ көн ине, өйҙөң бер ҡат тәҙрәләре боҙ менән ҡапланған, беҙ, бер нисә бала, шул боҙҙо ялап йәки өрөп иретәбеҙ ҙә, тәҙрәнән тыштағы бер төркөм халыҡҡа ҡарайбыҙ, улар үлемесле һуғышҡа китә, әллә ҡайта, әллә юҡ, тип уйлағанбыҙҙыр инде. Шулай булһа ла мин ялан аяҡ, ыштанһыҙ тышҡа йүгереп сыҡтым, атай ҡайҙалыр китә, айырылышҡы килмәгәндер. Ул ваҡытта аяғымдың баш бармағы шешкәйне, ул бармаҡ әле лә зәғиф, етмеште уҙһам да һаман бөтөн тырнаҡ үҫмәне.
Быға тиклем дә ярлылыҡ көслө булһа, һуғыш башланғас тағы ла көсәйҙе, иң ҡыйыны − аслыҡ өҫтәлде. ҡыш көндәрендә ҡояш булғанда Мостафаларға, Мөхәмәтнәзирҙәргә ялан аяҡ, урам буйында кипкән һыйыр тиҙәгенә баҫып тороп, аяҡ әҙерәк йылынғас, тағы ла йүгерә инем. Уйнарға тигән иҫәп менән барам, барғас, әллә ни уйнағы ла килмәй, ас кешенең уйы уйында түгел. Шулай ҙа ҡыш көнө әпәй булмаһа ла бәрәңге бар, тик ул туйғансы ашарлыҡ булмай, апрель – май айҙарында бөтә. Иң ныҡ аслыҡ шул ваҡытта башлана ла инде. Бәрәңге сәскәндә, уның күҙен генә алалар, ә уртаһы ҡала, уны ашарға була. Аслыҡ әллә нимәләр уйлап табырға мәжбүр итә, кешеләр бәрәңгенең күҙен балғалаҡ менән соҡоп алалар (әгәр ҡалаҡ табылһа) һәм шуны сәсәләр ине, ашарға бәрәңге үҙәге күберәк ҡала. Беҙҙең һигеҙ кешенән торған ғаиләгә бер һыйыр бар ине. Ул көнөнә 7 − 8 литр һөт биргәндер, шул һөттән хөкүмәткә лә бирергә, үҙебеҙгә лә эсергә кәрәк. Ул ваҡытта властың һөтләтә йыйырға мөмкинлеге булмағандыр, шулай булғас, ул майлата йыя ине, май ашамаһаҡ та, беҙгә сепарат һөтө тулыһынса ҡала ине.
Ул ваҡытта мәғәнәһеҙ (файҙаһыҙ) закондарҙың булыуы, урындағы совет етәкселәренең ҡурҡаҡлығы беҙҙең ауылдағы кешеләрҙең астан үлеүенә килтерҙе. Сөнки ауылыбыҙ эргәһендә буш ятҡан ерҙәр күп ине. Әгәр рөхсәт булһа, күпме теләйһегеҙ шул тиклем ашарлыҡ үҫемлек сәсегеҙ, тиһәләр, халыҡ сәсер, асҡа интекмәҫ ине. Шулай булһа ла бер йылды, Яҡуп йылғаһы яғында сиҙәмде һөрөп, кешеләр тары сәсте, беҙ ҙә сәстек. Уны утарға бара инек, тары ерендә бер бөртөк тә сүп үләне булманы, көҙ уны әсәй бөртөкләп урып, өйгә алып ҡайтып, бар булған сепрәк-сапраҡты ергә йәйеп, сыбағас менән һуҡты. Тарыһын килелә төйөп, бутҡа бешерҙе. Ул бутҡаның тәмлелеген белһәгеҙ, телеңде йоторлоҡ ине.
Май айында ашарға яраған бик күп төрлө үлән үҫеп сыға, уларҙы йыйыу өсөн бөтөн бала-саға урманға, аҡландарға китә, көнө буйы йөрөп, ҡапсыҡтарҙы тултырып ҡайталар. Бәләкәйерәк булһам да, мин дә бара инем. Бер ваҡыт мине ағайҙар эйәртмәҫкә булды, хәле юҡ, артта ҡала, йә юғалып ҡалыр, тиҙәр. Һин кесерткән йыйып, күмәс бешереп тор, тип ҡалдырып киттеләр. Кесерткән йыйып, уны һыуҙа бешерәм, табаны майларға май юҡ, ҡыш арлы-бирле май булғанда таба төбөн ышҡыған сепрәк була ине, шуның менән табаны ышҡыйым, шулай булғас кесерткән күмәсе янмай. Тегеләр ҡайтыу менән күмәскә тотона, улар урманда сей үлән ашап туйған да бит. Бер нисә көн үткәс, был эшкә ҡараш бик ыңғай булды, тәҡдиме өсөн апаны маҡтанылар һәм мин дә арымай башланым. Шулай булһа ла, бик ябыҡҡанмын, ахырыһы. Быны күреп, Фәсәхәт абыстай менән Ғәйникамал абыстай әсәйгә әйткән, Мәғзүрә еңгәй, Ғәзимйән улың бик ябыҡҡан, йә үлеп ҡуйыр, һин уға бер стакан ғына (ул ваҡытта стакандар бар ине, сөнки уны үҙебеҙҙең быяла заводы эшләй ине) булһа ла, тегеләренән артыҡ һөт бир, тигәндәр. Әсәй, нисек бер үҙен айырып эсерәйем, тигәс, уны иртән, һыйыр һауғас, тегеләре йоҡлағанда, саҡырып сығарып эсер тигән. Һәм шулай булды ла. Мин шул ваҡытҡа уянырға өйрәндем, әсәй һыйыр һауып бөтөүгә аҙбарға сығам һәм бер стакан һөттө эсәм дә, яңынан тегеләр янына йоҡларға ятам. Теге абыстайҙарҙың был эш буйынса тәжрибәләре булған, ахырыһы, уларҙың да күмәк балалары араһында шундай айырмалар булғандыр.
Һуғыш ваҡытында Мәскәүҙән, Ленинградтан беҙҙең районда, шул иҫәптән Ташлы ауылында ла, беҙҙең Биҙәүләттә лә эвакуацияланған ғаиләләр күп йәшәне. Күршебеҙҙәге Әбежөһөл әбейҙә лә Гриша тигән ҡарт ғаиләһе менән торҙо. Уларҙың бер төркөмөнөң килгәнен иҫләйем, Кәмилә әбейҙәр янында туҡтанылар (уларҙы ауылдың берәй кешеһе оҙата килгәндер), әйберҙәрен бушаттылар, барыһы ла илаша ине. Башҡа нәмәләре иҫтә ҡалмаған, кәнфиттәре иҫтә. Сөнки улар беҙгә лә, шунда йыйылған кешеләргә кәнфит таратты, ундай нәмәне ашап ҡараған юҡ ине, бик тәмле тойолдо.
Беҙҙең Ташлы ауылында, атайҙың бер туған апаһы Мәғфирә әбей Вәлиәхмәт исемле бабайы менән, әсәйҙең бер туған энеһе Ғәлийән ағайҙар йәшәй ине. Ғәлийән ағай һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан, беҙ уларға бара торғайныҡ. Уны һуғыштан ҡайтҡас, Ташлы ауылы сельпоһына рәйес итеп ҡуйҙылар, ул Сәйетбаба мәктәбендә һуғышҡа киткәнсе ун класс бөткән булған, ул ваҡытта бик белемле кеше иҫәпләнгән. Уларҙан аҡмаһа ла тама ине, ул ҡатыны менән генә йәшәй. Бая әйткәнемсә, шул уҡ малды тота һәм шул уҡ 15 сутый ерҙәре бар. Бер көндө шул Ғәмбәр апа менән Ташлыға барғайныҡ, шунда ҡундыҡ. Иртәгәһенә иртән апаға ике биҙрә, миңә бер биҙрә бәрәңгене тоҡтарға һалып, арҡаға биштәрләп аҫып, ҡайтып киттек. Ике ауыл араһы 14 саҡрым. Өс саҡрымын үткәс, Суходол ауылы эргәһенә, шишмә янына саҡ-саҡ килеп еттек, мин атлай алмай башланым. Апа алға бер аҙ бара ла, туҡтап, әйҙә, туғаным, атла инде, ти, ә мин атлай алмайым. Тоҡтан бер сей бәрәңгене алып ашап маташтым, ашап булмай. Ут яғып бешереп ашарға ҡайҙан шырпы табаһың, ул ваҡытта шырпы бөтөнләй юҡ. Шулай итеп, майҙың оҙон көнөндә, ҡояш байыр мәлдә көс-хәл менән ҡайтып еттек.
Шул уҡ йылдарҙа әсәй мине эйәртеп, әлеге Ташлыға алып китте, тамағына бер ашап ҡайтыр, тигәндер. Суходолды үткәс, һөҙәк кенә тауҙы менергә кәрәк, шунда тағы атлай алмай башланым, арыным. Әсәй мине елкәһенә ҡапсыҡ шикелле аҫып алып атларға мәжбүр булды. Ул юлда тауҙы менеп етәрәк, тар ғына ауыҙлы тәрән соҡорҙар бар ине. Мине шул соҡорға ырғытып китһә лә булған, бер тамаҡ кәмер ине, исмаһам. Ырғытып китһә, бер-ике сәғәт илар инем дә, үлер инем. Ул ваҡыттарҙа, балаң ҡайҙа булды, тип һораусы ла табылмаҫ ине. Сөнки һәр йортта күпмешәр бала, бала юғалғанын башҡа кешеләр белмәҫ тә ине. Мин был ҡот осорлоҡ хәл тураһында әрменән ҡайтҡас, байтаҡ эшләгәс, мотоцикл менән китеп барғанда туҡтап, шул соҡорҙарҙы ҡарап, тәмәке тартып уйланып ултырҙым.
Һуғыш, аслыҡ йылдарында күргән михнәттәр һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Бына тағы береһе. Әлеге Ташлы ауылында, яланда, тау баштарында, күп ерҙә бәрәңге ултыртылған (айырым кешеләрҙеке, быяла заводы эшселәренеке), унда ҡарауылсылар ҡуйылған. Шул ҡарауылсыларҙың береһе Әхмәтйән исемле еҙнәм ине. Мин берәй төрлө ашарлыҡ үлән осрарына өмөтләнеп, уға эйәреп яланға барҙым, ул ҡайҙалыр үҙенең биләмәләрендә йөрөгәндер, ә мин шунда ҡарауылсы ҡыуышы тирәһендә, яңы сәскә атырға маташҡан бәрәңгенең төбөн соҡоп арыш һаламы йыуанлыҡ бармаҡтар менән тырнап, турғай йомортҡаһы ҙурлыҡ бәрәңгеләрҙе алып сәйнәйем. Шул ваҡыт артымда бер урыҫ ҡысҡырып ебәрҙе, ниңә бәрәңгенең төбөн соҡойһоң, тигәндер. Мин ҡурҡышымдан аҫтыма ебәргән булыр инем, әммә ундай әйбер ҡорһаҡта юҡ ине. Ул урыҫ тибеп осорғансы, «папа караулшик» тип әйтеп өлгөрҙөм, шунан ул әрләшә-әрләшә китеп барҙы.
Бәрәңгенең бер төрлө лә ашалмай торған өлөшө булмаһын тип, әсәй уны мейес төбөнә һалып (тәгәрәтеп) бешерә ине, беҙгә, ете балаға, икешәр-өсәр бәрәңге бүлеп бирә, уны бик ғәҙел бүлә, бер бәрәңге саҡ ҡына ҙурыраҡ булһа, икенсеһе мотлаҡ бәләкәйерәк була, беҙ, ете бала, уны диҡҡәт менән ҡарап ултырабыҙ, был эштә хата ебәрелмәй.
Ауылда «Тауҙар» исемле колхоз арыш сәсте. Әсәй ураҡҡа йөрөгәндә беҙҙе, малайҙарҙы, үҙе менән яланға алып бара. Йәнәһе, уның урған усмаларын көлтә итеп йыябыҙ, ә иң мөһиме − арышты ыуып, бутҡа бешереп ашап тамаҡ туйҙырып ҡайтыу. ҡорһаҡ тулғас, усмаларын да йыйыша инек, аяҡтарҙы арыш ҡамылы сәнсеп, ҡанатып бөтөрә. Арышты өйҙәгеләргә алып ҡайтырға ярамай, ауыл осонда активистар ҡаршы алып тора, тентейҙәр. Башаҡты бер күлдәк аҫтына нисек йәшерәһең. Ыштан булһа, төбөнә йәшерергә булыр ине, уныһы юҡ, ә инде башаҡ менән эләкһәң, ун башаҡҡа ун йылға төрмәгә эләгәһең. Көҙ еткәс, бәрәңге сығарырға йөрөйҙәр ине, улар күнәктә бешереп ашаған бәрәңге алып ҡайта, кис була башлаһа, шул бәрәңгене ашау өсөн ҡапҡа төбөнә сығып, әсәйҙәрҙе көтөп ултырабыҙ. ҡараңғы төшөп бөтә, улар һаман ҡайтмай, шулай төнгә тиклем эшләткәндәр.
Бер йылды беҙҙең бәрәңге баҡсаһы артында ғына арыш баҫыуы ине, шул арыш әҙерәк емгә ултыра башлағас, уны йыйып алып ҡайтып утта өтөп ашағы килә. Ләкин күршелә генә ул арыш яланының ҡарауылсыһы Сания әбей бар, бик ҡурҡыта. Шулай булһа ла, бер көндө (Ғаязетдин ағай менән икәү) бәрәңге араһынан эйелеп кенә, кәртә араһынан арыш баҫыуына сығып, арыш йыйып алып ҡайттыҡ. Беҙ мейес алдына сыралар яғып, башаҡтарҙы өтә башлауға Сания әбей тәҙрә шаҡый (беҙ ишекте бикләп эшкә тотонғайныҡ), беҙҙең ул ваҡытта ҡурҡыуҙың сиге булмағандыр, башҡа закондарҙы белмәһәк тә, ун башаҡҡа ун йыл икәнде белә инек, ә беҙҙең егермешәр булғандыр әле. Әбей мөрйәнән сыҡҡан төтөндө күреп, беҙҙең нимә эшләгәнде белеп ингәндер, тип ҡурҡтыҡ. Ләкин ул, быҙауығыҙ китеп бара, арышҡа сығыуы бар, тип ҡысҡырҙы. Ул ваҡытта нишләп шул тиклем ҡурҡаҡ булғанбыҙҙыр, шуға бөгөн дә аптырайым, беҙҙе әсәйҙәр шулай ҡурҡаҡлыҡҡа өйрәткәндер, берәй насарлыҡ эшләмәһендәр, тигәндәрҙер.
Бер йыл бәрәңге орлоғо етмәү сәбәпле, баҡсаның артҡы өлөшөнә, 2 − 3 сутый самаһы ергә ҡайҙандыр арпа орлоғо табып сәстек. Арпа баш сығарғайны, көтөүе менән турғайҙар килә башланы. Ул ваҡытта башлыраҡ кешеләр ағастан бер төрлө шытырлауыҡ яһаны, ул нәмә беҙҙә лә бар ине, яҡтыра башлау менән шуны шытырлатып, арпа уртаһына баҫып турғайҙарҙы ҡыуҙыҡ. Ул арпа тиҙ өлгөрҙө, уны урып, йортҡа сепрәк-сапраҡ йәйеп, сыбаға менән әсәй һуғып, уны ҡул тирмәнендә тартҡандан һуң өйрә бешереп ашаныҡ. Бутҡаға бит ярма күп кәрәк.
Усаҡтағы утты һүндермәү ҙә беҙҙең өҫтә ине. Иртән янған күмерҙе күп итеп көл менән күмеп ҡуйһаң, бер нисә сәғәткә етә. Әгәр бөтә башлаһа, утын өҫтәп яндыраһың, күмерләнгәс, тағы ла күмеп ҡуяһың. Ә ауылыбыҙҙа башҡа бер нәмә лә булмаһа ла, утын күп ине, беҙ бер ваҡытта ла утынһыҙ йәшәмәнек, тау башында санаға тейәйһең дә өҫтөнә ултырып, йортҡа киләһең дә етәһең. Әгәр әсәй эштән ҡайтҡансы усаҡта утты һаҡлай алмаһаҡ, һоҫҡо тотаһың да урам буйына сығып, кемдә төтөн сыға − шуға бараһың.
Промартель булғас, беҙҙең ауылда үҫмер малайҙарҙан сабата яһаталар ине. Ул сабаталар завод-фабрикаларҙа, бәлки һуғыш яландарында ла кейергә эшләткәндәрҙер, унда беҙҙең эш юҡ, әлбиттә. Ун пар сабата үрһәң, беҙгә бер кило ниндәйҙер сифатһыҙ он бирә торғайнылар, уны келәт мөдире, сулаҡ Мансур ҡабул итеп, һәр парға йөҙ грамм иҫәбенән он бирә. Миңә бәләкәй булғас, әҙ-мәҙ йүкә әҙерләштерергә, киндерәһен ишергә ҡушалар, ҡатмарлыларын Зөфәр, Ғаязетдин ағайҙар эшләй. Шулай итеп, ете йәше лә тулмаған малай, сабата үрергә өйрәндем.
Көндәр үтә торғас, үләндәр сәскә атып ҡартайғас, ашарға ҡырҡа кәмей, шулай булһа ла төрлө еләк, муйыл өлгөрә. Муйылды бешер-бешмәҫтән ашай башлайбыҙ, уны биҙрәләп йыябыҙ, Ғибаҙы йылғаһы буйында күп бала-саға, әллә күпме муйыл ағасын йыҡтыҡ. Бына ниндәй ул аслыҡ ҡомһоҙлоғо. Шул ваҡыт урмансы Афзал һәм Таһир ағайҙар килеп сыҡты. Беҙҙе йыйып алып китеп, төрмәгә ултыртһалар ҙа булған. Беҙ балталарҙы аҫтыбыҙға һалып ултырған булдыҡ. Сөнки балтаһыҙ ҡалһаң, донъя бөттө, тигән һүҙ. Улар беҙҙе бер аҙ әрләп китеп барҙы. Ул ваҡытта кешеләрҙең һөйләүенә ҡарағанда, башҡа ерҙә урмансылар бик уҫал булған. Юғарыла әйтелгәнсә, ун башаҡҡа ун йыл биргән кеүек, рөхсәтһеҙ ҡырҡҡанға ла шундай ҡатылыҡ булған, ә беҙҙең ауылдың лесниктары сабатаға йүкә әҙерләгәндә лә, утын алһаҡ та, улай уҡ мәрхәмәтһеҙ булманы. Әммә урманда тәртип булырға тейешлеге хаҡында иҫкәртергә онотманылар.
Муйылды йомро көйө лә, килелә төйөп тә, киптереп, тирмәндә тартып та ашаныҡ. Иртәнге ашыбыҙ – муйыл менән сәй эсеү, ул ваҡытта шәкәрҙе тәмләп ҡараған юҡ. Муйыл менән ҡорһаҡты тултырҙыҡ та Ғәләлетдин ағай мине бысҡы тартышырға урманға Юлартҡан йырынына алып китте, ул унда һалабаш төшөрә ине. Мин мәсет уҫаҡлығына барып еткәс, хәл бөтөп, баш әйләнеп йығылдым. Аҙаҡ белеүемсә, муйылдың тосонда башты әйләндерә торған матдә бар икән. Бәшмәк ашап та бер ағыуланып үлә яҙғайным.
Аслыҡ йылдарҙа көндәлек ризыҡ шуларҙан ғибәрәт: иртән – сәй, ваҡытына ҡарап, кесерткән күмәсе, әгәр кисәгенән алып ҡала алһаҡ, төйөлгән муйыл, еләк. Төшкөлөккә − ҡатыҡ һәм үлән. Ниндәй үлән табаһың, шуны ашайһың, кесерткән йәки алабута күмәсе. Кискелеккә крахмалдан, бәшмәктән, балтырғандан, әсе ҡаҡынан (ваҡытына ҡарап) аш бешерәбеҙ, уны берәр ҡалаҡ ҡына һалып ашайбыҙ. Вәлийән туғаным үлән ашын нишләптер ашаманы, уға әсәй ҡатыҡты ике ҡалаҡ һала, ул уны ялап ҡына ҡуя ине, ә Мансур туғаныбыҙ барыһын да ашаны, ике-өс йәштә генә булһа ла бәләкәй сәйнүктәге сәй шамаһын да ашап ҡуя. Бер ваҡыт, сәй морононан сәй эсәм тип, ауыҙын, телен бешереп, бер нәмә лә йота алмай сирләп ятты.
Шулай итеп, ялан аяҡ, ыштанһыҙ, йәйен-ҡышын бер күлдәктә мәктәп йәшенә лә еттем. Ул ваҡытта йәйге, ҡышҡы кейем юҡ ине, өҫтөңдә йыл әйләнәһенә бер киндер күлдәк. Уны һабынһыҙ, көл иҙмәһендә генә йыуған ваҡытта, кипкәнсе, мейес башында ултырабыҙ. Быға тиклем беренсе класҡа һигеҙ йәше тулғандарҙы алалар, 1944 – 1945 уҡыу йылына етеһе тулғандарҙы ла алдылар. Мин дә ете ярым йәштә уҡырға барҙым. Беренсе сентябрь көндө, Ғәмбәр апа миңә, уртаға ҡырҡылған дәфтәр һәм үҙемдең бармаҡ оҙонлоҡ ҡәләм биреп, мин мәктәпкә киттем, ул ваҡытта ниндәйҙер сепрәктән тегелгән ыштаным да бар ине, ә аяғым яланғас. Туңдырып, ҡар яуа башлағас, сабата кәрәк булды. Ағайҙар, сабатаны үҙең дә яһай алаһың тип, яһап бирмәҫкә булды, Зөфәр ағай ҡалып эшләп бирҙе лә, үҙең үр, яңылышһаң күрһәтермен, тине. Шулай итеп, хәйерселек мине лә сабата үрергә өйрәтте.
Һуғыш ваҡыты булғас, ʺвоенное делоʺ дәресе бар ине. Уны һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтҡан ағайҙар уҡытты, уларҙы нишләптер йыш алмаштырҙылар, беҙҙе Зөфәр, Шәйхетдин, Абзалетдин ағайҙар уҡытты. Лиза Чайкина, Александр Матросов, Талалихин һ.б. геройҙар тураһында әллә нәмәләр ятлаталар ине. Ерҙән шыуышып йөрөргә, таяҡ менән штык һымаҡ итеп төртөшөргә, ағасҡа менергә өйрәтәләр. Хәл булмағас, уға айыу шикелле үрмәләп менеп булмай. Шул ваҡыт Абзал ағай ағас төбөнә һуға ла ебәрә. Класта һәр фәндән дә берәр генә китап ине, уҡытыусы уны насар уҡыған балаларға өйгә уҡырға биреп ҡайтара. «К» хәрефен өйрәнгәндә уҡытыусы, шул хәрефле һүҙ уйлап әйтегеҙ, тине, берәм-берәм ул хәрефкә һүҙҙәр әйттек. Рәйфә исемле ҡыҙ ҡулын күтәреп баҫып «кейәү» тине. «Һиңә кейәү тураһында уйларға иртә әле», – тип уҡытыусы уны ултыртып ҡуйҙы. Беренсе класты бөтөүгә, уҡытыусы ағайыбыҙ, балалар, һуғыш беҙҙең Еңеү менән тамамланды, бына оҙаҡламай атайҙарығыҙ, ағайҙарығыҙ ҡайтып етер, тине. Шулай булғас, минең атайым да ҡайта, мине атайлы малайҙар һәм ҡыҙҙар рәнйетеүҙән туҡтар, атай булғас минән ҡурҡырҙар, тип уйлайым. Атайлы бала − арҡалы. Ни тиһәң дә, атайҙы көтөүҙәр бушҡа булды, ул һаман да ҡайтманы, әсәйҙең дә әленән-әле бына атайығыҙ ҡайтыр, арыуыраҡ йәшәрбеҙ, тиеүҙәре бушҡа булды.
Ғәзимйән РАХМАНҒОЛОВ.
Ғафури районы,
Красноусол ауылы.