18.06.2011 Мәҙәктәр
«Ярамай бит»
Дауахананан ҡайтҡан күрше Тәнзилә апай һыулы ҙур күнәкте күтәреп, иҙәндән ултырғысҡа ҡуя. Шул мәлдә табиптың иҫкәртеүе иҫенә төшә: «Һеҙгә операциянан һуң ауыр күтәрергә ярамай, һаҡланығыҙ». Иҫкәртеүҙе хәтерләп, апай тиҙ генә тулы күнәкте ултырғыстан иҙәнгә төшөрөп ултыртҡан.
«Был ниндәй ауыл?»
Йонос ауылында ныҡ ҡына төшөрөп алған ир трактор менән күршеһенең картуф баҡсаһына барып инә. Уянғас, ул үҙенең ҡайҙа икәнен аңламай тора. Шунан үтеп барыусы кешеләрҙән: «Был ниндәй ауыл әле?»− тип һорай.
«ҡолаҡты яраһың»
Математика дәресендә уҡытыусы бер уҡыусыны таҡта янына сығара. Тегеһе, ауыҙына һыу уртлағандай, өндәшмәй тик тора икән. Уҡытыусы оҙаҡ ҡына көтөп ултырған да: «Әкренерәк һөйлә инде, ҡолаҡты ярып бараһың бит!»− ти икән.
«Айыу ҙа аҙығын еҫләндереп ашай»
Йонос ауылында Фәрит тигән ирҙең ағастары бысылмай өйө алдында ята торған булған. Күршеләре:
− Ниңә ағасыңды эшкәртмәйһең? Яртыһы сереп бөтә бит, − тип аптырай икән.
Иҙелбай ағай тыңлап торған да:
− Ғәжәпләнмәгеҙ, айыу ҙа аҙығын бер юлы ашап бөтмәй, бер өлөшөн еҫләндереп ашай, − тигән.
«Башы буш»
Һалҡын көҙ көнөндә бер ҡыҙ ялан баш йөрөй икән. «Эй, туңа бит, башы өшөйҙөр инде», − тигәндәр уға ҡарап.
− Өшөмәй, мәктәптә лә гел «икеле» билдәләренә уҡыны, буш бит уның башы! − тигән Рәфис ағай.
«Үҙемә берәү ҙә ҡалманы»
Бөйөк Ватан һуғышында булған Сафый ҡартты: «Ниңә һинең бер миҙалың да юҡ?» − тип ҡаңғыртҡандар. Ул былай тип яуап ҡайтарған: «Эй, ныҡ һуғыштыҡ, ниместәрҙе ҡырҙыҡ, Калинин бер тоҡ миҙал килтерҙе лә ҡулыма тотторҙо.
− Давай, Сафыйка, раздавай, − тине. Бүлешеп алып бөттөләр. Үҙемә берәү ҙә ҡалманы.
Гөлсирә ШАФИҡОВА.
Мәсетле районы,
Йонос ауылы.