RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Аҡ ҡайындар япраҡ ярған мәлдә йөрәгемдә моңдар ярала

18.06.2011 Аҡ ҡайындар япраҡ ярған мәлдә йөрәгемдә моңдар ярала

Үҙебеҙҙең Баймаҡ районы ижадсыларын әүҙемләштереү маҡсатында урындағы Р. Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ҡайындар, рух, моң, йөрәк, мөғжизә һүҙҙәренән торған дүрт юллыҡ шиғырға SMS-конкурс иғлан итте. Уҡыусыларыбыҙ әүҙем булып сыҡты: көн тимәй, төн тимәй SMS-тар яуҙыра башланы. Ун көн эсендә 125 SMS алдыҡ. Беҙ төндә тороп булһа ла шиғыр уҡырға әҙер инек, тик ул яҙылһын ғына! ҡайһы авторҙар хатта дүртәр, алтышар вариантта ижад иткән. Афарин! Мәктәп уҡыусыларының ғына түгел, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең дә битараф ҡалмауы ҡыуандырҙы. Статистик ҡылыҡһырлама эшләп, хайран ҡалдыҡ: иң йәш SMS авторы Баймаҡтан Динар Байегетовҡа 6 йәш булһа, иң ололары – Муллаҡайҙан 80 йәшлек Миҙхәт Байрамғолов менән 79 йәшлек Ғәйҙә Хәйбуллина. Конкурс иғлан иткәс тә ҡатын-ҡыҙҙарҙан ғына хәбәрҙәр килә башлағас, аптырап та ҡалғайныҡ. Бер нисә көндән яйлап ир-егеттәребеҙ ҙә ҡуҙғалды.
Шулай итеп, һеҙҙең иғтибарға ошо конкурсҡа килгән шиғырҙарҙың “иң-иң”дәрен генә тәҡдим итәбеҙ. Киләсәктә лә авторҙарыбыҙ әүҙем булһын, ижад ҡомарҙары һүнмәһен, илһам шишмәләре һайыҡмаһын, яңынан-яңы әҫәрҙәре тыуып ҡына торһон!

Айгөл Ишемғужина,
Р. Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе.


* * *
Аҡ ҡайындар япраҡ ярған мәлдә
Йөрәгемдә моңдар ярала.
Рух ныҡлығы ташламаһын беҙҙе
Мөғжизәле ошо донъяла!
Зәкиә ЮНЫСБАЕВА.
ҡаратал ауылы.

* * *
ҡайындарға ҡунған ҡоштар моңо,
Рухландырып күңелде өтә.
Йыл да килгән бер иш яҙ ҙа һуң
бит...
Йөрәк һаман мөғжизә көтә!
Илһамлы егет.

* * *
Бер мөғжизә ҡылып ҡарап торам,
Бөрөләнһә зифа ҡайындар.
Әйтерһең дә, рухым сәскә ата,
Йөрәгемдә тыуа йыр-моңдар.
Резеда УСМАНОВА.
Сыңғыҙ ауылы.
* * *
Рух ныҡлығы, йөрәк һағышы,
Ерем матурлығы бит ул ҡайындар!
Гүзәл тәбиғәттең моңо ла һин,
Бындай мөғжизә тағы ҡайҙа бар?
Филзә ДӘҮЛӘТОВА.
Иҫән ауылы.

* * *
Аҡ ҡайындар рух, моң өҫтәй
Минең ярһыу йөрәгемә.
Тик мәҙхиә йырлайым мин
Мөғжизәле төйәгемә.
Зөбәйлә МАННАПОВА.
Һаҡмар ауылы.

* * *
Яҙҙар етһә, туң ҡайындар иреп
Шартлап бөрө яра. Мөғжизә!
“Мөғжизәгә ышанырғамы?” – тип
Күктә моңһоу ғына ай йөҙә.

* * *
Бесәнлектә үҫкән ҡайындар
Әллә ҡайҙан рух бирә.
Йыр-моңло йөрәгемә
Мөғжизә алып килә.
Динар БАЙЕГЕТОВ, 6 йәштә.
Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
Йөрәк ярһыу, моң ағыла,
Рух күтәрелә. Мөғжизә!
Аҡ ҡайындар араларын
Икәүләшеп гиҙ генә!
Ғәйҙә ХӘЙБУЛЛИНА, 79 йәштә.
Муллаҡай ауылы.

* * *
Тирә-яҡҡа ҡарап күңел рухлана,
Яҙ еткәнгә йөрәк моңлана.
ҡайындарға ҡунып ҡоштар һайрай.
Үәт мөғжизә... ҡайҙан моң ала?!
Рәмзилә ЮЛГИЛДИНА.
ҡыуат ауылы.
* * *
ҡайындар ҡайғылы,
Рухым һағышлы,
Күңелем туңған,
Моңом юғалған.
Ә тиҙҙән яҙҙар етә,
Йөрәк мөғжизә көтә...
Гүзәл ИБРАҺИМОВА.
Таһир ауылы.

* * *
Мөғжизәле тыуған еремдә
Аҡ ҡайындарым шаулай.
Йөрәк түренән моң сығара
Тыуған еркәйем шулай.
Әлиә Ибраһимова, 2-се синыф.
Таһир ауылы.

* * *
Яҙҙар етә, ҡайындар уяна,
Япраҡ яра. Бына мөғжизә!
Йөрәккә моң тула, рух яңыра,
Аяҙ күктә ҡояш нур һибә.
Миңнур.
Күсей ауылы.

* * *
Бил-бауырҙан батҡан ҡайындарға
ҡояш һибә наҙлы йылыһын.
Мөғжизәләр көтә яҙҙан йыһан,
Рух, моң көтә әҙәм балаһы.
Әғләм ИШМОРАТОВ.
Һәмән ауылы.

* * *
Мөғжизә бит – аҡ ҡайындар иле,
Моңло уйҙар тыуа йөрәк түрендә.
Рухы ныҡлы башҡорт баш эйәме,
Ауырлыҡтар баҫһа ғүмер иңендә?!.
Рәмзиә ЯҪЫБАЙ.
Таһир ауылы.

* * *
Йөрәгемә йыр, моң, дәрт тә алам,
Рухи көс тә алам ҡайындан.
Аҡ, саф ҡына мөғжизәләй һындар
Арындыра барлыҡ ҡайғымдан.
Илнара.
Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
Үҙе бер мөғжизә бит
Тыуған яҡ ҡайындары.
Йөрәгемә рух өҫтәйҙәр
Башҡортомдоң моңдары.
Миҙхәт БАЙРАМҒОЛОВ, 80 йәштә.
Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
Тыуған яҡтың моңо – ҡайын моңо
Кешеләрҙе йөрөй оҙатып.
Бала саҡтан алып ғүмер буйы
Йә йырлатып, йә илатып.

Аҡ ҡайындар моңо илгиҙәрҙең
Рух шишмәһен торһа һуғарып.
Илһөйәрҙең йырлы йөрәккәйе
Мөғжизә – йыр йырлар, сығарып.
Эшһөйәрҙе ул моң дәртләндерһә,
Һөнәрендә бейек үрҙәргә.
Тел серҙәрен сискән телһөйәрҙәр
Илһамланып шиғыр һөйләрҙәр.
Фирҙәүес МЫРҘАБУЛАТОВА.
Сәйғәфәр ауылы.
* * *
Аҡ ҡайындар – тыуған ер
мөғжизәһе,
Рухи байлыҡ – күңел көҙгөһө.
ҡыҙҙар моңо – йөрәк сере.
Иң ҡиммәте – кеше ғүмере!
Нәғимә НУРҒӘЛИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.

* * *
ҡайынҡайым, ниңә моңһоуландың,
Йөрәккенәң ниҙән һыҙлана?
Ауыр саҡта мөғжизәгә ышан,
Рух ныҡлығын һаҡла, илама!
Р. АЗАМАТОВ.
Беренсе Этҡол ауылы.
* * *
Күңелемдә булғас рух ныҡлығы,
Йөрәгемдән моңдар ағыла.
ҡайындарҙан алып сабырлыҡты,
Мөғжизәләр көтәм тағы ла.
Нәсимә.
Аҡморон ауылы.

* * *
Яҙ – ул үҙе бер мөғжизә,
ҡайындар наҙлы көлә.
Күңелгә моң-рух өҫтәп,
Йөрәк ярһытып
Беҙгә мөхәббәт килә!
Роза ЮНЫСОВА.
Әмин ауылы.

* * *
Уяна бөрө... Йәшәү көсө унда!
Шул мөғжизәнән йөрәк талпына.
ҡышҡы селләләрҙе еңгән
ҡайындарҙы
Оҡшатамын рухлы халҡыма!

* * *
Әсә көтә улын, йөрәгенә төйнәп
моңон,
Доға – мөғжизә рухын нығыта.
Япраҡтарын эйеп, балаң ҡайтыр,
тиеп
Аҡ ҡайындар уны йыуата.
Гөлйемеш ИШМЫРҘИНА.
Ниғәмәт ауылы.

Көтөү
(Балалы яңғыҙ һылыуҡай)
ҡайынлыҡта Мәрйәм нимә көтә?
Рухы үлгән, йөрәк моңо юҡ.
Улы ғына көтә бер мөғжизә –
Эсмәҫ әсәй, өйҙә оно юҡ.
Шәфҡәт ӘБЙӘЛИЛОВ.

* * *
Донъялыҡта мөғжизәләр көтөп
ҡайындарҙан һорап илама.
Рух ныҡлығы һине биләрме һуң,
Йөрәгеңдә моңоң булмаһа?..
Нәфисә МӘМБӘТОВА.
Аҡморон ауылы.

* * *
Аҡ ҡайындар шыбырлашып
Тикшерәләр рухым ныҡлығын.
Моңға һыуһап тибә йәш йөрәгем,
Аңғарталыр мөғжизә булырын!
Гөлнара ҒАЙСИНА.
Ишбирҙе ауылы.

* * *
Кисерегеҙ мине, ҡайындар,
Мөғжизәне ситтән эҙләнем.
Тыуған ерем – рухи хазинам,
Йөрәк моңом һеҙҙә икән ул!
Миңзәлә.
Семеновское ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)