04.06.2011 Фәрүәз Әбдрәфиҡ.
Юл сатында
«ҡыҙғы» тигән яҙыу күреп,
Туҡтап ҡалдым юл сатында.
Шул ауылдан бер һылыуҙы
Яратҡайным йәш сағымда.
Хәҙер инде ҡартайғанмын,
Ә һөйөүем һаман да йәш.
Күҙ алдымдан китмәй әле
ҡыҙғылағы сибәр кәләш.
Күҙ алдымда тора яҙыу,
Уҡ күрһәтә ҡыҙғы яғын.
Юл сатында торған ҡартты –
Үҙ-үҙемде ҡыҙғанамын.
Артта яҙмыш ҡапҡалары,
Һул яғымда – хаталарым.
Уң яғымда ята ҡыҙғы –
Юл сатында ғүмер уҙҙы.
ҡояш-ҡ-айым
Тәү күргәндә һине, йәнем,
Мин йондоҙға оҡшатҡайным.
Йондоҙ нимә? Һин икәнһең
Көндөҙ – ҡояш, төндә – айым.
ҡояш буйлап әйләнеүҙән
Бер ҡасан да туҡтамайым.
Ерем менән мине урап
Әйләнәһең һин дә, айым.
Әйләнәбеҙ, бәйләнәбеҙ
Һинең менән йылдар буйы.
Ер, Ай, ҡояш араһында
Бара беҙҙең никах туйы.
Хоҙай үҙе доға уҡый,
Фәрештәләр бәхет теләй.
Аҡ болоттар аҡ юл булып
Алдыбыҙға йөҙөп килә.
Ә йондоҙҙар шатлыҡтарға
Һыймайынса атылалар.
ҡанатлылар беҙҙең туйға
Бейеклеккә артылалар.
ҡараңғылыҡ ҡасҡан күктән,
Күҙҙәреңдән күҙ алмайым.
Минең өсөн һин мәңгелек:
Көндөҙ – ҡояш, төнөн – айым.