RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

14.06.2011 Ватыҡ ваза

Ярлы егет бай ҡыҙға ғашиҡ була. ҡыҙ ҙа уға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә. Бер көн ҡыҙ егетте үҙенең тыуған көнөнә саҡыра.
Ата-әсәһе берҙән-бер ҡыҙҙарының тыуған көнөнә бөтәһе лә етеш йәшәгән, бик бай кешеләрҙе саҡыра. Улар бер-береһе менән ярышып ҡиммәтле бүләктәр алып килә. Һәр береһе үҙенең бүләге менән ҡыҙҙың һушын алырға теләй.
Ә ярлы студент үҙенең ғашиҡ йөрәгенән башҡа нимә бүләк итә алһын инде? Үкенескә күрә, бөгөн уның йөрәгенең хаҡы юҡ. Әлеге ваҡытта ҡиммәтле биҙәүестәр, алтын-бриллиант балдаҡтар, ҙур суммала аҡса һалынған конверттар модала. Ә йөрәкте конвертҡа һалып булмай шул... Нимә эшләргә? Студент бик оҙаҡ уйлай һәм уйлап таба.
Ул бик бай бер магазинға килә лә: «Һеҙҙә берәй ҡиммәтле, әммә ватыҡ ваза юҡмы?» – тип һорай. Бәхеткә күрә, ундай ваза табыла. Егет шатлығынан нимә эшләргә белмәй. Ул вазаны матур ҡағыҙға төрөүҙәрен һорай, ә үҙе кассаға ашыға.
Кисен һөйгәненең өйөнә бүләген күтәреп килеп етә. ҡунаҡтар үҙҙәренең бүләктәрен тапшыра башлағас, ул да ҡыҙы эргәһенә килеп, ҡотлау һүҙҙәрен әйтеп, бүләкте ҡыҙға тот­тор­ҙом тигәндә генә, яңылыш ҡулынан төшөрөп ебәрә һәм ваза иҙәнгә төшөп тә китә. ҡунаҡтар бөтәһе лә телһеҙ ҡала. Ә ҡыҙ тиҙерәк төргәкте иҙәндән күтәрә лә ҡағыҙын аҡтара башлай. Һәм бөтәһе лә шаҡ ҡата. Магазин һатыусылары вазаның һәр бер өлөшөн айырым ҡағыҙға төргән булып сыға. Бындай алдашыуға ҡыҙҙың ата-әсәһе һәм ҡунаҡтарҙың асыуы ҡабара. Ә егет оятынан нишләргә белмәй, ҡыҙарынып-бүртенеп өйҙән сығып йүгерә.
Тик изге һәм матур күңелле ҡыҙға ғына был ватыҡ вазаның һәр бер ярсығы килтерелгән бөтә бүләктәр­ҙән дә ҡәҙерлерәк тойола. Сөнки ҡыҙ уларҙа үҙен яратҡан егеттең йөрәген күрә.

Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)