31.05.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
– Ни өсөн Рәсәй армияһы дачаларҙы юлдарға ҡарағанда яҡшыраҡ төҙөй?
– Сөнки юлдарҙан буласаҡ дошмандар йөрөүе ихтимал, ә дачаларҙа генералдар йәшәйәсәк.
* * *
– Мин тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан уңмай инем, ә хәҙер улар минән уңмай.
* * *
– Британия ғалимдары: «2050 йылға беҙ 10 миллиард буласаҡбыҙ», – ти.
– Бер нәмә лә аңламайым. Беҙгә ни бысағыма 10 миллиард Британия ғалимы?
* * *
– Газ һәм нефть халыҡтыҡы, тиҙәр. Был аңлашыла. Ә бына халыҡ ни өсөн шундай ҙур хаҡҡа уны һатып ала? Быныһы аңлашылмай...
* * *
– Һин эштән ҡайтып ингәндә, ҡатының арҡаңа ҡыҙыл помада буялғанын күрә. Быны нисек аңлатасаҡһың?
– ҡәҙерлем, бер нәмәне лә кире ҡағырға йыйынмайым, әммә һин күреп тораһың, мин нисек тә унан ҡотолорға тырыштым, тип әйтәсәкмен.
* * *
– Әсәй, ысынлап та, мин төндә тыуҙыммы?
– Эйе, улым.
– Мин һине уятмағанмындыр, тип уйлайым.
* * *
Табип – пациентҡа:
– Һеҙгә тиҙ арала, диетаға ултырып, ауырлығығыҙҙы кәметергә кәрәк. Итте бик аҙ ҡулланығыҙ, татлы ризыҡтарҙан бөтөнләй баш тартығыҙ, икмәк-ҡалас ашамағыҙ, алкоголде һәм тәмәкене онотоғоҙ, ҡатын-ҡыҙ менән бәйләнештәрҙе биш тапҡырға ҡыҫҡартығыҙ. Эйе, һәм тағы ла иң мөһиме – тормошҡа шатланығыҙ, көлөгөҙ!
* * *
Әҙәбиәт уҡытыусыһы – студенттан:
– Әгәр ҙә һеҙгә ниндәй ҙә булһа тере йәки үлгән яҙыусы менән осрашып һөйләшергә тура килһә, кемде һайлар инегеҙ?
– Тереһен...