14.05.2011 “Үкенмәйем үткәнемә, Ҡан булһа ла уртымда:Туңдым, яндым. Сыныҡтым да, Тормош, һинең утыңда”
ҡайнай тормош
Тамъян ере тарих һаҡлай,
Шәхестәрен ил данлай:
Уңғандары уңыш яулай,
Тормошта артта ҡалмай.
Беҙҙә ҡыҙҙар сәскә кеүек,
Бейегәндә орсоҡтай:
Баҫҡан ерҙә ут сығарыр,
Рухи яҡтан улар бай.
Егеттәре ҡурай тотһа,
Донъя күмелер моңға:
Ситтән килгән тағы килер,
Юл төштө, тип Тамъянға.
Эй, тыуған ер! Ғәзиз ерем,
Шәхестәрең ил белә:
Шәғәле Шаһман төйәгендә
ҡайнай тормош − гөж килә.
***
Әхмәт ярмаһын түкте,
Малай булды шпион:
ҡыҙыу көрәш бәйгеһендә
Сәмле үтте, ти, уйын.
Уны тыңлап торған Ғата,
Әйтеп һалды үҙ уйын:
Тел хикмәтен белмәйһең шул,
Малайың, ти, чемпион.
Үкенмәйем
Тормош мине аяманы,
Бирҙе ҡайғы-шатлығын:
Һағыштарҙан һарғайһам да,
Йөрәгемдә − сафлығым.
Үкенмәйем үткәнемә,
ҡан булһа ла уртымда:
Туңдым, яндым. Сыныҡтым да,
Тормош, һинең утыңда.
Күңел йәш
Маңлайҙар һырланһа ла,
Сал баҫһа ла сәсемде.
ҡай берәүҙәр әллә ниңә
ҡат-ҡат һорай йәшемде.
Таң ата ла кис була,
Ғүмер үтә. Йәш ырай:
ʺӘйтсе, сере ни ҙә икән,
Һиндә һаман йәш сырайʺ, −
Тиеп, дуҫтар шаярталар,
Белһәләр ҙә йәшемде.
Ғүмерҙәр үткән һайын шул,
Күңел мәңге йәш инде.
Ниңә икән?
Терек һыуын кискәнем бар,
Йөҙгәнем бар Лесила.
Асфальт ярып, таш сатнатыр,
Йәйге селлә − эҫелә.
Чечен ере яҡын миңә,
Булғаным бар Аргунда.
Ниңә икән тау илендә
Тыныслыҡ юҡ һаман да?
Көтмәгәндә бомба шартлай,
Йә атыу тауыштары:
Аһ… тағы ла ҡорбан булды
Кемдең ғәзиз баштары?..
Уралымдан сал Кавказға
Яҡын да түгел ара:
Бында − һуғыш. Илдә − теракт,
Кем күрер икән сара?..
Үпкәләмәм
Йомаҡ бабай тиҙәр мине,
Әйтһендәр, әйҙә, әйтһендәр.
Мине яҡын үҙ иткәндәр,
Шаяртһындар, йөҙәтһендәр.
Ә шулай ҙа күңел өсөн
Тик бер йылы һүҙ әйтһендәр.
Серле йомаҡ сискәнемде
Һағынып көн дә көтһөндәр.
Үпкәләмәм. Дуҫтар мине
Әйтһәләр, йомаҡ бабай, тип.
Берүк әйтә күрмәһендәр,
Тормошта йомоҡ бабай, тип.
Ғүмер буйы әтәсләнде,
Аңламаны әйткәнде:
Әтәс ҡушаматы алып,
Хайран итте бар ғәмде.
Сәрүәр ҒӘЛӘҮӘТДИНОВ.