07.09.2010 Үәт, ҡыҙыҡ!
Зоопаркта.
– Әсәй, был маймылмы инде?
– Юҡ, улым, был бит кассир.
* * *
– Беләһеңме, күршекәйем, хәҙер этем бөтөнләй ялҡауланды.
– Ә нимә булды?
– Элегерәк ул урамға сығыр өсөн үҙенең ҡайышын алып килә ине, ә хәҙер машина асҡысын килтерә.
* * *
Әтәс тауыҡ аҙбарына дөйәғош йомортҡаһын тәгәрәтеп алып ҡайта ла:
– Мин һеҙҙе тәнҡитләргә теләмәйем, хөрмәтле ханымдар, әммә ҡарағыҙ әле, башҡалар нисек эшләй? – ти.
* * *
Тумыртҡа томшоғо менән ағасты туҡылдата. Унан ябалаҡ килеп сыға ла, асыулы тауыш менән:
– Һеҙ бер аҙ шымыраҡ ҡылана алмаҫһығыҙмы икән? Мин төнгө сменала эшләйем, – ти.
* * *
Тәүге балалары тыуғас, ата-әсәләр – сабыйҙың бөтә әйберҙәрен дә, икенсеһе тыуғас, тик имеҙлектәрен генә ҡайната, ә өсөнсөһө донъяға килгәс, имеҙлекте эҫе һыуға ғына тығып алалар. Ә инде дүртенселәре тыуғас, баланың имеҙлеген өйҙәге эт алып ҡасып кимерә икән, уны нисек итеп үҙенә кире ҡайтарыу – баланың үҙенең эше.
* * *
– ҡәҙерлем, һин нимә хаҡында хыялланаһың? – ти ҡатыны.
– Мин, – ти ире, – диңгеҙ, яхта, ҡояш хаҡында хыялланам һәм һин эргәлә һыуға батып бараһың.
* * *
– Атай, ниңә һаҡлау ваҡыты үткән йогурт йәшелләнә?
– Ул, улым, – тигән атаһы, – тыныс йәшәп ятҡан бактериялар йәшел төҫтәге хәрби кейем кейә һәм биологик ҡоралға әйләнә.
* * *
– Эй, – ти, – ҡатыны иренә, – беҙ юҡҡа ғына ҡыҙыбыҙҙың пирсинг эшләтеүенә ҡаршы килгәнбеҙ икән. Хәҙер танауында балдаҡ булғас, шунан ғына тартып, иртән йоҡонан уятыуы бик яйлы.
* * *
«Беҙҙең менталитеттың айырмаһы: һәр кем, әгәр була ҡалһа, һуғышҡа барырға әҙер. Әммә армияға барырға береһе лә әҙер түгел».