RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Шатлыҡ бөрккән йәйғорон да күрҙек, Йәшенен дә күрҙек, күп күрҙек...»

12.04.2011 «Шатлыҡ бөрккән йәйғорон да күрҙек, Йәшенен дә күрҙек, күп күрҙек...»

Милләт менән милләт һайрашҡанда
Азат Башҡортостан халыҡтарына
Бер үк күк аҫтында тыуғанбыҙ беҙ,
Бер төйәктә ғүмер итәбеҙ.
Бер тупраҡтың ризығын ашап,
Бер йылғаның һыуын эсәбеҙ.

Нисә ҡара – бер үк йондоҙ яна,
Бер үк сулпан балҡый һәр иртә.
Хозурланып бер үк ай йылмая,
Бер үк ҡояш беҙгә нур бөркә.

Бер тупраҡҡа тамған күҙ йәшебеҙ,
Бер тупраҡҡа тамған тиребеҙ.
ҡан тамыры менән мәңгелеккә,
ҡушылып үҫкән тыуған еребеҙ.

ҡара ҡайғыларҙа ҡара ла көйөп,
ҡалдыҡ көлгә, ҡалдыҡ күмергә,
Ләкин тыуған ерҙең икмәгендәй,
Дуҫлыҡ керһеҙ булды ғүмергә.

Шатлыҡ бөрккән йәйғорон да күрҙек,
Йәшенен дә күрҙек, күп күрҙек...
Яу йәшене, яу дауылы аша
Илгә беҙ тыныслыҡ килтерҙек!

Заманалар имен, ә шулай ҙа
Зар илата донъя ҡытлығы...
Мәгәр бирешмәбеҙ, сөнки көслө
Халыҡтарҙың ихлас дуҫлығы.

Дуҫлыҡ булһа, илдә иман була,
Ер ҡотайып, арта һиммәттәр...
Ана шуға дуҫлыҡ ҡояшына
Ынтылалар бөтә милләттәр!

Күп быуаттар буйы дауам иткән
Уларҙың бит һүнмәҫ эҙе бар.
Сал тарихта һүнмәҫ эҙ ҡалдырған
Сая рухлы ғорур һәр милләттең
Ватанына әйтер һүҙе бар.

Шул милләттәр ғәмен ишетерме
Киң Рәсәйҙең зирәк ҡолағы?
Ишетмәһә, халыҡ йөрәгенә
Ах, уйылыр һағыш юлағы!

Милләт менән милләт һайрашҡанда
Күңелдәргә шатлыҡ сорнала.
Әйтегеҙсе, дуҫтар, әйтегеҙсе,
Татыулыҡ һәм тоғро дуҫлыҡтан да,
Тыныслыҡ һәм имен тормоштан да
ҡәҙерлерәк ни бар донъяла?!
ҡурсырға

Яҙ бөрөһө ергә яралғандыр
Шаулай-шаулай япраҡ ярырға.
Сулпан яралғандыр, һәр таң балҡып,
Донъя йөҙҙәренә бағырға.
Көмөш инеш ергә яралғандыр
Тау-таштарҙы ярып ағырға,
Болот яралғандыр, күкрәй-күкрәй,
Шифа ямғыр булып яуырға.
Гөл-сәскәләр ергә яралғандыр
Һәр тарафҡа хуш еҫ бөркөргә,
Елдәр яралғандыр илдән-илгә
Дуҫлыҡ сәләмдәре илтергә.
ҡоштар яралғандыр, рәхәтләнеп,
Һауаларҙы айҡап осорға,
Әҙәм яралғандыр үҙ төйәген
Йәшәртергә, мәңге ҡурсырға!

Бәхет ҡошо ҡунһын

Ил өҫтөндә мәңге айырылмаҫлыҡ
Илле дуҫың булһын!
Тормош ағасыңа, һайрай-һайрай,
Бәхет ҡошо ҡунһын!

Тиң-тош мәрәкәһен күтәрә бел,
Һис тә кенә тотма,
Йөрәгеңде боҙҙар туңдырһа ла,
Дуҫҡа сырай һытма!

Мәгәр дуҫ битлеген кейеп алған
Дошманыңдан һаҡлан!
Ундай ике йөҙлө яһилдарға
Бикле булһын ҡапҡаң!

Дуҫлыҡ ҡанат йәйһә

Йән серҙәрен бергә бүлешергә
ҡамыштары була күлдәрҙең.
Ғишыҡланып шашып һайрай торған
Былбылдары була гөлдәрҙең.

Тереклек донъяһына ҡөҙрәт биргән
Салт ҡояшы була көндәрҙең...
Һылыу ҡыҙҙар һымаҡ көлөп торған
Йондоҙҙары була төндәрҙең.

Ғорурлыҡты мәңге юлдаш иткән
Бөркөттәре була тауҙарҙың.
ҡыйыулығы менән ил данлаған
Яугирҙары була яуҙарҙың!

Мең-мең күңелдәрҙе тоташтырған
Тылсым көсө була дуҫлыҡтың.
Бар ҡитғала дуҫлыҡ ҡанат йәйһә,
Йөҙө ҡанһырамаҫ ҡылыстың,
Ырыҫтары артыр тормоштоң!
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)