RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк

02.04.2011 Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк

Һәр ауылдың, һәр төбәктең үҙ Хужа Насретдины, үҙ Ерәнсә сәсәне, үҙ Үлмәҫбайы бар, тибеҙ. «Хужа беҙҙең арала» исемле бәйге ауыл мәҙәктәре, ғаилә көләмәстәре, лаҡаптар хаҡында. Төрлө тарафтарҙан «хужа»лар үҙҙәренең сәләмдәрен ебәреп тора. Мәҙәктәрҙе гәзит уҡыусылар бик яратып ҡабул итә. Яҙғы баҡса, сәсеү мәшәҡәттәре башланмаҫ борон тағы ла ебәрегеҙ, бергәләп көләйек. Һеҙҙән мәҙәк – беҙҙән бүләк.
Март айында «Йәшлек» гәзитенең логотибы төшөрөлгән футболка менән үҙенең үҙенсәлекле мәҙәктәре менән көлдөргән дә, аптыратҡан да Лена ХӘЙРУЛЛИНА (Мәләүез ҡалаһы) бүләкләнә. ҡотлайбыҙ!

Детей много
Морҙағол ағайым «Беларусь» тракторында Салауат ҡалаһына бара. Үҙе менән Райхана еңгәмде лә ала. Еңгәмдең ҡалаға беренсе барыуы икән. Әсәйем миңә бер тоҡ картуф ебәрә. Дөйөм ятаҡҡа картуфты ҡалдырып сыҡҡас, ашханаға инәләр. Былар ашап ултырған өҫтәлгә бер табаҡ бөйөрөк килтереп ҡуялар.
Тамаҡтарын ялғап алғандан һуң, ағайым тракторын ҡыҙҙырыр­ға сығып китә. Еңгәм, Морҙағол бала­лар­ға күстәнәскә бөйөрөк алған, тип уйлап, сумкаһына бөйөрөктәрҙе тултырып ала. Был хәлде күреүсе лә, белеүсе лә булмай. ҡайтырға ҡуҙғалалар.
ҡаланы сығып барғанда, милиция туҡтата быларҙы. Теге бөйөрөктәр артынан килгәндер, тип, еңгәм:
– Отпусти, пожалуйста. Күстәнәскә алдыҡ бала­лар­ға. Детей много бит, – тигән.
Милиционер еңгәмдең һүҙенә иғтибар ҙа итмәгән. Документтарын ғына тикшергән булған икән. Осрашҡанда, ошо хәлде иҫкә төшөрөп, «детей много бит», тип көлөшөп алабыҙ.
Мәҙинә АБДУЛЛИНА.
Стәрлебаш районы,
Үрге Шәкәр ауылы.


Ғәбиҙә инәйҙең әйткәндәре

Ауылыбыҙҙа элек ҡыҙыҡ ҡына Ғәбиҙә инәй була торғайны. Һәр һүҙенә «гонаһ шомлоғо, нишана» тип ҡушып һөйләй ине мәрхүмә. Шулай бер ваҡыт бабайы ауырып дауаханала ята икән. Кемдер инәйгә инеп, бабайың үлгән, тиҙәр бит, тигән хәбәр еткерә. Ул күршеләренә ингән дә былай тигән: «Гонаһ шомлоғо, нишана, бабай үлгән, тисе. Уның малын кем ҡарар икә-ә-н?..»

* * *
Ауылда 1951 йылда, һуғыш сыға икән, тигән хәбәр тарала. Шул ваҡытта Ғәбиҙә инәй былай тигән:
– Эй, һуғыш сыҡһа ни, бабай ҡартайған, Хәйретдиндең күҙе һуҡыр (улы тома һуҡыр ине), бер бот тоҙ алаһың да йәшәйһең, аптыраған икән, гонаһ шомлоғо, нишана...
Һуғыш ваҡытында тоҙһоҙ этләнгәнгә әйткән инде.

* * *
Бер ваҡыт Ғәбиҙә инәйҙең бабайы һарыҡ алып ҡайта. Һарыҡ бәрәсләй тип көтһәләр, һаман да юҡ икән, шунан былар еленен тотоп ҡарарға була. ҡараһалар, теге тәкә булып сыға. Шунан бабайы, баран-баран, тиҙәр ине, тәкә булған икән дә, гонаһ шомлоғо, нишана, тигән.

* * *
Таҡы-тоҡо йылдарҙа Ғәбиҙә инәй ауыл ҡатындарын сәйгә саҡырған. ҡатындар килеп тора, килеп тора, күмәгәйеп киткәндәр, инәйҙең бутҡаһы самалыраҡ икән. Аҙаҡтан килеп ингән килененә: «Гонаһ шомлоғо, нишана, һин дә бармы ни әле? Бар, ҡайтып тор», – ти икән. Килене: «Саҡырылып килеп, нишләп ҡайтайым», – тип, түргә менеп ултырған.

Асия ЙОСОПОВА.
Күгәрсен районы,
ҡәҙер ауылы.

«Йөнлө кәрәкме, йөнһөҙмө?»

Бер шофер ҡабаланып рейсҡа сығырға әҙерләнә икән: машинаһын ҡараштыра, кәрәк-ярағын барлай. Әҙ булһа ла тиҙерәк булһын тип, эргәһендә уралып йөрөгән бәләкәй малайына көрәк алып килергә ҡуша. Бер аҙ ваҡыт үткәс, теге бала килеп сыға ла атаһына:
– Атай, йөнлө өййәкме, йонһоҙомо? Йөнлө өййәк баҫып ята, йонһоҙ өййәк һөйәүле тоййа, – тип әйтә, ти. Баҡһаң, малай һаҡау балған.

«Алып бар!»

Бер олатай йәйге лагерҙа колхоз көтөүен көтөп ята икән. Алмашсыһы менән өсәр көн эшләп, өс көн ял итәләр. Шулай бер саҡ ялдан һуң эшкә барған. Арып-талып, сарсап, эшкә барып еткән дә сәй эсеп алырға булған. ҡараһа, ҡатыны шырпы һалырға онотҡан. Атҡа менгән дә ауылға кире сапҡан. Саптырып ҡайтып, ихатаһына килеп ингән был. Өйгә лә инмәйенсә, ҡатынына ҡысҡыра икән:
– ҡатын, шырпы алып бар!
Ыңғайына кире саптырып сығып та киткән.
Башҡорт ирҙәре ана шулай ул!

«. . . родила»

Йылайыр районына ҡараған Әселморт тигән ерҙә беҙҙең ауыл кешеләре бесән сапҡан. Байтаҡ йылдар элек бер инәй шунда бесән сабып йөрөгәндә, ҡартлаҙма урыҫтары килеп сыға һәм:
– Это наше поле, уходи! – ти икән.
– Әселморт я родила! – ти икән инәй. Урыҫтар инәйҙең тулы кәүҙәһенә ҡарап торған да:
– Возможно, возможно! – тип көлә-көлә киткәндәр.
Инәй «родилась» һүҙе урынына «родила» тигән икән.

«ҡайһы яҡтың көтөүсеһе»
Ауылыбыҙға яңы директор килгәнгә күп тә үтмәгән. Шуның өсөн уны күптәр йөҙгә танып та бөтмәй. Бер аҙҙан был дирек­тор­ҙың башмағы юғалған. Эҙләй, эҙләй – малын тапмай икән. Бер көндө башмағын эҙләп йөрөгәндә, директор колхоз малын көткән көтөүсене осрата.
– Ағай, бер ят башмаҡ күренмәнеме? – тип һораған. Көтөүсе уға ҡарап-ҡарап торған да:
– ҡустым, што-то сырамытмайым, ә һин ҡайһы яҡтың көтөүсеһе әле? – тип һорай, ти.
Был һүҙҙәр лаҡап булып ҡалған һәм ауылыбыҙҙа әле лә киң ҡулланыла.

Таңһылыу ҡОЛМӨХӘМӘТОВА.
Ейәнсура районы,
Ибрай ауылы.

«Умирать будешь»
Бер урыҫ малайы район үҙәгендәге тирмәнгә бара. Унда кеше күп була, егетебеҙ үҙ сиратын еткереп, алып барған игенен он итеп тарттырып бөткәнсе, кис етә. Төнгә ҡарай юлға сығырға шөрләгән егет бер башҡорт инәйенә фатирға төшә. Әбей бик яҡшы булып сыға, тик русса ғына самалыраҡ һупалай икән. Юлсыны ашата, эсерә лә, йоҡларға урын әҙерләп бирә. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Улым, ятҡас та умирать будешь, ятҡас та умирать будешь», – тип һөйләнә, ти. Йәнәһе лә, бик ныҡ арығанһың, үле кеүек йоҡларһың. Ә егет, йоҡлап киткәс, әбей мине үлтерергә уйлай бит, тип төнө буйы керпек тә ҡаҡмай.

«Кошмар апа»

Әхәт өйләнә алмай йөрөгән дуҫын бер ҡыҙ менән таныштырыр­ға була. ҡупшы итеп кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп, егеттәр ҡыҙҙы күрергә китә. Барһалар, уныһы өйҙә булмай сыға. Дуҫтарға уның эштән ҡайтҡанын бик оҙаҡ көтөргә тура килә.
Буйҙаҡ егет, бик ныҡ тулҡынланып, буласаҡ кәләш менән осрашыуҙы көтә. ҡыҙ ҡайтып ингәс, уның төҫкә бик сибәр түгеллеген күргән егетебеҙ: «Әхәт, әйҙә ҡайтайыҡ, кошмар апа бит был», – тип дуҫын һөйрәкләй башлай.

«Бәлки, ашармын»

Бер кейәү ҡәйнәһе менән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Хужабикә ҡунаҡтар алдына төрлө тәмле ризыҡтарын сығарып теҙә башлай. Кейәү кеше бик ашамһаҡ була, уның был ғәҙәтен белгән ҡәйнәһе, хужалар алдында ҡыҙарыр­ға тура килмәһен тип, кейәүе алдына ҡуйылған һәр ризыҡты ситкә ала бара икән, үҙе бер туҡтауһыҙ: «Беҙҙең кейәү быны ашамай», – тип һөйләнә, ти.
Кейәү кеше, ныҡ асыҡҡан булһа ла, түҙеп ултыра бирә икән.
Өҫтәл артындағылар ашап туйып, хуш итеп бөткәс, түҙмәгән был: «Туҡтап тор әле, ҡәйнәм, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын», – тип, ашарға тотонған.
Ул кейәүҙең һүҙе лаҡап булып ҡалды. Хәҙер берәйһе табынға саҡырһа, ашамаһам да, ашап ҡарайым әле, бәлки, ашармын, тип көләбеҙ.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)