05.04.2011 Мөхәббәт хаҡында
Бер саҡ ирем конференцияға китте, ә беҙ өйҙә, ҡыҙым менән икәү, уның ҡайтыуын көтөп ҡалдыҡ. Ул биш көн буйы ҡайтманы. Тап шул ваҡыттарҙа үҙемдең уны нисек көслө яратыуымды тойҙом. Һөйөүебеҙ нығыраҡ булһын өсөн, һәр беребеҙгә лә айырылышып тороу кәрәктер, моғайын. Ирем юҡта беҙҙең бер йәшлек ҡыҙыбыҙ, уның фоторәсеменә ҡулы менән төртөп күрһәтеп, үҙенсә атаһының ҡайҙалығын һораны. Балалар ҙа беҙҙең һымаҡ юҡһына беләлер, күрәһең. Ә, бәлки, беҙҙән дә нығыраҡ һағыналарҙыр әле, улар бит үҙ хистәрен белдерергә ҡурҡмай.
Осрашыу бөтәбеҙ өсөн дә бәхетле булды. Һәм тап ошо көндө минең компьютерыма мөхәббәт хаҡында бик ҡыҙыҡлы хат килеп төштө. Минеңсә, был бөйөк хис хаҡында бынан да анығыраҡ итеп әйтеп булмайҙыр. Һеҙгә лә нисек бар, шулай яҙам.
Балалар күҙлегенән нимә ул мөхәббәт?
Тикшеренеүселәр төркөмө дүрт йәштән алып һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға шундай һорау биргән. Уларҙың яуаптары бик тәрән һәм иҫ киткес бай була.
* * *
Мөхәббәт – ныҡ арыған сағыңда һине көлдөрә ала.
* * *
Әгәр ҙә матур итеп яратырға өйрәнергә теләһәң, иң тәүҙә күрә алмаған кешеңдән башларға кәрәк.
* * *
Мөхәббәт – ул һеҙ һәр ваҡыт үбешәһегеҙ. Ә инде үбешеп арыһағыҙ, барыбер бергә булғығыҙ килә һәм һеҙ һөйләшеп туя алмайһығыҙ.
* * *
Оло апайым мине шул тиклем ныҡ ярата. Ни өсөн тигәндә, ул үҙенең бөтә иҫке әйберҙәрен миңә бер ҙә йәлләмәй бирә. Ә үҙенә яңыны һатып алырға кәрәк була.
* * *
Әгәр ҙә һеҙ яратмайһығыҙ икән, «мин һине яратам» тип әйтергә ярамай. Ә инде яратһағыҙ, хистәрегеҙҙе һәр ваҡыт белдереп торорға кәрәк. Кешеләр был хаҡта онота.
* * *
Яратҡанда һәр ваҡыт һинең керпектәрең бер өҫкә, бер аҫҡа төшә. Һәм уларҙан йондоҙсоҡтар ҡойола.
* * *
Әгәр ҙә һине берәйһе ярата икән, тимәк, ул һинең исемеңде һәр ваҡыт ҡабатлай. Һәм үҙеңдең исемең хәүефһеҙ урында икәнен тояһың. Сөнки ул – уның ауыҙында.
Рәмилә ТАЙСЫНОВА тәржемәһе.