02.04.2011 Йылмайғандарға донъя ла йылмая
Морозко:
– Өшөмәйһеңме, һылыуҡай? ҡалтырамайһыңмы, матурҡай? Яуап бирмәһәң дә ярар, ни әйтереңде күҙҙәреңдән үк күреп торам.
Минең хазиналар тулы һандығым бар. ҡиммәтле тиренән тегелгән тундарым да, санаға егелгән юртаҡтарым да бар. Уларҙы бер кемдән дә йәлләмәйем, тик бына һиңә бер ҙә биргем килмәй. Хәйер, йөҙөңә гел ҡәнәғәтһеҙлек төҫө яҙылып ҡуйылғанын үҙең дә һиҙмәйһең. Ни өсөн донъя һиңә улай арты менән боролған һуң?
Уйлап ҡараһаң, барыһы ла ябай ғына: берәй нәмә алғың килһә, тәүҙә бирә бел. Ул сағында биргәнең йөҙләтә кире ҡайтыр. Ә һиңә нимә кире ҡайтһын инде? Дөрөҫ, тирә-яғыңда нимә күрәһең, шул ғына кире ҡайта инде. Ир остоҡтары... Эшкә ашмаған кешеләр... Яратмаған эш... Уларҙан ҡоҫҡом килә, тиһеңме? Үҙеңдең бөйөклөгөңдән үҙең арыманыңмы һуң, сибәркәй? Башҡаларҙың буйы етмәҫлек баҫҡыста һинең бер үҙеңә һыуыҡтыр, күңелһеҙҙер инде, эйеме?
Иҫеңдәме икән, теге әкиәттәге етем ҡыҙға ниндәй ҡиммәтле бүләктәр бүләк иткәйнем? Сөнки ул һәр бәләкәй нәмәгә лә шатлана һәм рәхмәт әйтә белә. Тағы ла ул бөтә донъяға шул тиклем дә күп нәмә бүләк итте, хатта уның тирә-яғында бөтөн бер Мөхәббәт яланы хасил булды. Һәм был, әйткәндәй, уның йөҙөндә лә сағылыш тапты. Ә һинең йөҙөңә ҡараһаң, матурҡайым, яныңа яҡын килергә лә ҡурҡытыла.
Шулай булғас, үпкәлә-үпкәләмә, һин донъяға ни рәүешле ҡарайһың – донъя ла һиңә шулай ҡарай.
Бер юлы бар яҡшы нәмәне ҡулыңа төшөргөң килә икән, шундай образ тыуҙыр һәм уны бойомға ашыр, ул сағында үҙең дә шундай уҡ яуап алырһың. Һәм ҡабалан, юғиһә, үҙең дә һиҙмәй ҡалырһың, йөҙөңә бөтөнләйе менән ерәнеү битлеге йәбешеп ҡалыр. Һәм матур ҡыҙҙан Мәскәй әбейгә әйләнеп ҡуйырһың...
Йылмайғандарға донъя ла йылмайып ҡарай!