12.03.2011 Көлкөхана
Беҙҙең Күгәрсен яҡтарында шаян, мәрәкәсел халыҡ йәшәй. Тормошҡа зарланып, яҙмышҡа уфтанып ултырмай, юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, үҙҙәренең генә түгел, бүтәндәрҙең дә кәйефен күтәреп көн иткән яҡташтарым өсөн күңелемдә ғорурлыҡ тойғоһо йөрөтәм.
Тыуған яҡтарымдан ситтә йәшәһәм дә, яҡташтар, ауылдаштар менән һәр саҡ бәйләнеш тотам. Улар менән осрашҡанда, төрлө мәҙәк хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, һөйләшеп, көлөшөп алабыҙ.
«Йәшлек» гәзите уҡыусыларына шуларҙың бер нисәһен тәҡдим итмәксемен.
«Муж есть, жена надо»
Борон беҙҙең ауыл кешеләре әйбер алырға, шәл һатырға Ырымбур баҙарына йөрөр булған. Бер бик мәрәкәсел инәй (хәҙер мәрхүмә инде) ҡала баҙарында һауыт-һаба ҡарай икән. Уға сынаяҡ аҫты кәрәк булған. Һатыусы инәйгә сынаяҡтар сығарып күрһәтә башлаған, ә был сынаяҡ аҫтының русса ни тип йөрөтөлгәнен белмәгән. Оҙаҡ ҡына уйланып торған да: «Нет, ҡыҙым, муж есть, жена надо», – тигән. Йәнәһе, сынаяғы – муж, аҫты жена була инде.
«Һеҙ нисек индегеҙ?»
Шул уҡ Ырымбурҙа ошо уҡ инәй менән булған был хәл.
ҡалаға барғас, үҙенә кәрәк магазинға юлланған. Тик уның бикле сағына тура килгән. Магазин тәҙрәләре аша манекендарҙы күреп ҡалған. Уларҙы кешеләр тип уйлаған инәйебеҙ, ишек-тәҙрәләрҙе ҡаға-ҡаға: «Һеҙ унда нисек индегеҙ, әллә берәй ерҙә тағы ишек бармы?» – тип ҡысҡыра икән.
«Тукует»
Бер әбей урыҫтан кәзә һатып ала. Тәкәне һарайына алып ҡайтып бикләү менән үҙ кәзәләренә көн бөтә бының: урыҫ кәзәһе төкөп, һөҙөп йонсота тегеләрҙе.
Әбей, оҙаҡ уйлап тормай, малын етәкләй ҙә, урыҫҡа кире китә. Тегеһе ни булғанын аңламай: «В чем дело, бабушка?»– тип һорай.
Инәйҙең руссаһы самалыраҡ була. «Кәзәләремде төкөй»ҙө ни тип тә әйтергә белмәй, оҙаҡ ыҙаланып торғандан һуң, ике бармағын маңлайына ҡуйып: «Тукует», – тигән була.
«Илһам төндә килә»
Бер көн шулай хеҙмәттәшем менән һөйләшеп ултырабыҙ. Ул ваҡыт еткерә алмауына, эше күп булыуға зарлана. Эштән ҡайтып, арлы-бирле итеүгә төн етә, ялдар ҙа һиҙелмәй генә үтә лә китә, өлгөрә алмайым, ваҡытым юҡ, ти. Мин үҙ уйҙарыма бирелеп, тыныс ҡына уны тыңлап ултыра бирәм. Ул ҡапыл һикереп тороп, ҡаршыма баҫа ла:
– Ә һин нисек ваҡыт еткерәһең, бергә эшкә киләбеҙ, бергә ҡайтабыҙ, барыбер минең менән бер эшләйһең, тағы, әллә ҡайҙан ваҡыт табып, «Йәшлек»кә яҙышып тораһың, мәҡәләләреңде ҡасан яҙаһың? – ти, ҡулдарын болғай-болғай.
– Мин бит уларҙы төндә яҙам, илһам бөтә кеше йоҡлап бөткәс кенә килә ул, – тим.
– Төндә илһам килһә, мәҡәлә яҙып ултырмаҫ инем әле, белер инем нимә эшләргә, – тине лә, хеҙмәттәшем бүлмәнән сығып китте.
Мин уның был һүҙҙәренән рәхәтләнеп көлдөм.
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
Мәләүез ҡалаһы.