12.03.2011 Аҡса яға
Ғирфан ағайға барып инһәләр, өйөндә йылы итеп кейенеп йөрөп ята икән. Бүлмә һалҡынса.
– Ғирфан ағай, газ үткәрткәйнең түгелме? Эске күлдәктә тирләп-бешеп йөрөргә тейешһең дә баһа.
– Эй, ҡустылар, кешеләр – утын, ә мин аҡса яғам, аҡ яғам, – тигән, имеш.
Мишка
Ауылға телевизор йүнәтеүсе килгән. Шәүрә еңгәйҙәрҙең дә телевизоры эшләмәй икән. Кешеләрҙән оҫта килеүе хаҡында ишетеп, киткән, ти, «мастер»ҙы эҙләп. Барып табып алған. Ләкин ул бөгөн бушамай, еңгәйҙәргә иртәгә генә бара ала икән.
Оҫта һыйыр көтөүе киткәс тә Шәүрә еңгәйҙәргә юлланған. Тура өйгә инмәй, бәҙрәфкә йүнәлгән. Шул арала Рим ағай командировканан ҡайтып төшкән. ҡараһа, быҙауы ашлыҡ баҫыуына китеп бара, ти.
– Мишка, Мишка, – тип быҙауын саҡыра башлаған ағайыбыҙ. Бәҙрәфтә ултырған оҫта:
– Я здесь, я здесь, – тип яуаплай икән. Йәнәһе, уны эҙләйҙәр.
«Аһ! Таң менән урыҫ бында ни эшләп йөрөй, мин өйҙә юҡта?» – Рим ағай йүгереп барып, бәҙрәф ишеген асып ебәрә...
Телевизор йүнәлтелгәнме, юҡмы – беҙгә уныһы билдәһеҙ. Ләкин оҫтаның, салбарын әллә кейеп, әллә кеймәйенсә, урамға йүгереп сығыуы ғына билдәле.
Сәлих ВАҺАПОВ.
Ейәнсура районы,
Байыш ауылы.