12.03.2011 «Миңә лә ҡалдыр»
Әхиәрҙең еҙнәһе менән апаһы ҡаланан ауылға ҡайтып төшә. Арыу ғына ҡунаҡ булып алғас, йоҡларға яталар. ҡунаҡтар – өйҙөң төпкө бүлмәһендә, хужалар – алғы яҡта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, рәхәтләнеп йоҡлармын тимә: еҙнәһе өйҙө яңғыратып хырылдай икән. Әхиәр әле уң яғына, әле һул яғына әйләнгеләй ҙә, һикереп тороп, уртансы ишектең ҡап уртаһына баҫып:
– Ауылдың бөтә баҫыуын һөрөп бөтөрҙөң бит инде, еҙнә. Миңә лә ҡалдыр, – тигән. Ул һөнәре буйынса тракторсы икән.
Еҙнәһе ҡәйнешенең был һүҙҙәренән һуң хырылдауынан туҡтағандырмы-юҡмы, әммә Әхиәрҙең һүҙе лаҡап булып халыҡ телендә ҡалды.