26.09.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)
* * *
Һалым инспекторы бер ирҙән:
– Һеҙҙең эш хаҡығыҙ шул тиклем бәләкәй, шундай йорт төҙөргә ҡайҙан аҡса алдығыҙ?– тип һорай.
– Бер ваҡыт йылғала балыҡ ҡармаҡлап ултырғанда алтын балыҡ эләктерҙем. Шул балыҡтан ҙур йорт биреүен һораным, – ти ир.
– Юҡты һөйләмә, – тип асыулана инспектор,– мин һеҙҙең шул әкиәтегеҙгә ышана тип уйлайһығыҙмы әллә?
– Ышанмайһығыҙмы? Әйҙәгеҙ, киттек. Йортомдо күрһәтәм, – тигән ир.
* * *
Судья:
– Ғаризағыҙҙан күренеүенсә, ғәйепләнеүсе һеҙҙе йүләр тип атаған. Был дөрөҫмө?
– Дөп-дөрөҫ.
– Улайһа, нимәгә зарланаһығыҙ?
* * *
«Яңы урыҫ» ресторанда.
– Һеҙҙә ҡыр өйрәге ите бармы?
– Юҡ. Теләһәгеҙ, беҙ һеҙҙең өсөн генә ҡыр өйрәге ите итеп бешерә алабыҙ.
* * *
Бер ҡыҙ егетенә СМС-хәбәр яҙа: «Әйҙә кил. Атай осрашыуға ҡамасауламаҫ. Аяғын ауырттырҙы. Урынынан да тормай ята».
Егет яуап яҙа: «Бик килер инем. Атайың аяғын ауырттырған ерем бик ныҡ ауырта шул».