18.09.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)
* **
– Әкрәм, ниңә һине 15 тәүлеккә ябып ҡуйҙылар?
– Аҡҡоштарға икмәк ташлағаным өсөн.
– Булмаҫ. Тәртип боҙмағанһың бит.
– Боҙҙом шул. Был хәл Ҙур театрҙа, «Аҡҡош күле»ндә булды.
* * *
Бер ғаилә ресторанға килгән. Ашап бөткәс, ҡатыны официанттан:
– Ҡалған ризыҡтарҙы этебеҙгә алып ҡайтырға мөмкинме? – тип һораған.
– Әлбиттә.
Балалары:
– Ура! Беҙгә эт алалар!
* * *
– Әсәй, егетем һинең кеүек яҡшы ҡыҙға ҡунаҡҡа киләм, тине.
Әсәһе:
– Килһен. Беҙгә килһә, һине улай тимәйәсәк.
* * *
Ике дуҫ һөйләшә.
– Әйт әле, Илнур, әгәр ҙә һиңә бөтәһен дә ғәфү иткән, шул тиклем мөләйем һәм алсаҡ, тәмле итеп аш-һыу әҙерләгән ҡатын-ҡыҙ осраһа, нимә тиер инең?
– Һаумы, әсәй!
***
Табип коллегаларына:
– Күҙ алдына килтерегеҙ: төнгө сәғәт өстә телефон шылтырай. Мин трубканы алам. Ә унда ниндәйҙер ир: «Әгәр ҙә һин килмәһәң, мин үләм!» – ти. Уның адресын һорайым. Шул ваҡыт ҡатыным, ул миңә шылтыратты, буғай, ти.