19.02.2011 Мәғдән бабай шаяртыуы
Ауылға ҡайтҡан һайын хәл белергә тип Мәғдән бабайҙарға инәм. Ни тиһәң дә, күршеләр булып, матур итеп йәшәнек. Йәше 85-тән уҙһа ла, уның менән һөйләшеп ултырыуы – үҙе бер ғүмер. Бик матур шиғырҙар ҙа яҙа ул. «Кәзә» тигән шиғыры район гәзитендә лә баҫылып сыҡты.
– Хәлдәрең нисек, Мәғдән бабай, ҡартайып буламы? – тигән һорауға ул, көттөрөп тә тормаҫтан:
– И-и, улым, йәш бара инде ул. Кем уйлаған 85-тең теге яғына сығырмын тип? Күңел тигәнең барыбер йәш ҡала, тик бына аяҡтар оҙоная, ҡулдар ғына ҡыҫҡара икән.
– Аңлатыбыраҡ һөйлә әле, Мәғдән бабай. – ҡартайғас, хәтер тарала, маңлайҙар һырлана, тигәнде ишеткәнем бар, ә бына аяҡ-ҡулдар тураһында беренсе ишетеүем, – тип һорамай булдыра алманым.
– Бына, улым, йәш саҡта йүгереп йөрөһәм дә, бер әйбергә лә абынмай торғайным. Бер нисә йыл инде аҙ ғына ҡалҡыуыраҡ ерҙә лә аяҡ эләгә. Аяҡтарҙың оҙонайыуы менән аңлатмай, ни тип аңлатаһың инде был хәлде.
– Ә ҡулдар ҡыҫҡарыуҙы нисек аңларға? – тип ҡыҙыҡһынам.
Мәғдән бабай ҡаш аҫтынан ғына ҡарап миңә йылмайҙы ла:
– Йәш саҡта кейенгәндә бер кемдең дә ярҙамы кәрәк булманы. Һуңғы ваҡытта ҡул арҡаға етмәй башланы, бигерәк тә мунса ингән саҡта. Бына, улым, еүеш арҡанан майкамды төшөрә алмай хафаланам. Ярай әле ҡарсығым ярҙам итә. Тимәк, ҡулдар ҡыҫҡарған булып сыға бит.
Үҙе һөйләй, үҙе көлә ауылдашым. Бына шундай ул минең күршем Мәғдән бабай, 85-те уҙһа ла, юморҙы аңлай, мәҙәктәр ҙә һөйләп ебәрә.
Дилфәр ХӘСӘНОВ.
Ижевск ҡалаһы.