RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Таң атыуға көлдәр араһынан Баш ҡалҡытып сыҡҡан – мин-үлән»

19.02.2011 «Таң атыуға көлдәр араһынан Баш ҡалҡытып сыҡҡан – мин-үлән»

Тыным менән тартып алам
Күк күкрәүен теләһәм.
Йәшен йәшнәр,
Ер гөрһөлдәр,
Минең янға һин елһәң.

Ел-дауыллап,
ҡамсың уйнап,
Бәғеремә ут баҫҡан.
Күнәк-күнәк
Йәштәр түгер –
Күгемә болот аҫҡан.

Ямғыр үтә,
Ут баҫылмай,
Күк күкрәүе сигенә.
Тыным менән
Тартып алам –
Йәшен булып
Һин елһәң.

Һағыш

Күңел урынында түгел –
Эш менән, тим, баҫайым!
Һағыш уты ялмап алды,
Нисек унан ҡасайым?!

Юҡ, йәм тапмайым эшемдән,
Тәм тапмайым ашымдан.
Толҡа тапмай тирә-йүндән,
Әллә ҡайҙа ашҡынам!

Тауҙар аша ҡошсоҡ булып
Бөрйәнемә ҡайтайым!
Әсәй сығыр йүгерә-атлай,
Эй, ҡыуаныр атайым!

Селпәрәмә килер һағыш –
ҡаяларға ҡаҡлыҡһа...
Бөрйән! Бөрйән!
Мин булырмын
Һиңә мәңге атлыҡҡан!

Ниңә икән?

Һинең алдарыңа
бөтөрөләм.
Һинең донъяңа
мин өңөләм.
Минең өлтөрәүҙе һин күрмәһәң,
Төңөләм шул,
һинән төңөләм...
Ниңә икән
һине күреү менән
Минең күңел күккә үрелгән?!
Минең күңел
мең ҡат һинән төңөлөп,
Мең ҡат ҡабат
һинән терелгән!


Көлгә ҡалғас...

Көн эсендә янып көлгә ҡалам –
Быуындарым көлдәй тарала.
Төн эсендә хәлде ҡайҙан алам,
Тулған айым, хәлем арала!

Көн дә шулай янып көлгә ҡалғас,
Туҙамдыр шул инде, мин туҙам.
Көн бөтөүгә – көлдәр араһында
Саң бөртөгө икән, мин – туҙан.

Таң атыуға, көлдәр араһынан
Баш ҡалҡытып сыҡҡан – мин-
үлән.
Был донъяға ҡалыр минең
йырҙар,
Янып көлгә ҡалһам...
Мин түҙәм...


ҡараһына батып, ҡара көйөп...

ҡара ҡашлы, оҙон сәсле ханым,
Заман һиңә салбар кейҙергән.
Атҡа түгел, сәпит атланғанһың,
Нимә һине ҡара көйҙөргән?

Ирең Себерҙәлер, йә үлгәндер,
Шундай заман – ирҙәр ауалар...
ҡараһына батып, ҡатын-ҡыҙҙар
Донъя йөгөн һөйрәп баралар...

ҡара ҡашлы, оҙон сәсле ханым –
Кәртинкәме – ҡарап тормалы...
Сәпит атланған да үтеп китте
ҡара көйөп, туҡтап торманы.

Еләк кенә кеүек гүзәл заттар
Иркәләнеп, көлөп ҡарамай.
ҡараһына батып, ҡара көйөп,
Донъя йөгөн һөйрәп баралар.

Йәйғор булып...

Нисек һушыңды алайым,
Уй-хисеңде биләйем?
Яуап эҙләп шул һорауға,
Хистәремде иләйем.

Күккә күтәреләм әле –
Йәйғор булып ҡалҡайым.
Етмеш төҫтәрҙә йымылдап,
Балҡыйымсы, балҡыйым.

Иҫең китеп, миңә баҡһаң,
Шуны тойоп үҙемдә –
Йәйғор булып сағылырмын
Нур эркелгән күҙеңдә.

Йәйғор булып, ете түгел,
Мең-мең төҫтәрҙә балҡып,
Иҫ-һушыңды яулар өсөн
Тағы сығырмын ҡалҡып.

Земфира АҡБУТИНА.
Ейәнсура районы,
Ибрай ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)