RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме?

22.02.2011 Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме?

Әҙәбиәт, әҙәбиәт ғилеме – төрлө сетерекле һорауҙар тыуҙырырлыҡ, ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуҙғатырлыҡ үҙенсәлекле донъя. Кеше тыуып, аңы үҫә башлау менән үк үҙ тормошоноң, эске һәм тышҡы донъяның сағылышы – әҫәрҙәр менән осраша. Баланың теле асыла, ололар ярҙамында шиғыр-әкиәттәр иленә инә, хәреф, һандар таный. Артабан мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм мәктәптә уҡыу-уҡытыу өсөн әҙерләнгән махсус программалар буйынса белем ала. Был мәғариф системаһында мотлаҡ һанала. Һуңынан инде һәр кемдең үҙ хоҡуғы, үҙ ҡыҙыҡһыныуы. Тик барыһы ла шул үҙаңдың үҫеш кимәленә бәйле. Тормошо әҙәбиәткә бәйле, уға яҡын хеҙмәт менән ялғанмаған кеше, мәктәптә үк уҡып туйҙым инде, тип, китап уҡыуға, матбуғат, сәнғәт яңылыҡтары менән танышыуға ҡул һелтәп ҡуймаҫмы?
Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме? Уның артабанғы яҙмышы нисек? Тормошомдо әҙәбиәт менән бәйле һөнәргә әҙерләгәндә ошо һорау мине йыш ҡына борсой.
Атай-әсәйҙәребеҙ яратҡан персонаждар, улар­ға тормош дәреслеге булған әҫәрҙәрҙе өйрәнеү менән үткәрәбеҙ бөгөнгө дәрестәрҙе. Улар аша тарихты ла күҙаллап, төрлө һығымталар яһайбыҙ. Пробле­ма­лы һорауҙар ҡуйырға өйрәнәбеҙ, бәлки, автор был ваҡиға аша бөтөнләй икенсе мәсьәләне күтәрергә уйлағандыр, тип әңгәмәләр үткәрәбеҙ. Һәр заман вәкиле әҙәбиәтте үҙенсә баһалай белергә тейеш, тип өйрәтә уҡытыусыбыҙ. Ә за­манса герой, ҡорҙаштарыбыҙ тормошо һү­рәт­ләнгән әҫәрҙәр ме­нән йышыраҡ «Ағиҙел», «Шоң­ҡар», «Башҡор­тос­тан ҡыҙы» журналдары аша танышабыҙ. Әҫәр­-­ҙә­р­­ҙе, ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанып, барыһы ла уҡып сыҡмай, шуға хикәйә-повестар һәр кемгә бүлеп бирелә һәм йөкмәткеһе менән таныштырып сығырға ҡушыла.
Күптәрҙең республика баҫмаларына яҙылырлыҡ мөмкинлектәре лә юҡ. Шунлыҡтан бер журналда фәһемле бер нисә әҫәр баҫылһын ине. Башҡортостанда электрон китапхана эшләһә, хәл яйланыр ине, моғайын.
Әҙәбиәт менән таныш кешегә тормош ҡуйған һынауҙарға ҡаршы тороуы күпкә еңел. Әҫәр геройҙарының хәл-ваҡиғаларҙа үҙҙәренең тотошо, ҡылығы аша уҡыусы кәрәкле мәғлүмәт ала. Тик бындайҙар, үкенескә күрә, һирәгәйә бара. Уҡыусының китапҡа һөйөүен үҫтерергә кәрәк. Бәләкәйҙән өйҙә үк башларға кәрәк был эште, бәләкәстәр барыһы ла китап уҡығанды ярата бит. Мәктәптә әҙәбиәт дәрестәренең ҡыҫҡартылыуы ла быға ҙур сикләү ҡуялыр.
Әҙәбиәт бөгөн тормош дәреслегеме, тигән һорауға, һис шикһеҙ, икеләнмәй «эйе» тип яуап бирер инем. Ижади фекерләй белеү әҙәбиәттә генә түгел, балалар тәрбиәләйәсәк ата-әсәгә лә, әүҙемлек һәм энергия талап иткән бөгөнгө тормош кешеләренең барыһына ла кәрәк. Әҙәбиәтһеҙ тормошомдо күҙ алдыма ла килтерә алмайым.

Әлфинә НӘБИУЛЛИНА.
Бөрйән районы,
Нәби ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)