RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Яҡындарыңа кәрәгең булһын

18.08.2019 Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Ҡыҙҙар менән кинотеатрға елдереп китеп барабыҙ. Инде килеп еттек тигәндә, юл аша сығырға маташҡан әбейҙе күреп ҡалдыҡ – машиналар мыжғып торған ерҙән үтергә самалай ине ул. Кәлтер-көлтөр килгән әбейҙе ҡултыҡлап, тротуарға борорға өлгөрҙөк:

– Светофор янынан сығайыҡ! Бынан йөрөргә ярамай.
– Уф-ф, Аллам, хәлем бөттө, башым әйләнде лә ҡуйҙы, – оло йәштәге ҡатын ҡалтыранып ҡуй­ҙы. – Почтаға ғына барып килә­йем, тип сығып киткәйнем, бынау эҫелә баш ҡайнаны ла китте, әйләнсек һарыҡ кеүек аҙашып тик йөрөйөм.
– Ҡайҙа йәшәйһегеҙ һуң?
– Ятаҡта.
– Ҡайһы ятаҡта?
– Ҡайһы, тип ни, биш ҡатлы йорт инде.

Сәғәткә күҙ һалғас, кино башланырға ун ғына минут ваҡыт ҡалғанын аңғарып, ҡыҙҙарҙы билет алырға йүгерттем:
– Һеҙ барып ала тороғоҙ, мин әбейҙе оҙатып ҡуяйым.

Үҙемә ҡалһа, такси саҡыртып, юлына аҡса түләргә лә, уны алып барыуҙарын үтенергә ине уйым. Тик күпме генә төбәшһәм дә, әбекәй адресын иҫләй алманы:
– Яңы ғына күсеп килдем бит, ошолай берәй йомош менән сыҡтыниһәм, йортто юғалтам да ҡуям. Туҡһанды ҡыуып етеп ба­рам, хәтер юҡ. Уныһы ла юҡ, һаулыҡ та юҡ. Әйҙә, ултырып тын алайыҡ, йөрәк дарһылдап китте. Ярай ҙа таяғым бар, юғиһә бөтөнләй йығылып, аунап ятыр инем, тәүбә-тәүбә. Зәғиф­лә­неүҙән Аллам һаҡлаһын.
– Яңғыҙ йөрөмәҫ инегеҙ, – тим ҡабаланып, башта тик кино ҡайғыһы бит. – Сумкағыҙҙы үҙем тотайым.
– Таяныр кешем булһасы...
– Шулай уҡ бер кемегеҙ ҙә юҡмы ни? – телефондан сәғәткә күҙ ташлайым, фильм минһеҙ башлана инде, тип эстән генә көйәм.
– Юҡ шул, – әбей, көрһөнөп, ипләп кенә эскәмйәгә ултырҙы, таяғын ҡулынан ысҡындырманы. – Бабай күптән үлде. Уның вафатынан һуң шул тиклем еңел тын алдым, хатта күҙҙәрем асылып, тыныс йәшәп ҡалдым. Яҡты көн күрһәтмәне ул миңә. Күҙемдән күк китмәне. Торғаны менән яһил ине. Кеше араһында һин дә мин, ә өйҙә, икебеҙ генә ҡалғас, һу­ғыш суҡмарына әйләнә тор­ғайны. Бер кем ышанмай, З. ағай шундай һәйбәт кенә ләһә, ысынлап ул шулай туҡмаймы, тип бот сабып аптырар ине күрше-күлән, таныш-белештәр... Кейәү­гә сыҡ­ҡанға тиклем уның йылмайып-көлөп кенә тороуына алданып, харап булдым. Өйлә­нешкәнгә тиклем гөлдәй ине. Ысын йөҙөн аҙаҡ күрһәтте. Шуға ла бер ҙә үкенмәнем вафатына.

– Ә балаларығыҙ? Ейән-ейән­сәрҙәрегеҙ?
– Эй-й... Юҡ шул... кейәүгә иртә сыҡтым. Ун алтым да тулмағайны. Ҡәйнәмдәргә килен булып төшөп, бер айҙан саҡ ҡына ашыуыраҡ бергә йәшәп өлгөр­ҙөк, иремде армияға алып киттеләр. Ике йылға ла түгел, өс йылға. Шул ваҡытта әсәйем, һы­йырҙан башына тибелеп, дауа­ханаға ятты. Мин ни, уныһын-быныһын уйлап тормай, ике бәләкәй туғанымды ҡарарға өйгә ҡайт та кит. Өс аҙна ауылымда ятып, кире ҡәйнәмдәргә кил­гәйнем, эшкә сығарҙылар. Бәй, бер заман ҡорһағым үҫә! Ҡәй­нәм, донъя күргән кеше, сәйер ҡараштар ташлап, бер көндө, әллә ауылыңа ҡайтып, эш боҙоп килдеңме, ти. Юҡ, тим. Эштәге апайға, ауырға ҡал­ғанмын шикелле, ҡәйнәм, йөрөп, балаға уҙғанһың, тип тиргәшә, тигәс, нимәгә һиңә бала, иреңә әле хеҙмәт итергә лә итергә, алдырт, тип кәңәш итте: “Эшләп тә, бала бағып та йөрөүе ҡыйын булыр”. Элек ни, декрет ялы булдымы? Бала менән мине кем өйҙә ултыртып ҡуйһын? Аптырандым. Ни әсәйем башына сыҙай алмай, ауырый бит инде. Үҙемдең аҡылым булмағас, кеше аҡылына таянып, бар ҙа алдырт баланы, әй... Аҙаҡ үкенеүҙәрем... Тер­һәкте тешләрҙәй, ерҙе йөҙөм менән һөрөрҙәй инем дә, тик ҡылғанды кире бороп булманы – башҡаса, нисек теләһәм дә, ауырға ҡала алманым... Алдыртыу менән дә анһат ҡына ҡотолманым, ныҡ ауырып китеп, мине дауаханаға уҡ һалып ҡуй­ҙылар. Хәлдәрем тураһында ке­меһелер иремә хәбәр итеп өлгөрҙө. Әллә ҡәйнәм еткерҙе, әллә апай-һеңлеһе – белмәйем. Ундай яңылыҡ торамы һуң эстә, теш араһынан булһа ла ҡыҫылып сыға. Ирем, башҡа берәүҙән ауырға ҡалып, эҙ яҙлыҡ­тыр­маҡсы булдыңмы, әйбер­ҙәреңде йый ҙа, ҡайтып кит, тип асыулы хат яҙҙы. Мин уға бөтәһен аңлатып, яуап ебәрҙем. Аңлар, ышаныр, тип өмөт­лән­гәйнем дә, ҡәйнәм өйҙән ҡыуҙы. Илай-илай ҡайтып тәгәрәнем үҙебеҙгә. Эшкә йөрөргә алыҫ. Юлда интегеп йөрөп, ябығып бөттөм, ҡаҡ һөйәккә ҡалдым. Ирем хеҙ­мәттән ҡайтҡас, шулай ҙа килде артымдан. Ҡабаттан ҡушылдыҡ. Ана шунда кире бармаһам да булыр ине. Хәйер, йөрәк аҫтын­дағы балабыҙҙы үл­тереүҙә үҙем­де ғәйепле һанап, шулай тейеш, тип һуғышыуына ла, рәнйетеүенә лә түҙҙем. Тейешле язаһын алам, тинем. Һөйөү­ҙең эҙе лә ҡалманы, ҡаҡҡылай-һуҡҡылай торғас. Кит, тиһәм, китмәне. Өҫтөмдән йө­рөнө. Айыуҙай ирҙең йөрөмәй торғаны бармы. Туйып ҡайтыр ҙа һуғышыр ине, мине “гулящний”­ҙан һалдырып. Шуға ла вафаты һәйбәт булды минең өсөн. Бер ҙә үкенмәнем уныһына.

Кино ҡайғыһы китте. Янына ултырып алдым:
– Ә нишләп ятаҡҡа күстегеҙ?
– Уныһы айырым тарих, – әбейҙең, ниһайәт, тыны рәт­ләнде. – Туған­дарым­дың икеһе лә мәрхүм. Береһен килен үҙе менән бергә ситкә эшкә алып сығып киткәйне, шунда туҡмап үлтер­ҙеләр. Икенсеһе эсеп үлде. Ана шул икенсе ҡустымдың ҡыҙы миндә пропискала торҙо, миндә йәшәп уҡыны. Кейәүгә сыҡҡас, әбей, һине үҙебеҙгә йәшәргә алып ҡайтабыҙ, ҙур йорт алабыҙ ҙа, тик фатирыңды һат, тип күндерҙеләр. Торлаҡты һатып, аҡсаны уларға бирҙем. Улар йортло булды ла бит, тик миңә унда урын табылманы. Ҡыйыр­һыта башла­ғас, аҡсамды ҡайтарыуҙарын талап иттем. Бына шулайтып миңә ятаҡтан бүлмә алып бирҙеләр. Үҙ көнөмдө үҙем күреп йәшәп ятҡан булам.

Әбей ҡулъяулығы менән битен һөрткән арала, бер таныш апай­ҙың һөйләгәндәре иҫкә төштө: тол ҡалған атайҙары яңынан өйләнгәс, уның С. исемле “йәш” ҡатыны иң беренсе өй телефонын һүндерткән (аҡса әрәм итеп һөйләшеп ултырырлыҡ йүнле балаларың бармы, тигән), ЗАГС-ҡа инеп, бабайҙың йортонда нығынып алғас, һыуытҡысҡа йоҙаҡ элгән (иренән йәшереп, колбаса, ҡаймаҡ, ҡурҙырылған тауыҡ боттары, сыр кеүек аҙыҡ­тарҙы ашаған). Бабайын ҡаты-ҡото икмәк һәм “фанфурик”тар менән алдаштырған. Ирҙең тәүге ҡатынынан ҡалған матур ке­йемдәрҙе рәхәтләнеп кейгән (балалары, әсәйҙең төҫө итеп үҙебеҙгә алайыҡ, тигәс, ҡуҡыш күрһәткән). Бер аҙҙан бабай етди сирләп китеп, кеше көнлө ҡалғас, “йәш” ҡатыны уны ҡарауҙан баш тартып, айырылышҡан.
– Бер пакет әйбер менән кил­гән С. апай бер йөк маши­наһы әйбер тейәп алып ҡайтты, – тип һөйләне бабайҙың ҡыҙы. – Рән­йеп тороп ҡалдыҡ. Атайы­быҙҙы эскегә һалыштырғаны өсөн дә, тыуған йортобоҙҙан биҙҙергәне өсөн дә, әсәйе­беҙҙең бер әй­берен ҡалдыр­мағаны өсөн дә хәтеребеҙ ҡалды. Күп тә үтмәне, атай йән бирҙе. Ә инде байтаҡ ваҡыт уҙғас, С. апайҙан миңә сәләм еткерҙеләр. Төмән аръяғы­нан! Мине кисерһен, килеп алып ҡайтһын, тигән. Сәләм еткергән кеше һөй­ләүенсә, С. апайҙың төрмәлә ултырған улы өйләнеп, фатир­ҙарын һаттырып, әсәһен үҙенә алған. Тик килене ҡәйнәһен яратмай, уны өйҙән ҡыуған. С. апайҙы улы ташландыҡ бер баракка алып барып урынлаш­тырған. Электр плиткаһы, тимер койка, тумбочка, сәйнүк менән сынаяҡ – бөтә монаяты шул ғына булған. Шунда ыҙаланып йәшә­гәнендә миңә сәләм ебәргән дә. Ә нисек мин унда барайым? Ер аяғы, ер башы, тигәндәй. Етмәһә, ул миңә бер кем дә түгел. Яҡын кешем булһасы... Ә шулай ҙа намыҫ тигән нәмә тынғы бирмәй. Оло йәштәге ҡатынды йәлләйем, һыуыҡ баракта өшөгәнен күҙ алдына килтереп, йән тыныслығым юғала. Ирем менән кәңәш­ләштем дә, кешенән бурысҡа аҡса йүнәтеп, уны алып ҡайтырға булдым. Барҙым да бит, әммә һуңланым. Баракта янғын сығып, бисараҡай янып үлгәйне. Дөйөм ҡәберлеккә күм­гәйнеләр. Әллә ниндәй булды яҙмышы... Кешегә лә ҡәҙер күрһәтмәне, үҙе лә ҡәҙерһеҙ китеп барҙы.

С. исемле ҡатын менән әле эскәмйәлә ултырған әбейҙең яҙмыштары араһында ниндәй­ҙер оҡшашлыҡ бар кеүек тойолдо. Фатирҙарын һатып, аҡ­саны яҡындарына биреп, һуңы­нан, кәрәктәре бөткәс, ситкә бәрелеүҙәре берләштерҙе, ахы­ры, уларҙы. Ҡыйын булып китте. Туҡтауһыҙ рәхмәттәр уҡыған ҡарт кешене ташлап китә алмай, юлда осрағандарҙан һораша-һораша йөрөй торғас, йәшәгән ерен таптыҡ. Әбейҙең ҡыуаныуы! Хәлен белешергә барғанда инде...

Ни генә тимә, йәш саҡта нисек тә йәшәлә, олоғайғас, ҡәҙерең булһын ул. Яҡындарыңа кәрәгең булһын.




Автор: Б. Ҡаһарманова
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)