RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

27.07.2019 Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Эңер төшөп килә. Өфөлә кис. Тәҙрә аша һағышлы күҙҙәрен урамға төбәгән Әлфиә кешеләрҙең шаулы эш көнөнән һуң ашыға-ашыға өйҙәренә ҡайтыуын күҙәтә. Офоҡ ситтәрен һырлап, ҡояш бата. Ул күңеле менән Американың Калифорния штатындағы Сан-Францисконан алыҫ түгел урында ятҡан Лафаеттела. Был яҡ Әлфиәгә һуңғы ваҡытта яҡын һәм ғәзиз. Әле унда һыҙылып таң ата. Ире Дэвид, улдары Майкл һәм Әмир, моғайын, Әлфиәне һағынып та өлгөргәндер. Әмир менән Майкл – йәйге каникулда, ә Дэвид эшкә китергә ашығалыр. Кескәй ҡыҙҙары, биш йәшлек Элизабет, әсәһе менән Өфөлә ҡунаҡта. Бындағы ваҡытҡа өйрәнә алмай, төн уртаһында тороп, ашап, уйнап ала. Ун бер сәғәт ваҡыт айырмаһы үҙен бик ныҡ һиҙҙерә.

Ҡыҙыҡ, әгәр ҙә ун йыл элек берәйһе: “Әлфиә, һин сит ил кешеһенә кейәүгә сығып, океан аръяғында йәшәйәсәкһең”, – тиһә, һис ышанмаҫ ине. Ә инде, инглиз ҡыҙың да була, тиһәләр, ерҙә тәгәрәп ятып көлөр ине. Әлбиттә, көлөр ине! Сөнки нисек инде ул мәктәп йылдарынан алып дуҫлашып йөрөгән Айҙарын ҡалдырып, сит ил кешеһенә кейәүгә сыҡһын?..

Айҙар менән медицина университетын тамамлағас өйләнештеләр. Әлфиәнең ата-әсәһе, үҙаллы йәшәгеҙ, тип, бер бүлмәле фатир ҙа алып бирҙе. Улдары Әмир тыуҙы. Уларҙан да бәхетле кеше юҡ кеүек ине донъяла. Шулай дүрт йыл дауам итте. Уларға ҡарап һоҡланмаған кеше булмағандыр. Юҡ-юҡта әсәһенең: “Эй, күҙ генә тейеп ҡуймаһын инде”, – тип борсолоуына ла иғтибар итмәне Әлфиә.
– Кит, әсәй, юҡҡа борсолма, беҙ бер-беребеҙҙе юғалтыр өсөн ҡауышманыҡ. Хәҙер улыбыҙ ҙа булғас, беҙҙе айырыр көс юҡ инде ул, – тип шаяртып та ҡуйғылай ине.

Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. Юҡ, ахырыһы… Бер нәмәнән дә ҡурҡырға ярамай, юғиһә ҡурҡҡаның алдыңа килә, тип әйтеүҙәрен ишеткәне бар ине. Шулай итеп, әсәһенең борсолоуҙарын Хоҙай Тәғәлә ишеттеме икән, тик һин дә мин йөрөгән Айҙары күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Өйгә һуңлап, эскеләп ҡайта башланы. Һөйгәненә ауыр һүҙ әйтергә лә тартынманы. Үҙен аҡлар өсөн ҡатынына төрлө ғәйеп таҡты, түбәнһетте, тауыш сығарҙы. Ҡайтмаған көндәре лә булғыланы. Әлфиә ире менән һөйләшеп, аңлашып ҡарарға теләне. Тик ул һөйләшеүҙән, аңлашыуҙан ҡасты.

Берҙән-бер көндө йәш ҡатын төндә ишек шаҡыуҙарына уянып китте. Ишек эргәһенә килеп, кем икәнен һорап белгәс кенә асты. Аҫҡы ҡатта йәшәгән Сәйҙәнең ире икән. Күренеүенсә, юлдан ҡайтҡанға оҡшаған, йөҙө борсоулы.
– Айҙарың беҙҙә, инеп ал, – тип ҡоро ғына әйтте лә сығып китте.

Әлфиә күршеләренә нисек барып ингәнен дә һиҙмәне. Күршеһе йоҡо бүлмәһенә ымлап күрһәтте, йәнәһе, шунда. Көтөлмәгән хәлде күреп, йөрәге шартлар кеүек ине, шулай ҙа, һуңғы көсөн йыйып, ишекте яй ғына асып ебәрҙе. Ире менән Сәйҙә әсәнән тыума хәлдә рәхәтләнеп йоҡлап яталар. Әлфиәнең күҙ алды томаланды, йығылып китмәҫ өсөн ишек яңағына тотоноп торҙо ла, кире боролоп, яй ғына атлап сығып китте.
– Ҡәбәхәттәрҙең ояты ла ҡалмаған икән, – тиеүҙән башҡа бер нәмә лә әйтә алманы.
Дарыу эсеп, үҙен бер аҙ тынысландырып алғас, ни уйларға ла белмәгән Әлфиә улын йоҡоһонан уятты. Иң кәрәкле әйберҙәрен генә алып, ваҡытлыса тип, әсәләренә киттеләр.

Был ваҡиғанан һуң байтаҡ ғүмер үтеп китте. Әлфиә саф тойғоларының тапалыуы менән килешә алманы. Ә Айҙарҙың айныҡ сағында ҡыйыулығы етмәне, эскәс, аңлашайыҡ, тип ғауғалашып китеүҙән ары үтә алманы. Яҙмышым шулайҙыр, тип, бала хаҡына яңынан бергә тороп та ҡаранылар. Тик иренең үҙгәрергә уйы юҡ ине. Сәйҙәнең ире Себер яғына китеп юғалғас, Айҙар бөтөнләй тиерлек унда йәшәй башланы. Әлфиәнең һуңғы өмөтө шартлап өҙөлдө.

Шулай, үҙ ығы-зығыһына күмелеп, тормоштан йәм тапмай йәшәп ятҡан көндәренең береһендә иң яҡын әхирәте Айгөл шылтыратты. Ул бер нисә йыл элек, интернет аша танышып, американға кейәүгә сығып киткәйне. Күп кеше уңмай, ә ул уңды! Әле ире менән ҡунаҡҡа ҡайтып төшкәндәр икән, тәбиғәт ҡосағына ял итергә барырға Әлфиәне лә саҡырып шылтыраталар.
– Беҙҙең менән ҡунаҡ егете лә бар, бер һүҙһеҙ кил, танышырһығыҙ, – тине Айгөл серле итеп.

Егет, ысынлап та, итәғәтле, мөләйем, иғтибарлы булып сыҡты. Инглизсә һөйләшә, урыҫса ла аҙыраҡ аңлай. Бер аҙна Өфөлә бергә булған ваҡыт эсендә дуҫлашып өлгөрҙөләр. Ҡайтып китер алдынан Дэвид хатлашып торорға һәм дуҫлыҡтарын дауам итергә теләүе тураһында әйтте. Әлфиә, ризалығын белдереп, баш ҡаҡты. Яңы йылды Мәскәүҙә бергә ҡаршы алырға һөйләшеп, ярты йылға айырылыштылар. Әлфиәнең төҫһөҙ донъяһына бер аҙ йәм инде. Ҙур теләк, тырышлыҡ менән инглиз теле курсына йөрөп, телде өйрәнде. Мәскәүҙә йәнә осрашҡанда, Дэвид хатта хайран ҡалды. Үҙен был йәһәттән шелтәләп алырға ла онотманы. Инде хәҙер иркенләп һөйләшергә лә була ине. Әлфиәнән ун йәшкә өлкән Дэвид үҙенең үткән тормошо тураһында йәшермәй һөйләне, Әлфиәне лә ихлас тыңланы. Һуңынан ул бик етди ҡиәфәт менән:
– Мин һине лә, улыңды ла Америкаға алып китәм, сыҡ миңә кейәүгә, – тип тәҡдим яһаны. Әлфиә, әлегә ашығырға ярамай, саҡ ҡына сабыр итәйек, тигәс, йәнә ярты йылға хушлаштылар.

Икеһенең дә яҙмышы бер иш тиерлек. Дэвидтың – беренсе ҡатынынан Майкл исемле улы, Әлфиәнең – Әмире. Икеһе лә яңғыҙ…
Йәй яҡынлашҡан һайын ҡатын үҙенә урын тапманы, ике яр араһында тороп ҡалған кеше кеүек хис итте. Бер ярҙа – Өфөһө, икенсеһендә – Дэвид… Нимә эшләргә?!.
Китер көн килеп еткәс, башҡа кәңәшләшер кешеһе булмағас, биш йәшлек Әмире менән һөйләшкән булып:
– Аллаға тапшырып, барып ҡарайыҡ, улым, йәме? Оҡшамаһа, кире ҡайтырбыҙ, эйе бит, – тип китергә ҡарар сығарып, фатирына ваҡытлыса кеше индереп китте. Мәрхүмә әсәһе әйтмешләй, ете диңгеҙ аръяғына…

Бына шул, барып ҡарайыҡ, тип китеүҙәренә һигеҙ йыл тигәндә генә Өфөләге тыуған йортона яңынан ҡайтырға форсат сыҡты Әлфиәгә. Инде Дэвид менән икеһенең уртаҡ ҡыҙҙары бар. Элек кинола ғына күргән Америка мөхитендә, ҡала ситендәге коттеджда йәшәйҙәр. Әлфиә әлегә эшләмәй, балалар тәрбиәләй. Машинала Әмирҙе – мәктәп­кә, Элизабетты балалар баҡсаһына алып бара, алып ҡайта. Төрлө спорт секцияһына йөрөтә, йорт эштәре менән була. Майкл бер ай – үҙ әсәһендә, бер ай атаһында йәшәй. Яңы туғандары Әмир һәм Элизабет менән бик дуҫлашты. Шуға күрә һуңғы ваҡытта атаһында оҙағыраҡ торорға тырыша. Әмир инглиз телен бик тиҙ өйрәнде…

Дэвидҡа Әлфиәнең һылыулығы, уңғанлығы, зирәклеге, сабырлығы, аш-һыуға оҫталығы, яҡшы ҡатын, әсәй, иптәш була белеүе оҡшай. “Беҙҙең ҡатындарҙың күбеһендә ундай сифаттар бөтөнләй юҡ”, – ти ул, ҡатыны менән ғорурланып. Үҙе лә ғаиләһенә яҡшы көнкүреш шарттары булдырыу өсөн бөтә көсөн, ваҡытын бирә.

Һөйләшеүебеҙҙең һуңында, ҡыйыу­лығым етеп, Әлфиәнән:
– Ә ниңә бәхетеңде үҙебеҙҙә генә эҙләмәнең, кем белә, бәлки?.. – тип һораным.
– Эҙләү, тип әйтеү миңә оҡшамай. Сөнки бер кем дә, иптәш эҙләйем, тип, мотлаҡ эҙләү менән шөғөлләнмәй. Яҙмышыңа яҙылған булырға ла тейеш бит әле ул. Унан һуң, беҙҙә лә миңә күҙ һалған ир-ат булманы түгел, булды, тик… Урыҫсалап әйткәндә, “наших мужчин умом не понять”. Уларҙың күбеһе үҙҙәренә йылы урын эҙләй. Тойғолар, мөнәсәбәттәр, мөхәббәт тә кәрәкмәй кеүек уларға. “Мине түҙеп торһаң, торам, тормаһаң – киттем”, – тиҙәр. Ундай ир-ат менән донъя көтөүе, балалар үҫтереүе ауыр. Ғаиләлә бөтәһе лә уртаҡ булырға тейеш, хатта мөхәббәт, бәхет һәм бәхетһеҙлек тә.




Автор: М. Ғәйфуллина
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)