RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

21.07.2019 Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Илүс әфәндене ат ҡараусы саҡырҙы. Тимәк, Сахара ҡолонлаған. Еңел үткәндер барыһы ла, ныҡ тоҡомдан бит ул.
– Теге ни, Илүс авзый, Сахара бушанды, тик... – ат ҡараусы, уңайһыҙланғандай, ҡарашын ергә төбәне. – Ҡолоно...
– Нимә, үле тыуҙымы ни?
– Юҡ та, теремек кенә, урынына торҙо ла...
– Улайһа нимә? – Илүс йылҡы һарайына ҡаты баҫып барып инде лә, Сахара торған бүлекте асты.
– Аһ, а... – ир саҡ һүгенмәне. Инде һикерәңләргә самалаған ҡолонға ҡарап ҡатты. Малҡай бөтөнләй башҡа тоҡомдан ине. Нисек?! Уның өйөрөнә ҡайҙан килгән был?!
Илүс телефонын тиҙ генә сығарып, номер йыйҙы.
– Мәлих Раилевич, миндә – ЧП! Срочно! Миңә һеҙҙең 30 йыллыҡ тәжрибәгеҙ кәрәк!
Раилевич тигәне – ветеринар. Илүс йәнә телефонына тотондо:
– Вадик, тиҙ кил, камера кабинетында пятиминутка!

Вадик – Илүстең ҡустыһы. Ә Илүс әфәндене аңлағанһығыҙҙыр – тоҡомло йылҡы үрсетеүсе фермер ул. Төбәктә “уңышлы” тигән даны сыҡҡан, бай, йылғыр һәм талапсан. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр уға “әфәнде” тиеүҙе хуп күрә. Биш төрлө тоҡом аҫрай. Бишеһе биш ерҙә тотола. Былары иһә – үҙе йәшәгән ауылдағы иң ҙур һарайын­дағылар, – Сахараның тоҡомдаштары, ҡолалар, сыҙамлы, ныҡлы, теләһә ниндәй ел-дауылға ла бирешеп бармаған шәп тоҡомдан. Ерлекле, “документлы” йылҡылар. Сахараһын ниңәлер башҡаларына ҡара­ғанда нығыраҡ ярата. Ҡушаматы ниңә эҫе, мөғжизәле Африка сүллеге атамаһы, тиһегеҙҙер? Бейә лә шундайыраҡ ул – бер ҡараһаң, баш бирмәгән кеүек, бер барһаң, һырынып килә. Төҫөн дә шул эҫе ҡомдай күрә (Мысырға ял итергә барғайны, ҡом төҫө шулай хәтерендә ҡалған), ниндәйҙер бер серлелеге лә бар һымаҡ. Хәйер, Илүс әфәнденең бөтә өйөрө ҡарап тороуға күҙ ҡамашырлыҡ.

Ҡымыҙы-ы! Рәсәйҙең яҡын-тирә тарафына рәхәт­ләнеп һата Илүс бай. Был шифалы эсемлекте әҙерләү менән алыҫтан, Урал аръяғынан, килгән ирле-ҡатынлы икәү етәкселек итә. Урындағыларҙы ҡымыҙ бешергә өйрәтеп булманы, тип әрләшә фермер. Ат менергә яратҡан туристар күп килә. Ставкалар ҡуйҙырып, төрлө бәйге лә ойоштора.

* * *
Саҡырған кешеләре саң борҡотоп килеп еткәнсе ҡолондан күҙен алманы ир. Бына һиңә мә! Нисек улай булды?!
Мәлих Раилевич машинаһынан төштө лә, багажниктағы ҙур ғына сумкаһын сығара башланы.
– Юҡ, юҡ, ҡолон сирле түгел шикелле. Баҡ әле, баҡ.
Раилевич һарайға инеп, ҡолонсаҡҡа күҙ һалды ла:
– Был... Был бит үҙебеҙҙең настоящий туры! – тип көлөп ебәрҙе лә, ҡайғыға ҡалған дуҫының яурынын ҡағып:
– Селекция менән шөғөлләнә башланыңмы ни? – тип һораны.
– Әйҙә, камера бүлмәһенә йыйылабыҙ, бәлки берәй нәмә аңлата алырһың. Ниндәй селекция?.. Саф тоҡом...
Улар һарайҙан сығып, уңдағы ҙур ике ҡатлы бинаға инде.
– Илүс туған, бейәләрҙе, ғәҙәттә, ҡайҙа тотаһың? – ветеринар фермерҙың үҙ эшенә үтә лә яуаплы ҡарауын, йылҡыларын электрон көтөүсе көтөүен яҡшы белһә лә, һораны.
– Раилевич, бер ерҙә лә хата ебәрмәнем! Валлаһи! Аңлатсы... – Фермер Сахараның паспортын табып алды. – Бына барыһы ла тәртиптә. Тейешле бөтә процедура, вакцина ваҡытында эшләнә.
Эйе, документтарға бәйләнерлек түгел.
– Хәләлдер бит? – Мәлих ахырҙа шулай тип һораны. Яуабын белгән хәлдә лә.
– Хатта мал аҙығы һалынған һауыттар ҙа хәләл. Ҡартатай ысулы менән ниттек... Кит әле, йәнде ашап, тупһыҙ һорау бирмә!
– Өйөрҙә ят тоҡом юҡ, тимәк?
– Булғаны ла юҡ!

Мәлих Раилевич Илүстең тағы ла нығыраҡ көйөүенә нимә тиергә белмәй аптыраны. Бейәнән дә, айғырҙан да анализ алырға кәрәклекте әйтте лә:
– Бына хәҙер тикшерәбеҙ инде ете быуынынаса. – Һәм ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы:
– Был тоҡом ҡайҙан килде?
– Нисек ҡайҙан? Бына бит, – Илүс ҡағыҙҙарға һуҡты, – чистый үҙебеҙҙеке.
– Юҡ, асыл төйәген әйтәм. Былар элек беҙҙә аҫралғаны булманы. Ҡырҙыҡылар.
– Ә-әә, алыҫтан, Оло Эйек буйынан ҡайтарылған. Мин алған фермер үҙе юллап йөрөгән. Беҙҙекеләр, ти. Бына бит, документлаштырылған, патентлы.
– Дә-ә, Илүс дуҫ, был тоҡом һиңә, намыҫлы фермерға, сюрприз яһаны...
– Ҡуйсәле... Хәҙер нимә, бөтә өйөрҙө изолировать итәйемме ни? Ни ҡылайым, Раилевич?
– Улай бөтөрөнмә, анализдарҙың һөҙөмтәләрен көт. Бер ҡолон өсөн ни... Тағы нисә бейәң ҡолонларға тейеш? Күҙәтеүгә ал.
Ветеринар киткәс, Илүс әфәнде ҡустыһы Вадик менән бөтә электрон архивты ҡарап сыҡты. Барыһы ла тәртиптә кеүек. Ҡолондоң атаһы – Сахараның тоҡомдашы, йылҡылдап торған “косячник”- айғыр.

Анализдар әҙер булды. Сир-фәлән юҡ. Башҡа бейәләр үҙҙәренә оҡшаш ҡолон тыуҙырҙы. Сахараның ҡолонсағы ла үҫте. Харап шәп, еңел кәүҙәле малҡай. Тик уны, мәле еткәс, был өйөрҙән айырырға кәрәгәсәк шул.

Бер көндө Мәлих Раилевич шылтыратты:
– Туған, һинеке кеүек сюрприз тағы ике фермерҙа теркәлде. Уларҙың бейәләренең тыуған яғы ла алыҫтан – Һаҡмар буйында. Һинекеләрҙең почти яҡташы.
– Бында бәйлелек бармы икән?
– Нишләп булмаһын? Боҙоҡ малды һатҡандарҙыр. Һин нисә йыл элек алғайның?
– Ну-у, ете йыл була. Бик ышаныслы кешеләрҙән алдым. Ә улар әйтеүенсә, шундағы, Эйек буйындағы тием, бик намыҫлы, беҙҙең кеүек прастуй фермерҙар аҫраған. Унан, беләһең дә инде, йылҡыларҙың тоҡомо бит местный, үҙебеҙҙең татар породаһы. Ҡырға таралған ғына һарыҡайҙарыбыҙ. Бөтә ил буйынса шундай тоҡом бар ул. Тик беҙҙекеләр, арзанға бирәләр тип, Һаҡмар, Оло Эйек буйынан йыйып апҡайтҡан, буғай.
– Дә-ә, – тип һуҙҙы телефондың теге осондағы тауыш.

Ҡолон мажараһы шуның менән бөттө был миҙгелдә. Фермер бер аҙ еңел һуланы-һулауын. Әммә малын тағы ла иғтибарлаңҡырап ҡарай башланы. Иртәрәк торҙо, һуңыраҡ ятты, тигәндәй. Арыу ғына сығым тотондо. Килемде лә етерлек алды. Һәм бер арауыҡ теге ваҡиғаны иҫләгәндә (иҫләмәү мөмкин түгел – ҡолонсағы болон иңләп уйнаҡлай) улай уҡ борсолмай башланы.
Шулай ғүмер аҡты... Йәш турыҡайҙы Илүс әфәнде, йәлләһә лә, иткә оҙатты. Шәп кенә ине лә...
29-сы йыл тыуҙы. Матур шул беҙҙең миҙгелдәр! Джипта елгәндә, фермер хисләнеп китә. Ҡышы, яҙы ҡалай матур!..
Ә бер көндө ул күҙ йәштәрен тыймай иланы. Сахараның өйөрҙәше биш ҡола бейә лә яңы тыуған йомшаҡ ҡына ҡара көрән ҡолонсаҡтарына мөлдөрәп ҡарап тора ине.

Был юлы Илүс әфәнде ниндәйҙер ҡыҙыулыҡ менән ошо тоҡом малын һатҡан фермерға йүнәлде. Уныһының барыһы ла тәртиптә. Илүс документтарҙы ла алғайны. Йәнә лә бәйләнерлек бер нәмә лә тапманылар. Ахырҙа, Илүс шул уҡ ҡыҙыулыҡ менән Эйек буйына сығып китте. Юлда ишетте: бер фермерҙың шул “һары” тоҡомдағы бөтә ҡолоно төҫ алмаштырған.
Барасаҡ Илүс Эйек буйына, барасаҡ. Малдың атын-затын белешәсәк. Хәйер, нисәмә йыл үткән дә бит... Ә шулай ҙа ниңә улар беҙҙә төҫөн үҙгәртте?! Селекция-фәлән эше түгел бит...

Адрестарын алдан интернеттан ҡараштырғайны, ауылға тура ғына барҙы. Тәбиғәткә һоҡланып, әҙ генә тынысланғандай ҙа булды. Барып етәрәк, бер ҡалҡыу юлға менгәйне, офоҡта мал йөрөгәне күренде. Уның күҙе яңылышмай: бер өйөр – уларҙың документлы аттары кеүек. Һарыҡайҙа-аар! Ҡайҙан-ҡайҙа һуҙылып утлап йөрөйҙәр. Илүс әфәнде туҡтап, бергилке ҡарап торҙо шул тарафҡа. Ул да булмай янына бейек ҡара машина килеп туҡтаны.
– Ағай, ярҙам кәрәкме әллә? – бер йәш егет икән.
– Юҡ, Моратбай фермер йәшәйме был ауылда?
– Ә-ә, эйе. Ана, йылҡылары. Крас-сава-а! – егет малҡайҙар яғына эйәген төбәне. – Өйө ауылдың ҡап уртаһында. Ҡапҡаһында, билдәле инде, ат төшөрөлгән, – тип көлдө.
Илүс дөрөҫ килгәнен бер ҙур йорт тапҡырына еткәс тә аңланы – ҡапҡала уның Сахараһының әсәһенә оҡшаған ат һүрәте төшөрөлгәйне. Муйынындағы өлпөгөнә тиклем оҫта төшөргән рәссам.

Фермер машинаһынан төшөүгә, ҡапҡа төбөнә бер ҡарт сыҡты. Моратбайҙың атаһы икән. Үҙе эш менән үҙәккә киткән, бөгөн ҡайтмай. Илүстең кәйефе ҡырылһа ла, мәсьәләһен ҡартҡа аңлатырға булды. Шулай-шулай, ни өсөн шундай хәл килеп тыуҙы, бына бөтә документы тәртиптә – аптырағандан килдем, тиеңкерәп аңлатты бабайға. Ышаныслыраҡ булһын өсөн ҡағыҙҙарын, фотоларҙы ҡарттың алдына уҡ һуҙҙы.

– Улым, миңә дөкәмит-фәлән кәрәкмәй. Хәлеңде аңланым. Шуны ғына әйтә алам: йылҡының исеме урланған. Хәләл тир түгеп ҡараһаң да, халыҡ хаҡына ҡул һуҙылған. Һеҙҙә мандымаҫ ул тоҡом.
Илүс бер нәмә лә аңламаны. Әй-й, ҡартты ни! Үҙе ҡапҡаға текәлгән булды.
– Ә был бейә минеке ине ул. Миҙаллы ҡушаматлы. Үҙе ҡартайҙы. Һуңғы ҡолонон улым ҡонажын йәшенә лә етмәгән көйө һеҙҙең яҡтарға һатты. Эй, яратҡайным шул малҡайымды. Әллә баяғы Сахараңдың үҙенә оҡшаш ҡолонон миңә һатаһыңмы? – бабай таҡыяһын ҡырын һалып уҡ ҡуйҙы. – Тоҡом бөтмәҫ элек килтер әле, улым. Күпме хаҡ һораһаң да, алырмын, бинсейә ҙур ул минең. Мандымаясаҡ һеҙҙә, мандымаясаҡ. Уның дөкәмите – бында...

Илүс ҡартты йәлләне ниңәлер. Ныҡ бирешкән шикелле. Үҙе бер ни өндәшә алманы, арлы-бирле хушлашты ла, китеп барҙы. Бөтөнләй һыуынды. Тынысланды. Нишләп был яҡтарға килеп сыҡты һуң әле? Ә шулай ҙа ҡарттың һүҙҙәрен хәтеренә һеңдерҙе.
Киләһе йылына Сахара аҫралған өйөрҙә тыуған ҡолондарҙың бер бөртөгө генә ҡола ине. Күкрәгендә өлтөгө лә бар. Илүс әфәнде бөтәһен дә аптыратып, уны Моратбай фермерҙың атаһына алып китте. Ҡарт ҡунаҡты иҫән-һау ҡаршыланы. Миҙаллыһы ҡайтты бит.
– Исеме лә юғалмаҫ, халыҡ хаҡы бит, халыҡ хаҡы, – тип мөңгөрләй ине бабай Илүс машинаһына ултырып ишеген япҡанда.
Фермер “исем” менән “халыҡ хаҡы” тигәнде тәки аңлай алманы. Әллә аңларға теләмәне...




Автор: С. Иҫәнаман
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)