16.07.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)
* * *
Карап һыу төбөнә төшөп киткәс, тере ҡалған ирҙәрҙе тулҡын – бер утрауға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы икенсеһенә илтеп ырғыта. Ирҙәр утрауында кәңәшмә бара. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә – нисек итеп ҡатын-ҡыҙҙар утрауына эләгергә.
20 йәшлек егет:
– Әйҙәгеҙ, тиҙ генә йөҙөп барабыҙ.
30 йәшлек ир:
– Башта һал яһайыҡ, шунан ҡуҙғалырбыҙ.
40 йәшлек ир:
– Ниңә барып мәшәҡәтләнергә?! Үҙҙәре йөҙөп килер әле.
* * *
Төрмә һаҡсыһы тотҡондарға әмер бирә.
– Камерағыҙҙа бөтә нәмә ялтырап торорға тейеш. Артыҡ әйберҙәрегеҙҙе алып ҡуйығыҙ! Тиҙҙән беҙҙең начальник бында киләсәк!
Тотҡондар – аптырашта:
– Ә нимә өсөн уны ултыртҡандар?
* * *
Иртән уянғас, ир – ҡатынына:
– Етте! Бөгөндән тәмәке тартыуымды ташлайым!
Ҡатындың яуабы ҡыҫҡа:
– Улай итә күрмә! Һин үҙеңдең йүтәлең менән бөтә ҡараҡтарҙы ла ҡурҡытып тораһың әле, Аллаға шөкөр!
* * *
Судта айырылышыу процесы бара. Судья – ҡатынға:
– Ниңә был кешегә кейәүгә сыҡтың?
– Көн һайын ҡиммәтле коньяк ҡына эскәс, аҡсаны һәйбәт эшләйҙер тип уйлағайным…
* * *
Арыу ғына төшөрөп алған яңы урыҫ официантты саҡыра:
– Ни өсөн салфеткағыҙ майлы?
– Һеҙ бит ҡоймаҡ менән битегеҙҙе һөртөп тораһығыҙ…
* * *
Баш телде әрләй:
– Һин теләһә нәмә һөйләйһең дә, инеп ҡасаһың. Һуңынан миңә эләгә.
* * *
Ир менән ҡатын талаша. Ҡатыны:
– Түҙер әмәлем ҡалманы. Бөгөндән үк әсәйемдәргә ҡайтып китәм.
– Бар, бар! – ти ире. – Күптән кәрәк ине, юлыңа аҡ йәймә! Бына һиңә юллыҡ аҡса, ысҡын бынан!
Ҡатыны аҡсаны һанап ҡарай ҙа:
– Бында бит барып етерлек кенә. Кире ҡайтырға ла бир!