RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мал рәнйеше бәлә килтерә...

20.07.2019 Мал рәнйеше бәлә килтерә...

– Ах, был Илдарҙы, ҡулы ҡороғор нәмә! Шулай ҙа ҡанһыҙ әҙәм булыр икән? – көтөүҙән ҡайтҡан малын бикләгән Нәсимә апайҙың тауышы тирә-яҡты яңғыратты. – Үҙен шулай бер туҡмарға ине, бәлки ауыртыу-һыҙланыуҙың ни икәнен белеп, әҙерәк аҡылына килер.

Арҡаһынан алып ҡорһағына тиклем буй-буй сыбыртҡы һалған яраһы ҡанһыраған һыйырҙарға ҡарап, мин дә күршемә өнһөҙ генә теләктәшлек белдерҙем. Тағы ла һауын оло бер бәләгә әйләнә икән: көтөүсенең сыбыртҡыһынан ҡурҡып ҡалған мал эргәһенә кеше ебәрмәй тертләп тора, тибенә. Ҡанһыраған яраға килгән күгәүен-себендәрҙе ҡыуып, ҡойроғо менән һелтәнә башлай. Тышаулап, кәртәләүгә бәйләп, саҡ һауыла. Әллә ҡурҡыуҙан, әллә туҡмалып ас ҡалыуҙан һөтө лә эймәй – һауын оҙаҡҡа һуҙыла. Ярай беҙ ике генә баш һыйыр малы тотабыҙ, ә Нәсимә апайҙың алты баш булғас, ярты төнгә тиклем хитлана. Һауған һөттө ситкә ултырттым да, тышауын ысҡын­дырғансы тип, ҡанлы яраларға махсус май һөртөп ебәрҙем.

– Иртәгә уполнамоч Әхтәмгә барып килмәй булмаҫ: был Илдар тамам шашты. Оло һыйырымды нисек ҡамсылағандыр, белмәйем, еленендә ҡанлы яра. Бөтөнләй һауырлыҡ түгел. Бахыр малҡай, елене тулып бер яфалана, яраһы һыҙлауына ла түҙмәй. Иртәгә көтөүгә ҡыумайым, йәйге селлә эҫеһендә йомшаҡ ағза хәҙер боҙолоп, ҡортлап бөтә инде.
– Ҡуйһаңсы инде, – кәртә аша күрше апай менән әңгәмәләшеп киттек. – Иртәгә иртәнсәк мал тағы туплауға ҡушылмай яфалатыр инде. Илдарҙы күреү менән ҡаса башлайҙар. Мин дә бына арҡаһына май һөртөп йөрөйөм. Былтыр шулай боҙолоп киткәйне бит, шуға был юлы запас менән алдым әле. Кәрәкме? – ҡулымдағы майҙы тәҡдим иттем.

– Мин дә алып ҡуйғайным. Тиреһе ҡалын ерҙәр бирешмәҫ тә ул, ә бына елене боҙолһа, оҙаҡҡа һуҙылыр ул. Көн һайын 20 литр һөт бирә ине малҡайым, хәҙер төҙәлгәнсе һыуала инде. Яҙғы сходта Илдарҙы көтөүгә сығармаҫҡа, тинеләр бит инде, ниңә ҡабат шуға әйтәләрҙер...
– Һуң, Нәсимә апай, ни хәл итмәк кәрәк? Көтөү көтөргә теләүселәр юҡ бит хәҙер. Бына оҙаҡламай сират беҙҙең урамға төшә, Алмас эшкә киткән генә ваҡытта. Ярай, һинең ике улың буй еткереп килә, көтөрҙәр. Ә мин кемгә әйтәм? Илдарға ҡала инде көнөм...
– Алла бирһә, малайҙарға әйтермен, көтөрҙәр. Малһыҙ ҡалыр әмәл юҡ. Бик булмаһа, күрше ауыл Хәсәнгә әйт, ул матур көтә. Һөткә лә мулығабыҙ, мал да иркен йөрөй.
– Һуң, Шәрифә инәйҙең көтөүен көткәндән һуң, ул һаман айыға алмай эсеп йөрөй, тиҙәр бит...
Нәсимә апай асыуынан ҡатлы-ҡатлы һүгенде лә, биҙрәләрен күтәреп өйөнә ыңғайланы.

Түбәнге ос Илдар көтөүгә сыҡтымы, мин генә түгел, бар ауыл ҡатындары һыйыр һауыуҙан биҙрәй. Башҡа ваҡытта һин дә мин булған ир әллә ниңә малға ҡарата аяуһыҙ шул. Йәш саҡтарҙа сит ауылдан килгән йәиһә бер ҡыҙ артынан йөрөгән егеттәр үҙ-ара йыш һуғышты. Бер-береһен еңә алмаһалар, дуҫ-туғандары менән командаға тупланып алышҡандарын да күреп йөрөнөк. Ә Илдар бындай “аңлашыу”ҙарҙан һәр ваҡытта тиерлек алыҫ булды. Хатта уның бер һүҙе лаҡапҡа әйләнеп, бар районға таралды. Эсеп алған егетте дуҫтары һуғышырға бармағаны өсөн битәрләй икән:
– Бешмәгән һин, Илдар. Шул саҡта йоҙроғоң менән бер һуғыу ғына етә ине. Ә һин боролоп киттең. Ҡурҡтыңмы?
– Юҡ, егеттәр, ҡурҡмайым мин. Бер генә һуғыу түгел, ҡайһы саҡта асыу килтергән кешеләрҙе йығып һалып типкесләгем килеп китә. Йоҙроҡто ны-ы-ыҡ итеп төйнәйем ул. Әммә эстән генә өскә тиклем һанайым да, “Тормозға баҫ, Илдар! Егетбаевтар нәҫелен бысратма!” тип үҙемә әмер бирәм! Асыу­ланмағыҙ инде, егеттәр, – тип яуаплаған икән. Хәҙер күп кеше ҡыҙып китһә, эргәһендәгеләр: “Тормозға баҫ! Нәҫелеңде бысратма!” – тип шаяртыуға бора. Тик Илдар малдарға ҡарата ҡанһыҙ булыуы менән барыбер ҙә нәҫеленең түгел, үҙенең насар данын ҡалдырҙы. Кеше малына ғына ҡарата ҡаты ҡылана икән, тип уйлаһам, бер осраҡтан һуң был иргә ҡарата ихтирамым бөтөнләй юҡҡа сыҡты.

“Ир ҡанаты ат була” тигән мәҡәл юҡҡа ғына әйтелмәй. Аҫҡы урамдан Нәсих олатайға ул тап килеп торған кеүек: үҙе менән бергә ҡартайған атын эйәртеп урамдан үтеүе генә ти тора. Икеһе бер темпта атлаһа ла, дүрт тояҡ тупылдауы менән кәлүштең ҡыр­пылдауы үҙенә генә хас көй сығара. Тыҡрыҡ буйлап һөҙәк тау битләүенә сығып еткәс, бабай фильтрһыҙ тәмәкеһен тоҡандыра ла, атының муйынын ҡосаҡлап бер аҙ иркәләй, бармаҡтары менән ялын тарай. Ә малҡай, тәмәкенең һаҫыҡ еҫенә ҡарамайынса, хужаһына иркәләнеп тора бирә. Нәсих олатай тауышы сыҡмаһын өсөн еп менән бәйләп алып килгән ҡыңғырауҙы ысҡындырып, атының муйынына бәйләй. Тышаулап ебәргәс иһә, кеҫәһенән икмәк һынығы менән шаҡмаҡлы шәкәр сығарып, дуҫының моронона терәй. Тегеһе ялҡау ғына семсенеп, һыйҙан ауыҙ итергә тотона. Был эштәрҙе башҡарғас та бабай ҡайтып китергә ашыҡмай – икенсе тәмәкеһен тоҡандырып, ергә ултыра. Уның ауылды күҙәткәнен ат та сабыр көтә. Бары тик хужаһы ҡайтыу яғына ыңғайлағас ҡына үлән ашарға тотона.

Ә кис олатайҙың атын алып ҡайтыуы беҙҙең өсөн оло байрам: алмашлап һыбай ҡайтырға була. Нәсих олатайға эйәреп, беҙ ҙә тауға үрмәләйбеҙ. Уны күргән ҡарт ат ашыҡмай ғына һикерәндәп, ҡаршы килә. Тышауын ысҡындырып, ҡыңғырауы алынғас, хужаһы, ысын кешеләй күреп, уға һүҙ ҡуша:
– Йә, малҡай, ни хәлдәһең? Һутлы үлән ашап, көс тупланыңмы? Оҙаҡламай бесән ташый башлайһың, ялдың ҡәҙерен бел. Мин как-нибут та сабып тейәрмен ул, бына һиңә уны һөйрәргә кәрәк бит. Йә-ә-ә, малҡайым, ҡайғырма, быйыл күберәк һоло алырмын да, бесәнде самалап әҙерләһәк тә етер, – уның һөйләгәнен аңлағандай, ат башын һелкеп-һелкеп ҡуя. Аллы-артлы йүгереп килеп еткән бала-сағаға ҡарап, бабай мәрәкәләп тә ала. – Хужаңдың һине менеп сабырға хәле ҡалманы, давай, һыбайлыны онотмаҫ өсөн ошо малай-ҡыҙҙарҙы йөрөтөп алайыҡ әле!
Кем беренсе ултыра, тип бәхәсләшеп сыр-сыу килгән беҙгә ҡарап йылмая ла, бабай һүҙен дауам итә:
– Но-но, мал ҡәҙерен белмәҫ ҡапҡорһаҡтар! Ат аҡыллы мал ул, күп сырылдашһағыҙ, сөйөрөп кенә атып барыр үҙегеҙҙе! Сиратҡа баҫтыҡ! Барығыҙ ҙа өлгөрәһегеҙ, быуаға барып, һыуһынын ҡандырып ҡайтабыҙ!

Юл буйы Нәсих олатай аттарға бәйле әкиәттәр, риүәйәттәр һөйләй, беҙҙән хор менән “Ел, ерәнем”, “Шайморатов генерал” йырҙарын йырлата, ат тәрбиәләргә өйрәтә. Ул замандарҙа кемдәр ат аҫраған, уға әллә ни иҫе китмәһә лә, беҙҙең кеүек атһыҙ хужалыҡта үҫеүселәр ошо олатай менән мал йәнле булып үҫтек. “Ат эшсән мал. Көс, тир сығара, хужаһына хеҙмәт итә. Шуға ла майында холестерин юҡ. Ә һинең өсөн хеҙмәт иткән, тормошоңдо еңеләйткән йәнгә нисек ҡул күтәрмәк кәрәк! Мин хатта ҡысҡырып әрләмәйем дә: әйткәнде аңлай. Ни өсөн? Йылдар буйы янымда йөрөп, аңлашырға өйрәндек. Ә хәҙер йәштәр ана йыл һайын ат алыштыра. Улар бит үҙ малының көслөмө- юҡмы икәнен дә аңламай!” Ат йәнле олатайға ҡарап, малға ҡарата йомшаҡ булырға өйрәндек. Ауыл ерендә туйҙырыусы улар бит...

Бер көн ирем Алмас ярһып ҡайтып инде.
– Илдар атын үлтерә яҙған. Саҡ салып өлгөрҙөк. Бикләп ҡуйып ҡамсылаған да, аҙағынан тимер сым менән туҡмаған. Бахырҙың ҡанһырамаған ере юҡ, күҙҙәре ялбарып ҡарай инде. Ергә йығылған, тыпырсынып ята... Ух-х, үҙен туҡмарҙай булдым ул ахмаҡтың!
– Эскәнме әллә? – аптырағандан, аҡлау эҙләргә булдым.
– Юҡ, ап-айныҡ. Ялан кәртә һайғауын емереп, ишек алдына сыҡҡан өсөн шулай туҡмаған малҡайҙы! – ике йыл элек тартыуын ташлаған ирем, эшкә ҡушҡан ир-атҡа тип алған тәмәке ҡабын эҙләп алып, ихатаға сығып китте. Күргәне шулай күңелен әрнеткән икән. Хәйер, ҡанға туҙып ерҙә ауған атты күҙ алдына килтереп кенә лә, үҙемдең йөрәк өшөп китте...

* * *
– Күрше, ишеттеңме, район үҙәгенән ҡайтып килгәндә Таһир аварияға осраған, ти! – ноябрь иртәһендә мал ҡарап йөрөгән ерҙән Нәсимә апайҙың хәбәренә туҡтап ҡалдым.
– Йә Хоҙай, вәт бәлә... Үҙе иҫәнме икән һуң?
– Аллаға шөкөр, үҙенә лә, ҡатынына ла бер ни ҙә булмаған. Ҡыҙҙары Айгөлдөң аяғы һынған.
– Ярай, аяҡ ҡына төҙәлер, иң мөһиме – дөрөҫ дауалаһындар. Нимә булды икән һуң?
– Кисә яуып, бөгөн туңдырғайны бит. Трассанан беҙҙең ауылға боролған ерҙә КамАЗ туҡтай алмай, килеп бәрелгән.
– Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр бит, – башҡаса әйтер һүҙ тапманым. – Аҙағы хәйерле булһын инде...
– Эй, онотоп торам... Егетбаев Илдар ҙа улар менән булған, ти. Ҡайһы ере имгәнгәндер, теүәл белмәйем, алты сәғәт буйы операция яһағандар. Бөгөн Өфөнән санитар самолет килеп алып китә, тиҙәр...
– Йә Аллам, ярҙамыңдан ташлама.

Тик Илдарға медицина ярҙам итә алманы. Иҫән ҡалыуын-ҡалды, әммә телдән һәм хәрәкәттән мәхрүм булды. Ҡатынына, туған­дарына рәхмәт, ике йыл буйына үҙен матур итеп ҡаранылар. Тәүге осорҙа коляска менән тышҡа ла сығара торғайны, тик аҙаҡҡа табан баш тартҡан, тинеләр. Сираттағы вах­таһынан ҡайтҡас, Алмас класташының хәлен белергә китте.
– Бәһлеүәндәй буй-һыны менән ята инде, бахыр. Бер яҡтан ҡараһаң, йөрәге һау булғас, ята ла ята инде. Ныҡлап әйтә алмайым, әммә уның телдән ҡалыуы башы бәрелеүҙән булырға тейеш. Телмәр һәм хәрәкәт нервылары зыян күргәндер ул.
– Уны дауалап булмаймы икән?
– Әллә инде. Башҡа органдары һау булһа, йәшәр әле. Тик күҙҙәренең нуры һүнгән кеүек тойолдо. Һөйләгәнде аңлай ул, йылмайып ҡуя. Ҡатыны өйрәнеп бөткән, күҙ ҡарашынан аңлап торған кеүек. Хушлаша башлағайным, уйнап йөрөгән балаларына ҡарап, илай башланы. Дөрөҫ аңланыммы ин­де, юҡмы, үҙемсә йыуатыр өсөн: “Балаларың өсөн борсолма, ярҙамдан ташламаҫбыҙ. Атай-әсәйеңдәр ҙә шәп әле!” – тигән булдым. Тик күҙҙәренән йәш аҡты ла аҡты. Еүеш салфетка менән битен һөртөп, ятҡырып сығып киттем.
– Ни эшләтәһең инде...

Төндә иремдең тороп сығып киткән тауышына уяндым. Бер аҙ күҙем эленеп китеп, ҡапыл тертләп уянғанымда ул һаман инмәгәйне әле. Аптырап, алғы яҡҡа, унда ла булмағас, болдорға сыҡтым. Тәмәке тартып ултырыуын күреп, ризаһыҙлыҡ белдерергә ашыҡтым:
– Һин былай уйланған, йөрәгең янған һайын ҡабат тәмәкегә тотонһаң, ғүмерҙә лә ташлай алмайһың инде.
– Ҡуй, кәләш, әрләшмәйек әле... Уйланып яттым-яттым да, сығып киттем бына.
– Ауыр икәнен аңлайым. Яңы 40 йәше тулған ирҙе, етмәһә, класташыңды, түшәктә күреү еңел түгел. Ҡайһы бер кешеләр ҡаты ауырыу янына хәл белергә бармаһа, ғәйепләргә генә торалар. Ә күңелең күтәрә алмай илап-һыҡтап, йәлләүеңде күрһәтеп, киреһенсә хәлен насарайтырға ла мөмкин бит. Мин, мәҫәлән, ундай саҡта дарыу эсеп, тынысланып, хатта күңелемде бер аҙ “туңдырып” ҡына барам. Хистәргә бирелмәҫ өсөн.
– Уныһы шулай, – Алмас бер аҙ тын ултырҙы ла, ҡабат һүҙ башланы. – Тик мин ҡапыл икенсе нәмә тураһында уйлап ҡуйҙым. Балаларына ҡарап илаған мәлдә улар бит сыбыртҡыһын ат итеп уйнап йөрөй ине. Әллә шул ҡанһыҙлыҡтарын иҫенә төшөрөп, үкенеп иланымы икән? Мал рәнйеше төштөмө әллә уға?
– Ни уйлағанын кем белә инде, бәлки, ысынлап та үкенеүҙән илағандыр.
– Шул фекер башҡа килде лә, тормошто барлап ултырам бына. Кемдәрҙе хаҡһыҙға рәнйеттем икән? Уларҙан нисек ғәфү һорарға? Иртәгә Илдар янына тағы барып киләм әле. Ҡатыны ул сыбыртҡыһын йыйып ҡуйһын. Күрһә, тағы илар...

Илдар ысынлап та оҙаҡҡа барманы. Аварияға осрауына ике йыл да дүрт ай үтеүгә баҡый донъяға күсте.




Автор: Г. Вәлитова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)


Ашалып бөтмәгән бәлеш (Булған хәл)