12.02.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бала табыу йортоноң тәҙрә төбөндә:
– Әҡлимә, әйт инде, кем?
– Беҙҙекеләр. 5:4.
* * *
Редакцияла телефон шылтырай:
– Һеҙҙең баҫмағыҙҙа былтыр инглиз көйәрмәндәре Мәскәүҙә 35 миллион долларға яҡын аҡса ҡалдырып киткән, тип уҡығайным. ҡайhы тирәләрәк икәнен аныҡлап ҡына әйтә алмаҫhығыҙмы икән?
* * *
Ирек тарихтан имтихан бирә.
– Әйтегеҙ әле, – ти профессор, – декабристарҙың hөжүме ҡасан булған?
– 1825 йылдың декабрендә, төндә, – ти егет.
– Ә ни өсөн тап төндә тип уйлайhығыҙ? – тип аптырай профессор.
– Ленинды уҡырға кәрәк, – ти эре генә Ирек.
– ?!
– «Герцендың хәтирәhе»ндә ул: «Декабристар Герценды уятты», – тип яҙған бит...
* * *
– Тик кенә тороғоҙ, тик кенә тороғоҙ, тим бит мин һеҙгә!
– Был нимә, талаумы ни?
– Юҡ. Был күмәкләшеп фотоға төшөү...
* * *
Ике әхирәт:
– Хоккейсыларға «сәкән» нимәгә инде? Аяҡтары менән уйнаһындар ине! – ти береһе.
– Аяҡтары конькиҙа шыуыу өсөн бит, – ти икенсеһе.
– Улайһа, ҡулдары менән!
– Ә ҡулдары һуғышыр өсөн!
– Ул сағында баш менән!
– Баштарында шлем да һуң!
– Эй, ниндәй ҡатмарлы, баш ҡатты инде...
* * *
– Әсәй, был нимә?
– Һуған ашы, улым.
– Һин нимә, Чиполлиноны үлтерҙеңме ни?
– Юҡсы, улым, мин уны баҙарҙан һатып алдым.
* * *
– Һеҙ был ханымдың туғанымы?
– Эйе. Тик бик алыҫ туғандар: беҙ егерме бер туған ҡыҙ һәм малай инек. Мин – тәүге бала, ә ул – иң һуңғыһы.