12.07.2019 “Пар балдаҡтар ҡалды иҫтәлеккә, Үткән тормошомдоң ауазы...”
Йәштәр тамыр, ысыҡ тамсыһындай...
Таң йондоҙо – Сулпан ҡалҡҡан
мәлдә,
Һайрағанда һары һандуғас,
Йәштәр тамыр, ысыҡ
тамсыһындай,
Яндарымда йәрем булмағас.
Ҡояш ҡалҡып, алтын нурға
күмер
Бар донъяны, наҙлы иркәләр.
Йәштәр тамыр, ысыҡ
тамсыһындай,
Хәйерленән булмаҫ иртәләр.
Көн битенә сәскә тажын асыр,
Киң йылмайып бағыр ҡояшҡа.
Йәштәр тамыр, ысыҡ
тамсыһындай,
Күңелкәйем тулыр һағышҡа.
Кис тә етер, эңер төшөр бер
саҡ,
Тонйорап йөҙөр тулған ай
ғына.
Йәштәр тамыр, ысыҡ
тамсыһындай,
Күҙҙәремдән тағы яй ғына.
Улыма
Ғорурланып күкрәк ҡаға алам:
Сик һаҡсыһы минең улым да.
Алыҫ Кавказ тауҙарынан яҙған
Хаттары бар әле ҡулымда.
“Кавказ тауҙарынан оло сәләм!
Һаумыһығыҙ, әсәй, туғандар!
Хәлдәрегеҙ нисек? Мин
арыумын!
Ни хәлдәрҙә
күрше-ҡалғандар?
Энем инде буйға үҫкәндер ҙә,
Минән аша ҡарап торалыр?
Һылыуҙарым үҫеп еткәс:
“Ҡайҙа
Уҡырға?” – тип пландар
ҡоралыр?
Ә ағайым эштә йөрөйҙөр ул,
Туҡ булһындар, тиеп, балалар.
Әсәй, минең өсөн бөтөрөнмә,
Ҡайтырмын мин яуғас
аҡ ҡарҙар!
Минең менән бары ғорурлан
һин,
Ил һағында тора улым, тип!
Һағынышлы ҡайнар сәләм
менән
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалам
мин...”
Күҙ йәштәрем тамып
һарғайғандар
Улғынамдың яҙған хаттары.
Күпме алып ҡулға уҡыһам да,
Бөтмәҫ был хаттарҙың
хаҡтары!
Ниҙәр күргән, ниҙәр
кисергәндер,
Белһә бары үҙе беләлер,
Нисәмә йыл төндә һаташа ул,
Төшөнә тик Чечня инәлер!
Иҫән генә булсы, һау-сәләмәт,
Йөрәк тибешем бит һин, улым!
Ил һаҡсыһы көнө менән
ҡотлап,
Изге теләк теләп мин ҡалам!
Пар балдаҡтар
Пар балдаҡтар ҡалды
иҫтәлеккә,
Мөхәббәттән, парлы һөйөүҙән.
Башҡа сара юҡтыр, яңғыҙ
ҡалғас,
Мәңгелеккә янып-көйөүҙән.
Пар балдаҡтар ята
кейелмәйсә,
Нисәмә йыл көтөп эйәһен.
Ҡулға алып, үткәндәргә
ҡайтып,
Берсә һалам, берсә кейәмен.
Пар балдаҡтар ғына хәтерләтә
Ир ҡатыны булған сағымды.
Төштәремә инә һөйгән йәрем,
Әллә ул да мине һағынды?
Пар балдаҡтар ҡалды
иҫтәлеккә,
Үткән тормошомдоң ауазы.
Аҡ бәхет һәм шатлыҡтарға
төрөнөп,
Килһен көндәрҙең тик аяҙы!
* * *
Аҡ сәскәне тотоп ҡулдарыма,
Өҙөп-өҙөп алам таждарын.
Һөйә микән, һөймәй микән,
тиеп,
Кемдәр таба икән парҙарын?
Мин дә өҙәм сәскә тажын,
һынап,
Һөйә, һөймәй, тағы һөйәсе.
Бер һирпелеп ҡарап уҙһа икән,
Йәмле айлы кистә килһәсе.
Тағы алам аҡ сәскәне ҡулға,
Һынамыштан уҙып булһасы.
– Сәскәләрҙе өҙмә, һөйәм! –
тиеп
Ҡулдарымдан тотоп тыйһасы.
Әйтегеҙсе миңә, аҡ сәскәләр,
Әйтегеҙсе, зинһар, һөйәме?
Мөхәббәттең көслө ялҡынында
Янғанымды ул да һиҙәме?
Шылтыратмам
Шылтыратмам, йәнем,
шылтыратмам,
Йөрәгеңә һалмам утлы ҡуҙ.
Һөйөп-һөйөлөрҙәй сағым
уҙған,
Түгелмен шул хәҙер һутлы ҡыҙ.
Һағынһам да һине, түҙермен
мин,
Һыҡтаһам да, йәшем
күрмәҫһең.
Тәҙрәләрҙән ҡарап
уфтанһам да,
Күңел хистәремде һиҙмәҫһең.
Уҙып китһәң минең
яндарымдан,
Теләм дә артҡа боролмам.
Һинең менән минең аралыҡҡа
Күренмәҫлек пәрҙә ҡоролған.
Тауышыңды кинәт ишетһәм дә,
Ишетмәмеш булып ҡалырмын.
Күҙҙәремде төбәп алыҫтарға,
Ситкә китеү юлын табырмын.
Йөрәккәйем ярһып
һыҙлаһа ла,
Күңелкәйем дөрләп янһа ла,
Түҙә алған тиклем түҙермен
мин,
Күҙҙәремә йәштәр тулһа ла.
Шылтыратмам, иркәм,
шылтыратмам,
Төн йоҡоңдо бер ҙә
бүлдермәм.
Янһам – янып, туңһам,
туңырмын мин,
Әммә һөйөүемде белдермәм!
Рәхмәт Хоҙайыма...
Рәхмәт, тимен бөгөн
Хоҙайыма
Яралтҡанға ошо донъяға.
Әҙәм итеп тыуҙырған бит
мине,
Тамырымда ҡыҙыл ҡан аға.
Яҡтылыҡты күрәм күҙем менән,
Ишетәмен тормош сыңдарын.
Мең шөкөрҙәр, тимен
Хоҙайыма,
Иҫән минең аяҡ-ҡулдарым.
Зиһенкәйем камил, аңым
дөрөҫ,
Етеш тағы ашар ризығым.
Маңлайыма яҙған яҙмышым да
Үкенерлек түгел, ризамын.
Эсәр һыуым да саф
шишмәләрҙә,
Һулар һауам таҙа тағы ла.
Бар күңелдән әйткән
рәхмәттәрем
Ошо шиғырымда сағыла!
* * *
– Ҡайһы балаң яҡыныраҡ? –
тиеп
Һораусылар тора табылып.
Ҡайһыныһы минән алыҫыраҡ,
Шуныһын мин көтәм һағынып.
Сырхап китһә әгәр кемеһелер,
Мин янынан уның китмәйем.
Һурып-һурып үбәм
кескәйҙәрен,
Уянғанын һис тә көтмәйем.
Килгәндәрен сығып ҡаршы
алам,
Киткәндәрен иһә оҙатам.
Һағыштарым булһа икһеҙ-
сикһеҙ,
Күҙ йәшемде иркен буҙлатам.
Кемдең нимә ашағыһы килә –
Барыһына ризыҡ ҡалдырам.
Оҙағыраҡ килмәһәләр инде,
Көтә-көтә күҙҙәр талдырам.
Ҡайһы балам яҡыныраҡ икән,
Тигән һорау мине борсомай.
Барыһы ла булһын иҫән-имен,
Ғүмер юлым үтер сарсымай.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ-
сәләмәтлек,
Уңыш булһын юлдаш уларға.
Бәхеттәре торһон ашып-
ташып,
Һауалар саф булһын һуларға.
Һәр ҡайһыһы тапһын үҙ
йәрҙәрен,
Мөхәббәтле генә булһындар.
Күҙҙәренә йәштәр
тулһалар ҙа,
Ҡыуаныстан ғына тулһындар.