12.02.2011 Һайрар ҡоштоң наҙлы моңдары
Башҡорт шиғриәте. Халҡыбыҙҙың сал тарихы кеүек тәрән тамырҙары, Ерҙе генә түгел, йыһан йырын иш итерҙәй моңдары, күңелдәрҙе яулар нескә ҡылдары, сая батырҙарҙы күккә сөйөр һәм киңлеккә шаңдау булып сыңлар сыңдары менән тормошобоҙҙо, кешелек донъяһын йәмләп тора.
Мин, һандуғас булһам, көнө-төнө
Алһыҙ-ялһыҙ һайрар инем мин, – тип, шағирә үҙенең йөрәк тибешен мәңгелек йырға ҡуша. Тик ошо моң менән тулған йәндең һулышында әсә һөйөүе, сәңгелдәк йыры, кешеләргә һәм кешелеккә өләшер ихласлыҡ, мәңгелек һөйөү ауаздары, тыуған яҡтың иң яҡты һәм яҡшы хәтирәләре лә ҡабатланмаҫ образ булып тыуа. Эйе, тап ил инәһе – Кәтибә Кинйәбулатованың шиғриәте халҡыбыҙҙың һүҙ сәнғәтендә үҙ урынын тапҡан, хәтергә уйылып яҙылған ижад.
Ярты быуаттан ашыу ижад иткән шағирәнең әҫәрҙәрендә йәшәү дәрте урғылып тора:
ҡартайыу юҡ!
Юҡты уйламағыҙ,
Тирә яғым – яҙғы гөл-баҡса.
Ана, нисек һандуғастар һайрай,
Гел мөхәббәт кенә был башта!.. – тип өндәшә икән, килешмәй ҙә булмай. Кәтибә апайҙың лирик героиня характерындағы ихласлыҡ һәм саялыҡ, сабырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ йәнәш килеүе лә шағирәнең уй-кисерештәренә, йәшәү рәүешенә, тормошона иғтибарҙы көсәйтә. Юҡҡа ғынамы ни Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми “Һин үҙеңсә һаман” тигән шиғырында:
Бөгөлөп тә төшөр ине хатта,
Һин күргәнде күрһә, күп ирҙәр,– тип һоҡланып та ҡуя. Эйе, ХХ быуатта йәмғиәтебеҙҙәге барлыҡ фажиғәле ваҡиғалар, һеҙҙең яҙмышты һынар өсөнмө икән, ҡайғыларҙы ла өйөп-өйөп бирә.
Матур, рухи яҡтан бай, уҡымышлы ғаиләлә икенсе бала булып донъяға килә. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында атаһы Мөхәмәткәрим, әсәһе Фатима тәүге уҡытыусылар була. Белемгә, уҡыуға булған ынтылышты ата-әсәһе үҙҙәренең биш балаһында ғына түгел, ә барлыҡ ауыл балаларында ла, кешеләрҙә лә уята. Тик ҡәһәрле репрессия елдәре был яҡтарҙы ла урап үтмәй, 1938 йылда Кәтибә апайҙың атаһын ҡулға алалар һәм атып үлтерәләр.
ҡара машинаны енем һөймәй
Атайымды алып киткәндән.
Ниндәй атайҙарҙы һәләк иткән
ҡара машиналы үткәндәр, – тип, шағирә күңел әрнеүҙәрен шиғри юлдарға һала.
Мин баш бала. Инәй
урынына
Мин кергәнмен тормош утына, – тип өндәшә “Инәйем васыяты” шиғырында. Биш бала менән тороп ҡалған Фатиманы донъя михнәттәре баҫып ала. Шуға ла Кәтибә, әсәһенә терәк булам, туғандарына ярҙам итәм, тип, бик иртә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫа. Ул ғына ла түгел, Кәтибә Өфөлә уҡып йөрөгәндә әсәһе гүр эйәһе була.
Берәү, икәү, өсәү… йәнә
бишәү –
Тәнәйҙәрем – мираҫ
етемлек…
Мин ҡыҙ бала. Бирнә
етерлек.
Һыҡтай-илай донъя көтөрлөк.
Туғандарын ҡарау, аяҡҡа баҫтырыу йәш ҡыҙҙың иңенә төшә. Әммә ул бирешмәй. Мәктәпкә уҡытыусы булып бара. Хеҙмәттән йәм күреп, күңеленә йыуаныс таба.
Уҡытыусы, мин бер уҡытыусы –
Тыумыштан мин ябай бер кеше.
Йөрәгемдә барлыҡ изгелекте
Бүлешеүем булыр бар эшем.
Туғандарында ла ошо сифатты тәрбиәләргә тырыша.
Яҡшылыҡты ерҙән өйрәндем мин,
Инәйемдең бөтмөр эшенән,
Яҡшылыҡты һеҙҙән өйрәндем мин,
Замандаштар, эшсән кешеләр.
Тыуған яғының матур тәбиғәте Кәтибәнең күңелендә йыр-моң булып ярала.
Тыуған йылғам,
Ғәзиз йылғам
Мейәскәйем,
Бала сағым,
Юҡ, төш кенә
Бик кескенә.
Ата-әсәһенән ҡалған мираҫ – балаларға булған һөйөү яҡшы уҡытыусы ғына түгел, ә ижад бөрөләрен дә терелтеп ебәрә. Мөғәллимә балалар өсөн ҡыҙыҡлы, тәрән йөкмәткеле шиғырҙар яҙа башлай. ҡалын ҡар аҫтынан әле генә ҡалҡып сыҡҡан умырзаялай, йәш шағирәнең дә ижады тыуған ерҙән ныҡлы һулыш, көс алып, алға ынтыла. Нәҡ шуның өсөн дә уның “Тәүге сәскәләр”, “Алтын тояҡ, аҡ кәзә” исемле балалар өсөн яҙылған китаптарындағы шиғырҙар үҙҙәре үк йырлап тора. Артабан был һуҡмаҡты “Әнисә”, “Бөркөт”, “Атай тауышы”, “Айгүзәлдең алтын асҡысы” тигән китаптар дауам итте. Кәтибә Кинйәбулатованың оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләүе, балалар донъяһын яҡшы белеүе уның мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәренең уңышын билдәләне. Юҡҡа ғынамы ни әҙәбиәт белгесе К. Әхмәтйәнов: “Башҡорт шиғриәтенең ғорурлығы шунда: уның сафында донъяла әсә күҙе менән ҡарай торған, заман заңын әсә ҡолағы менән ишетә торған, тормош шауын әсә теле менән һөйләй торған бер ижад бар. Ул ижад Кәтибә Кинйәбулатова исеме менән бәйләнгән. Балаларға әсә булып, әсәләргә бала булып өндәшеү шағирәнең поэзияһының төп һыҙаттарының береһе ул, тиһәк, бер ҙә яңылышмабыҙ”, – тигәйне.
Эй, сыйырсыҡ, сыйырсыҡ,
Кескәй генә төйөрсөк.
Бигерәк матур йөрәгең,
Ниндәй изге теләгең.
Йырлап торған, күңелдәргә яҡты нур өҫтәгән шиғырҙар бер нисә быуын балаларын тәрбиәләне лә инде.
К. Кинйәбулатованың ижадында заман, милләт, тыуған яҡ мәсьәләләре лә тулы бер поэтик образ булып, шиғриәтебеҙҙең фекер даирәһен киңәйтте генә. Шуға ла шағирәнең:
Арғужаҡай, һине ҡап урталай
Ярып сыҡҡан һайын Мейәскәйем,
Ярылырҙай була минең дә бит
ҡап урталай хәлһеҙ йөрәккәйем.
Эйе, шағирә йөрәге һәр ваҡиғаға ла һиҙгер, күңел донъяһы аша үткәрә. Хатта Кәтибә Кинйәбулатованың лирик героиняһы оло донъяға әсә күҙлегенән баға ла, көйөнөстәрҙе шатлыҡҡа әйләндерер өсөн эҙләнә, уйлана, тырыша.
Эй, сырылдап китте юғарыла
Бер ояла кескәй турғайҙар.
Ни ҡөҙрәт был!
Зәһәр ҡышта тыуған,
Сабый йәндәр!
Ә бит туңмайҙар.
/“Шыршы турғайы”/. Ниндәй шәп образ! Тап ошо шиғыр аша Кәтибә Кинйәбулатованың, тормошо ҡар-дауыллы, сатнама һалҡындан торһа ла, тормошҡа, донъяға йылмайып бағыуын күрәбеҙ.
Һарылғанда йөрәк һағышҡа,
Ишетелһә дуҫтар тауышы,
ҡайғы-шатлыҡтарҙы бүлешеп,
Йәшәгәндә шулай алышып,
Бәхет бар ул, бар ул, валлаһи!
Ижад юлы, ижад һуҡмаҡтары әҙәбиәтебеҙгә арҙаҡлы шағирҙар Ғ. Сәләм, М. Хәй, ҡ. Даянды биргән күлдәр иленең ырыҫы бай әле. Ижад ҡомары ла һүнмәгән. Шағирә:
Күрелмәне түгел,
Күрелде бит
Был донъяның ағын, ҡараһын да.
Бар теләгем:
Ғүмер юлҡайымдың
Шиғыр ғына булһын аҙағы ла.
Шиғри һуҡмаҡ. Кәтибә Кинйәбулатова башҡорт әҙәбиәтендә тәүгеләрҙән булып башлап ебәргән Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишеваларҙың юлын дауам итә. Уның бер шиғырында:
Исемдәрең ҡағыҙҙарға түгел,
Йөрәктәргә күптән яҙылған.
Инсафлығың, ғадилығың өсөн
Ғәжәпме ни һиңә табынһам! – тип Һәҙиә Дәүләтшинаға өндәшә икән, уйланырға урын бар. Ике шәхестең дә яҙмышында уртаҡ яҡтар бихисап: республикабыҙҙан ситтә тыуып үҫһәләр ҙә, телдең, милләттең рухи байлығын арттырыр өсөн көрәшеп, ХХ быуат фажиғәләренең яуыз һөрөмө ғаиләләрен пыран-заран килтерһә лә, ике көслө ҡатын-ҡыҙ юғарылыҡта ҡала алған. Ә ошо түгелме икән күҙгә күренмәҫ, күңел тойор баһалар?! Шуға ла бит шағирә:
Бик күп кәрәк, кәрәк кешегә,
Бына миңә, минең ишегә.
Юҡ, ул әйбер йәки мал түгел –
Алтын-көмөш йәки дан түгел,
Ул күп әйбер – йөрәк йылыһы,
Хыялдарға тулы бай күңел! – тип йөрәктәрҙе елкендерә. Ихласлыҡ та, эскерһеҙлек тә поэтик фекерҙең асылдарын асып бирә. Уйлап ҡараһаң, шағирәнең поэзияһы ошо йүнәлеште тағы ла бер юғары баҫҡысҡа күтәрҙе. Ә беҙ, ошо байлыҡҡа ҡыуанып һайрар ҡоштоң моңло йырҙарын тыңлап, ил инәһе Кәтибә Кинйәбулатоваға йөрәк йылыбыҙҙы, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәһәк ине!
Зәки ӘЛИБАЕВ,
БДУ доценты, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы.