19.06.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (14.06.2019)
* * *
– Онот һин ул уйнашыңды! Әйҙә, лутсы ҡорһаҡты тултырғансы тәмләп кенә ашап алайыҡ.
– Доктор, ә һеҙ ысынлап та психологмы?
* * *
Йәш драматург оло йәштәге тәнҡитсенән:
– Ағай, әйтегеҙ әле, яңы пьесама берәй яңылыҡ индерергә кәрәкмәйме? – тип һорай.
– Кәрәк. Минеңсә, hинең төп геройың аҫылынырға түгел, ә атылырға тейеш.
– Ни өсөн?
– Атыу тауышына тамашасылар уянhын өсөн...
* * *
Концерт залында ултырған малай hорай:
– Атай, ә ниңә анау ағай йырлай ҙа, ҡулы менән дирижерға күрhәтә?
– Үҙ ғәйебен уға япһармаҡсы булалыр.
* * *
Бер ханымды машина бәрә яҙып, эргәhенән бик ҙур тиҙлектә үтеп китә. Ханым, ҡурҡып, оҙаҡ ҡына ҡатып тора ла, милицияға шылтырата. Унан:
– Номерын иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙмы? – тип hорайҙар.
Ҡатын:
– Ниндәй номер ти, үҙем саҡ иҫән ҡалдым! Ә бына шофер мыҡты кәүҙәле, ҡара мыйыҡлы, сөм ҡара күҙле, ҡыҫҡа сәсле, шаҡ ҡатырлыҡ матур, аҡ футболкала ине.
* * *
Ир бармаҡтарын бөгә-бөгә, ғинуар, февраль, апрель, тип hанап, ҡышҡылыҡҡа бесән етерлекме-юҡмы икәнен тикшерә.
Быны ишетеп торған улы:
– Атай, hин бит мартты төшөрөп ҡалдырҙың, – ти.
Атаhы, бик ныҡ асыуланып, ҡолағынан эләктереп ала ла:
– Ҡыҫылмаhаң булмаймы ни? Бына хәҙер hинең арҡала малға бесән етмәйәсәк.