RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

28.08.2010 Тәжрибә

Яуапһыҙ мөхәббәт

Эй тулғана йөрәк күкрәгемдә,
Эй, тулғана, урын табалмай.
Ситлектәге ҡошсоҡ ирек эҙләй,
Ә күңелдә яра уңалмай.

Ярһый йөрәк. Ниңә ярһый икән?
Ниңә болоҡһойһоң, күңелем?
Кем ҡуҙғатты, тиеп һорамайым,
Уны үҙем генә беләмен.

Йөрәк яна, әрней, һағышлана,
Аҡыл уға ҡаршы төшһә лә.
Тыныслана алмай, үрһәләнә,
Аҡыл: «Онот уны!» – тиһә лә.

Айыҡ аҡыл менән уйлағанда
Былар барыһы, гүйә, буш нәмә.
Ә ҡылдарға кемдер ҡағылһа ла,
Һағышланып бағам эҙеңә!

Тырышһам да күпме һинең һынды
Йөрәгемдән юйып ташларға.
Иҫкә төшкән һайын ниңә һаман
Йөрәк тибеүҙәрем йышая?

Ана, китеп бара һинең юлың,
Минең дә бар атлар һуҡмағым.
Оноталһам ине мәңгелеккә
Һиңә һөйөү хисе булғанын.

Етерме һуң шундай көндәр,
Яндарыңдан тыныс уҙырлыҡ?
«Бәхетемде таптым инде. Һау бул.
Бәхетле бул!» – тиеп әйтерлек.

Көҙгө көн

Кеше күңеле көҙгө көнгә тиңдер;
ҡайсаҡ тора ул шат йылмайып,
Йә ул илай, ямғыр кеүек түгелеп,
Болот ҡаплап күктең сырайын.

Йөрәгеңдә шатлыҡ йөрөткәндән
ҡояш, гүйә, көлә нығыраҡ.
Бәхетемдән һауаларҙа осам,
Бөгөн күңелемдә көн сыуаҡ.
Мин илаһам, күктән ямғыр ҡоя,
Әллә миңә шулай тойола.
Көҙгө көн ул – кеше күңеле кеүек...
Япраҡ менән хистәр ҡойола.

***
Тормош ниндәй шарттар тыуҙырһа ла,
Кеше шуға түҙә, күнегә.
Студентлыҡҡа, ятаҡ тормошона,
Профессорҙың әсе һүҙенә.

Алһыҙ-ялһыҙ эшкә өйрәнә ул,
Күнегә ул сират көтөргә.
Күҙ алдында ишек япҡан мәлдә,
Тешен ҡыҫып боролоп китергә.

Барыһына кеше түҙә ала,
Яҡындары булһа янында.
Яңғыҙлыҡҡа ғына күнегә алмам,
Яңғыҙлыҡтан кеше тиҙ һына.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА,
БДУ студенткаһы.

ҡайын яҙмышы

Аҡ ҡайындың яндарында
Бәхетле инек беҙ ҙә,
Әле булһа һыуынмаған
Беҙҙең йөрөгән эҙҙәр.

Усаҡ яғып йылындыҡ беҙ
Шул ҡайынҡай янында.
Томан төшкәнен күҙәттек
Йәйҙең матур таңында.

Яттарҙы ла күрмәй инек
Һөйөү көслө булғанға.
Икебеҙҙең дә йөрәктәр
Шатлыҡ менән тулғанға.

Әммә яҙмыш пар итмәне,
Айырҙы ике йәнде.
Йәшен һуҡты аҡ ҡайынды,
Ул дөрләп-дөрләп янды.

Һөйгәнемә хат

Бирсе миңә, яҡты ҡояш,
Аҡ ҡағыҙ менән ҡәләм.
Һөйгәнемә еткерәйем
Күптин-күп ҡайнар сәләм!

Сабыр ит инде, елкәйем!
Алып кит минең хатты,
Ел-дауылдар уйнағанда,
Әллә хатым аҙашты.

ҡоштарым, осмай тороғоҙ!
Бик ҡабалан булмаһа,
Йөрәккәйем һиҙер минең,
Бик һағынып уйлаһа.

Күңелендә булғанды ул
Яҙһын яуап хаттарҙа,
Йә һөйләһен серен елгә,
Сәләм әйтһен ҡоштарға...

Илзидә НОҒОМАНОВА.
Белорет районы,
Йөйәк ауылы.

Кем һуң беҙ?

Әйтерһең дә, кисә генә,
Дәррәү «ура» ҡысҡырып,
Кинәнес һәм ләззәт алдыҡ
Мәсет-сиркәү ҡутарып.

Муллаларҙы һөрҙөк-аттыҡ,
Ленинды күккә сөйҙөк.
Беҙҙе яҡтыға әйҙәгән
Коммунистарҙы һөйҙөк.
Ә һуңынан (ҡарасы әле:
Бер быуат та үтмәне!)
«Ирек биргән» советтарҙы
Иҫәр генә һүкмәне!

Ең һыҙғанып, сәмәй эсеп,
Кире һалдыҡ мәсетте –
(Патентларға кәрәк ине
Бындай уңай кәсепте).

«Беҙҙе Алланан айырған
Ленинды тамуҡ йотһон»,–
Тип гәпләшеп, йома
һайын
Тапайбыҙ мулла йортон.

Кем икән беҙ ошонан һуң?
Икмәк ҡапмаҫ ахмаҡмы?
Ел ҡайҙа – шунда олағыр
Далалағы ҡамғаҡмы?

Бәлки, бола кешелеккә
Хужа тик ваҡыт, дәүер?
Шуны белһәм – үлер инем,
Валлаһи һәм әйтәүер...

***
Бер ни ҙә мәңге түгел шул.
СССР ҙа тарҡалды.
«Күктән төшкән»
иркенлеккә
Ябай халыҡ таң ҡалды.

Совет ҡотҡарҙы батшанан,
Ә былар – советтарҙан:
Була хәҙер баш тартырға
«Вождь» биргән
«завет»тарҙан.

Иректәрҙең дә иреге –
Демократия килде.
(Кемгә – ожмах,
кемгә нығ(ы)раҡ
Быуырға кәрәк билде).

Ирек алдыҡ. Тик бер бәлә –
Уны ҡайҙа ҡуйырға?
Мөлдөрәмә азатлыҡтан
ҡурҡмаҫбыҙмы туйырға?

Бығау-тышау һалған халыҡ
Үрле-ҡырлы һикерҙе.
Тик бығауҙы юғалтыуҙы
Бик тә ауыр кисерҙе.

Өйрәнмәгән шул халҡыбыҙ
Инструкцияһыҙ йәшәп.
Киндер, гашиш
ялҡтырҙы –
Опий бирегеҙ, йә мәк!

Бына шунда ваҡыт етте
Онотолған хәҙрәткә.
Бола-сола уны тарта
(Рәшә булыр бәҙрәфтә).

Һорау булһа – тәҡдим
көттөрмәҫ –
Донъя шулай ҡоролған.
Кисә алыпһатар ине –
Бөгөн сәллә ураған.

Итле, йомро алһыу йөҙлө,
ҡорһаҡ кәпәйгән алға.
Нишләптер таяҡ таянған –
Сыҡҡандыр алыҫ юлға.

Ә күҙҙәре... купецтыҡы,
Ундай күҙҙәр алданмаҫ.
Киҫһә – киҫер, аҫһа – аҫыр –
Тотҡан юлдан ялтанмай.

Эттәр һәм кешеләр

Эй, Муйнағым, һиндәй
ихлас йәнде
Таба алһамсы әҙәм
затында.
Тик һин генә, минең тоғро
дуҫым,
Алданмаҫһың көмөш-
алтынға.
Кешеләрҙе яҡын белгән
һайын,
Мин яратам нығыраҡ
эттәрҙе.
Йәшәһәк тә тағы йөҙ
быуаттар,
Йыуып булмаҫ беҙҙең
эскерҙе.

Әйҙә, аптыраһындар

Дошманыңдың, һине
сәйнәп,
Тештәре ҡанһыраһын.
Ә һин уға изгелек ҡыл –
Әйҙә, тим, аптыраһын!

Көнсөл күршең аҙым
һайын
Төртһөн дә аяҡ салһын.
Ә һин уға... рәхмәт еткер –
Әйҙә, бахыр таң ҡалһын!

Наҙан, нәфсе, ҡара йөҙҙәр
Юлдарыңа таш атһын.
Һин уларға... һаулыҡ
телә, –
Эй тегеләр шаҡ ҡатһын!

Этлеккә этлек ҡайтарыу –
Аҡылһыҙҙарҙың эше.
Эттәр менән эт булмаһаң –
Бар һиндә өмөт, кеше!

Дөрөҫ менән Ялған

Ошо икәү ғүмер баҡый
Берен-бере күралмай.
Ыҙғыша ла һуғыша, тик
Береһе яңғыҙ торалмай.

Дөрөҫ әйтә: «Һин – ялған!»
– ти,
«Үҙең шулай», – ти Ялған.
Бәхетлеләр шул икәүҙең
ҡап уртаһын табалған.

Кемдә хата, ә кем һуң хаҡ?
Кем сөм-ҡара, кем ап-аҡ?
Кемдә уңы, кемдә һулы,
Кем аҡыллы, кем ахмаҡ?

Шуны беләм, баш эйергә
Тейеш «Дөрөҫ» «Ялған»ға.
Аҡ төҫ йәшәй был донъяла
Тик ҡара төҫ булғанға.

Фаяз БАЙБАҡТИН.
Йылайыр районы,
Һабыр ауылы.


Ауылым – серҙәшем

ҡыйын миңә. Күңел әрней,
Түҙер әмәл ҡалманы.
Йөрәк тулай, шундай һыҙлай,
Әйтерһең, ут ялманы.

Барыһы ла – тел яраһы,
Киҫеп үтте бәғерҙе.
ҡул яраһы булһа әгәр,
Бер һыҙлап бөтөр ине.

ҡайҙан табыла нахаҡ һүҙ,
Ялғанлыҡҡа түҙмәйем.
ҡайҙа барып бәрелергә,
Һуғылырға белмәйем.

Минең өсөн был донъяла
Бөтәһе лә ялғандан.
Хатта бәндә ҡануны ла
Шул ялғандан яралған.

Моңһоу ҙа ғына Ай күктә
Аңлағандай күңелде.
Сабыр ғына йөҙ-күҙенән
Наҙлы нурҙар түгелде.

Йәшел бәрхәт табыны

Бейек тауҙың түбәһенә менеп,
Байҡайым да тирә-яғымды,
Хайран ҡалам гүзәл илкәйемә, –
Был бит йәшел бәрхәт табыны.

Тыуған ерем, табыныңда һинең –
Күркәм урман, татлы шишмәләр.
Бөркөт булып күккә ашып китәм,
Бар бәрәкәт бында тиһәләр.

Шуны онотмайым: был табында
Беҙ бары бер ҡунаҡ ҡынабыҙ.
ҡунаҡ булғас, тыйнаҡ булыу кәрәк,
Йәшел бәрхәт ерҙе һаҡлағыҙ!

ҡарағас

Аҡһаҡалы булып ауылымдың,
Әллә инде һаҡсыһы булыпмы,
Ғорур тора, юғарынан ҡарай,
Үткәндәрҙең тарихы шаһиты.

Ул йөҙйәшәр ағас күпме күргән...
Күргән быуаттарҙың ҡамсыһын.
Күпме күргән... Күргән ауылыма
Нигеҙ һалыусыны – башлығын.

Ауылыма ҡайтһам, ҡарт ҡарағас
Ил ҡапҡаһын ихлас шар асҡан.
Һәр бер ботағында – тарих бите,
Ә олоно күккә олғашҡан.

ҡайғы-шатлыҡтарҙан ынйы тиреп,
Сайырлы күҙ йәшен тамыҙып,
Ер биҙәге, ил һәйкәле булып,
Тора ағас, Ергә, илгә
Фанилыҡҡа таң ҡалып.


Лилиә МӘҮЛЕТШИНА,
Өфөнөң 128-се урта
мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай КӘРИМДЕҢ тыуыуына -100 йыл

Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)

08.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (4.10.2019)


Муйнаҡ (Хикәйә)

07.10.2019 - Әҙәбиәт Муйнаҡ (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)

02.10.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (27.09.2019)


Сылбырын миңә таҡмаһасы...

Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)

26.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (20.09.2019)


Хоҙайға илткән юл

22.09.2019 - Әҙәбиәт Хоҙайға илткән юл


Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)

18.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (13.09.2019)


Ҡарасман (Хикәйә)

14.09.2019 - Әҙәбиәт Ҡарасман (Хикәйә)


Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)

10.09.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (6.09.2019)


Һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә (Хикәйә)

Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...

31.08.2019 - Әҙәбиәт Һөйәркәгә өйләнмәйҙәр...


Матурлыҡ тураһында хикәйәт

Ирҙәр иламай бит ул...

24.08.2019 - Әҙәбиәт Ирҙәр иламай бит ул...


Яҡындарыңа кәрәгең булһын

Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)

15.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (9.08.2019)


Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)

09.08.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (2.08.2019)


Гороскоплы ҡыҙ йәки Керри бәбес

Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)

31.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (26.07.2019)


Ете диңгеҙ аръяғында табылған бәхет

Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)

24.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (19.07.2019)


Миҙаллының ҡайтыуы (Хикәйә)

Мал рәнйеше бәлә килтерә...

Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)

16.07.2019 - Әҙәбиәт Үәт, ҡыҙыҡ! (12.07.2019)