08.06.2019 Өй эйәһе
Өй эйәләре был ғаилә тураһында күптән хәбәрҙар. Нимәһе ҡыҙыҡ: хатта әҙерәк уларҙан шөрләңкерәй ҙә инеләр. Улар йәшәп киткән йорттар бер ҙә имен ҡалмай. Һуңғы мөйөштәре лә, шуҡ балалары ут сығарып, көлгә осто. Район хакимиәтенә был мәсьәләне социаль программа аша сираттан алда хәл итергә тура килде.
Тыштан да, эстән тә бик матур булһа ла, тыныс булмағанлыҡтан, берәү ҙә бында күсеп йәшәргә теләмәй. Хужаларҙың да өйҙәрен һатып ебәреүгә өмөттәре һүнгән. Һуңғы ышаныс ошо программаға инде. Шулай ҙа хужалар сетерекле хәл хаҡында был ғаиләгә әйтеүҙе кәрәк тапты.
– Ни бит әле... Йорт һәйбәт, кәнишне. Шулай ҙа бер яғы бар, тынысһыҙ, өй эйәһе бигерәк агрессив, берәүгә лә йәшәргә бирмәй. Килеп йәшәп ҡарайҙар ҙа задатоктарын алып, кире күсенә лә китәләр.
– Нимә? Өй эйәһе? Нимә әкиәт һөйләп тораһың бында? Һатҡың килмәйме? Ҡыҙғанып тораһыңмы? – тип башлап алып китте ғаилә башлығы, килешеүгә айыҡтырып алып килгәндәренә эсе бошоп, кемгә бәйләнергә белмәй торғанда.
– Әй, – тип ҡул һелтәне лә һатыусылар сығып китте. Ә буласаҡ хужабикә, яңаҡтары эскә батып һуҙылған битендәге тупайған күҙҙәрен шар асып улай-былай йүгертте лә, бер нәмә лә аңламай тороп ҡалды. Ә балалар әллә ҡасан йорт эсен пыран-заран килтерә ине. Ҡарт әсәләре ишек алдына инеү менән тупһаға ҡунаҡланы ла, ойоп ултыра бирҙе.
– Ишеттеңме, беҙҙе ҡурҡытмаҡ булалар, өй эйәһе тип. Күрҙеңме, мин бер ҡысҡырғайным, сығып та тайҙылар. Улар менән шулай һөйләшергә кәрәк. Атыу, беҙҙе алдаштырып, аҡсаны ҡулдарына төшөрмәксе булалар. Беләм мин уларҙы. Хәҙер бына, көтөп тороғоҙ, – тегеләр киткән яҡҡа танауын ике бармаҡ араһынан һыйпап, усына төкөрөп ҡуҡыш күрһәтте лә, еңеүсе ҡиәфәтендә күкрәген киреп баҫты. Һәм ҡапыл ғына шул мәлдә эскеһе килде. Бынау сама сәбәп барҙа эҙләнеп йөрөмәҫ инде, ҡатынды елтерәтергә кәрәк.
– Өләсәйем һөйләй торғайны, өй эйәһе ысын була, – тип һүҙ башлаған ҡатынына:
– Әйҙә әкиәтеңде төндә һөйләрһең, Шәһрезада. Бар, бер ярты алып кил, өй туйлайбыҙ, – тип екерҙе.
Ҡаршылашып тороу файҙаһыҙ икәнен белгән “Шәһрезада” өйгә инеп тә тормай магазинға китте.
Быларҙың барыһын да Алладин ҡыйыҡтың кескәй тәҙрәһенән күҙәтте. Башҡа өй эйәләре әллә көлөп, әллә хөрмәт итеп, уны шулай тип йөрөтә. Бында уға оҡшай, үтә ныҡ яҡты ла, ҡараңғы ла түгел. Үҙе күберәк ҡараңғылыҡты мөрхәтһенһә лә, яратҡан гөлөнә яҡтылыҡ кәрәк. Сөнки ул да тура ҡояш нурҙарын үҙһенмәй. Икәүһенә лә ошонда бик ҡулай. Сираттағы күсенеүселәр, матур итеп сәскә атҡандан һуң, япрағы-һабағы менән һулып ҡороғас, ҡара тупраҡлы көршәкте ҡыйыҡҡа ҡуйҙы ла онотто. Бер көн, ундағы сибек кенә үҫентенең шытып сығырға маташыуын күреп, һыу һипкәйне, үҫте лә китте. Йыл да ял итеп ала ла, сәскәләре менән ҡыуандырып тора. Бына ошо ояһында үҙ мәлен көтә. Уның ваҡыты хәҙер түгел. Төн еткәс. Көндөҙ ҙә әҙерәк өйҙәгеләрҙе өркөтөп алғанда була инде, ярай, бөгөнгә урынлашһындар әле. Ысынын әйткәндә, ҡаушаңҡырап, тәүге сығышты үҙе һуҙа ине. Исмаһам, уның барлығына ышанмау ғына түгел, шикләнеп тә ҡуймауҙары зитына тейҙе. Борон ул барыһын да дер ҡалтыратып тотто. Элекке замандарҙа хөрмәтле ҡунаҡтай булды, уның менән татыу йәшәргә тырышып, бүлмә мөйөшөнә – һөт, күсенер булһалар, ишек алдына калуш ултырталар ине.
Әҙ булһа ла, хәҙер ҙә бар әле унан шомланыусылар. Анау ғаилә ҡатыны, уның тураһында ишеткәс, бөтөнләй яңғыҙ ҡалманы. Ә бер көн эргәһенән үткәнсе алйып, көндәр буйы иҙән уртаһында Һыуһылыу һымаҡ сәсен тарап ултырыр булды. Бына икенселәре өлкәндәр ине, көҙгөлә әбейе өй эйәһен күреп ҡалып, йән бирҙе лә ҡуйҙы. Ә бәләкәй ҡыҙҙы нисек ҡурҡытты ул! Бер-ике тәҙрә пәрҙәһен елпеткәйне, телен йотто, һөйләшмәҫ булды. Үҙенең батырлыҡтарын иҫләп, өй эйәһе ирәйеп китте.
Шәһрезаданың ире бер ярты менән генә туҡтаманы. Ятып бөткәндәрен көтөп, Алладин үҙе саҡ йоҡлап ҡалмаған. Балалар тырым-тырағай, кемеһе ҡайҙа йығылған, ҡатын да, йонсоуы үҙәгенә үтһә лә, ире менән икәүһенә урын һалған булған. Уныһы әҙер түшәккә барып етеп тормаған, өҫтәлгә башын һалып мыҡырлап, һаман әллә кемгә әллә нимәләрҙе иҫбат итә-итә әүен баҙарында йөрөй. Сығырға ваҡыт! Майы бөтөп барған тәгәрмәстәй, шығыр-шығыр улай, былай үтте. Иғтибар итеүсе юҡ. Подшипниктары ҡойолорға торғандай шаҡылдап йөрөй башланы. Берәү ҡымшанһасы. Инде гранаталары китеп барған һымаҡ шартылдарға тотондо. О! Әбейҙең ишеге асылды. Һаңғырау тигән булалар.
– Улым, мә, мынау бурһыҡ майын быуындарыңа һөртөп ал, шағор-шоғор йөрөп, йоҡо бирмәйһең, – тип үҙенең тубығына һылап йөрөгән дарыуҙы тоттороп инеп китте. Мәсхәрә! Йөҙәр йыл йәшәгән өй эйәһен ҡалай кәмһеттеләр. Енләнеп, һауытты елгәрҙе лә, өй ҡыйығына менде.
Икенсе төндә йәшенеп телефонда уйнап ятҡан малайҙарға тап булып, теләһә нәмә сәпләй башлағастары, саҡ ҡасып ҡотолдо. Оят! Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Нимә эшләргә? Ҡатын ни, үҙе өрәк кеүек. Ысын исеме лә Шәһрезада түгел, Гөлсара. Ире уға Сара ти ҙә ҡуя. Бисара тиһәң, нығыраҡ килешә. Ябыҡ булыуы етмәгән, ҡолға һымаҡ оҙон. Кәүҙәһе ыңғайына һуҙылған йөҙөн һирәк кенә сәстәре тағы ла ҡуранысыраҡ күрһәтә. Килбәтһеҙ ҡул-боттары һәлпелдәп, нимәгә эләгеп торалыр, этем белһен. Кейем булһын өсөн генә нимә етте шуны өҫтөнә эләктереп ала. Башҡа оҫта хужабикәләр ундай кейемдән әллә ҡасан ултырғыс ябыуҙары эшләп бөттө. Уны ҡурҡытырға тип тырышырға ла кәрәкмәй, өнө менән төшөн айырмайҙыр әле. Шулай ҙа ҡыҙыҡ өсөн бер көн эргәһенә сығырға булды. Балаларының дуҫтарының береһе, тип уйланымы икән, битен йыуып, танауын һөртөп, өҫтөн ҡаҡҡылап, мәктәпкә һуңланың бит, тип сығарып ебәрҙе.
Бына нимә икән әҙәм ыстрамы! Нимә-нимә, ундайҙы уҡ көтмәгәйне. Башҡа ҡәрҙәштәре алдында абруйы төштө, бот сабып көлөрҙәр инде хәҙер! Ошо тирәне йөҙәр йылдар дер һелкетеп тотҡан данлыҡлы өй эйәһе мәсхәрәләнде. Башын тотоп, төшөнкөлөккә бирелеп, бер аҙна ятты. Өйҙә таралған һаҫыҡ еҫкә һиҫкәнеп тороп ултырҙы, тағы бер тапҡыр көсөн һынап ҡарарға булды. Имәнес албаҫты ҡиәфәтендә аҫҡа төштө. Йә, Хоҙайым! Нимә ул был? Тәне земберләп китте! Суҡынырғамы, уҡынырғамы? Ҡайҙа ҡасып йәшеренергә? Нимә ул был? Әллә кемме? Еҫенә түҙә алмай, танауын ҡапланы. Әсегән ашлы һыуға бер химикат ҡушып болғағандармы ни? Иң тәүҙә ҡаршыһында торған тәбәнәк кенә йәндең йөҙө күҙгә салынды. Битендә ике ҡаҙ йомортҡаһындай шешек, нәҙек кенә һыҙыҡтан ниҙер йызлай. Аҫтараҡ биш бешеремдәй йәйелгәне ауыҙҙы хәтерләтә.
– Мин! Мин был өйҙә хужа! Эйәһе лә, хужаһы ла мин! Белеп ҡуй! – тип билдәһеҙ зат ҡаршы сығып һелтәнә башлағас, өй эйәһе сәңкелдәп, иҙән аҫтындағы баҙға инеп китте. Бөттө, бөтәһе лә бөттө! Һулҡылдауын тыя алмай, ҡысҡырып илай башланы. Буҙлап ята торғас, әрнеүенә түҙмәй олорға тотондо. Яман менән өйҙәш булһаң, яу менән көн итерһең, тиҙәр. Ләкин өй эйәһенең яулашырлыҡ хәле юҡ ине. Тәрән депрессияға батты. Башҡа көндәрҙә лә, төндәрҙә лә кеше күҙенә артыҡ салынмаҫҡа тырышып, шым ғына йөрөр булды. Өләсәйҙәренең бурһыҡ майын да, үҙе иҙрәп радио тыңлағанда алып сығып, һөртә башланы. Балаларҙың каникулға сығып, лагерға китеүе үҙе бер байрам ине. Өй эйәһе онотолоп, хатта иркенләп ҡыҙырып йөрөргә әүәҫләнде. Бер ял көнөндә ҡатын ишаратының көҙгөләге һынына ҡарап йылмайып торғанын күреп, терт итеп ҡалды. Боҫорға урын эҙләй башланы.
– Ҡурҡма минән, – тисе. Уф-уф, улмы ҡойроғон бот араһына ҡыҫырға тейеш? Ни булды был донъяға? Киреһенсә, өйҙәгеләр дер ҡалтырап торорға тейеш түгелме? Шулай ҙа үҙенән башҡа берәү ҙә юҡлығына ышаныр өсөн йән-яғына ҡарап ҡуйҙы. Ул бит фиғел-шөғөлө менән әҙәм затына шом һалыусы ине. – Мин бит бик сибәр булдым. Ул матурлыҡ ҡайҙа булған? Бер ҡайҙа ла булмаған, ул миндә, бик төптә. Бары уны күрә белеүселәр генә юҡ. Бер заман миңә һоҡланып ҡараусылар кәмей башланы һәм бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Улар менән ҡуша минең һылыулыҡ та юҡ булды. Һомғол кәүҙәм ҡолғаға әйләнде, ҙур төпһөҙ зәңгәр күҙҙәрем тумпайып төҫһөҙләнде, нескә оҙон бармаҡтарым ҡыпһыуырҙай тырпайҙы, ебәктәй йомшаҡ сәстәрем уҡмашып, һаламдай ҡатты...
“Ҡуйсәле, һин сибәр булһаң, мин бөтөнләй матурлыҡ конкурсының еңеүсеһе,”– тип мыҫҡыллы ғына тыңланы өй эйәһе. Тик ҡаршы әйтергә ҡыйманы. Бахыр, бынау тормошынан хыялыйланғандыр инде.
– Ышанмайыңдыр инде. Юҡ, һин миңә ҡара әле ныҡлап. Шул һылыулыҡтың бер остоғон да күрмәҫһеңме икән?
«Уф, килде бит замана! Элек, күҙгә-күҙ осрашып ҡуймайыҡ, тип ҡасалар ине, хәҙер текләшеп ултырайыҡ, тиһендәрсе», – тип әсенеп уйланы ул. Ысынында, ҡатынға ныҡлап ҡарарға шыртлай ине. Ҡайҙан булһын унда һылыулыҡ һыҙаты? Ҡурамыс ҡына заттың нимәһе һоҡландырһын?! “Ҡуй инде, бисуранан саҡ ҡына матур булмаһаң,”– тип ҡарашын ҡатынға төбәп, үҙ алдына уйланып ултырҙы. Уны үҙенсә аңлаған бер ҡатлы ҡатын тыйнаҡ ҡына йылмайып ҡуйҙы. Ҙур күҙҙәре ҡыҫылып, йыйырсыҡтары нурҙай һуҙылды. Тешһеҙ ауыҙын оялсан ғына ҡымтып, сөрөш ирендәре матур ғына йәйелде. Эйәген аҫҡа эйеп, башын бер яурынына ҡырын һалып ебәргәйне, муйыны ла ыҡсымланды. Нисауа ғына икән былай.
Эйе, ғашиҡ бул иш-шеү, тип көлдө үҙенән. Көл-көл, көлкөң яңғырар әле, тиҙәр бит. Яңғырағанда ҡалай яңғыраны... Әллә ен бисә?! Ысынлап та, ул арбаны ла ҡуйҙы. Йөҙәр йылдар буйы бер йылы һүҙ ишетмәгән, шуға ла күңеле ҡатып, әҙәм затын күрә алмаҫлыҡ хәлгә етеп, уларҙы ҡотон алыуҙан ләззәт тапҡан был затҡа үҙ итеп өндәшеү ныҡ тәьҫир итте, ахыры. Ысын донъяла ла тупаҫ, кеше ҡыйыртһытып көн күрҙе. Уны яратыусы ла булманы, үҙендә лә кемгәлер ҡарата йылы хистәр йөрөтмәне. Нәҡ шундай дөрөҫ йәшәмәгәндәр башҡаларҙың тормоштарын күрһен өсөн йәндәре күккә осмай, өй эйәләре булып ҡалдырыла икән. Фетнәгә күтәрелгән ырыуҙаштарын эҙәрлекләп, ҡырып йөрөүсе каратель отрядына ҡушылып киткәс, атаһы, минән дә ундай бала тыуыр икән, тип аптыраған, тинеләр...
Бер оло яуҙа Үҫәргән башҡорттары еңелә. Һүрәм буйындағы ырыуҙың айыуҙар араһы Һаҡмар, Таналыҡ яғына юл тота. Эҙәрлекләүселәр араһында башҡорт шымсыһы булыуын аңдып ҡалған фетнәселәр уны һыбай сабып барған еренән ҡороҡлап төшөрөп, әллә күпме саҡырым һөйрәтеп барып, кәүҙәһен ҡарға-ҡоҙғондарға ем итеп ташлап китә. Артабанғы юлды ул өрәк булып дауам итә. Ҡыҙыл Мәсет яғынан дүрт улы менән күсенгән ҡартҡа эйәләшеп ала. XVIII быуат аҙағында Таналыҡҡа ҡушылған кескәй йылға буйына урынлашҡан был ғаиләнең әллә нисә быуынлыҡ тарихына шаһит ул.
Уйҙарҙын бүлдереп, тыш яҡта тауыш ишетелде. Ә-ә-ә, был хужа ҡайтты бит. Алып ҡайтҡан “яртыһы”нан ауыҙ итеп, ҡалғанын бер ергә тыҡшырмайса инмәй әле ул. Өй эйәһе шылырға өлгөрәсәк. Ләкин был юлы йәшенгеһе килмәне. Эсеп алған ир бисәһенә төрлөсә бәйләнә башлаясаҡ. Яҡын күрә башлаған йән эйәһен яҡлағыһы килеп китте. Һәр тауышҡа тертләп бөткән бисараның да йөрәге жыу итеп ҡалды. Икеһе лә, нимә булыр, тип ишек яғына ҡарап ҡатты. “Ҡурҡма, мин һинең менән,”– тине Алладин Гөлсараға.
– Нимә тораһың тексәйеп? – тип ир яуыз ҡарашы менән һөҙөп килеп инде.
– Юҡ, һин матур ҡарайһың, -- тине яҡлаусыһы ҡатынға.
– Ә! – йорт хужаһы әйләнеп кире килде, – Ошо бумалабашты әйтәһеңме?
– Һин бумалабаш түгел, сәстәрең ебәк кеүек, хуш еҫле!— тине өй эйәһе.
– Минең иҫкә бер төрлөнө һөйләйһеңме ул?
– Һин бик аҡыллы!
– Торма әле йәнемде көйҙөрөп, күҙҙәреңде аҡайтып! – тип аҡырҙы ир бисәһенә.
– Күҙҙәрең нурлы, ҡарашың яғымлы! Көйҙөрмәйһең йәнемде лә, йөрәгемде лә утҡа һалып яндыраһың!
– Кит, юғал күҙ алдымдан, эшкинмәгән бисә, күргем дә килмәй һине!
– Һин дан ҡатын! Һин иң яҡшыһы! Һин иң матуры!
Ир күҙҙәре аларып, ярһығандан-ярһыны, балаларының әсәһен, әллә нисә йылдар түшәк бүлешкән кәләшен төрлөсә йәберләне. Уның һүҙҙәре хәләл ефетенең йөрәген телгеләне, күҙҙәре йәшкәҙәне, дер-дер ҡалтыранды. Ә өй эйәһе байтаҡ ваҡыттан бирле тик бер һүҙҙәрҙе генә ҡабатлай ине: “Мин һине яратам, мин һине яратам, мин һине яратам...” Бер мәл ажғырған тауыш араһынан был шыбырлауға күскән өндәр ҡатын ҡолағына салынды. Уның зиһенендә аҡырыу-баҡырыуҙар алыҫлашып, яйлап тоноҡланды, ә был һүҙҙәр айырым-асыҡ яңғырай башланы. Ҡолаҡҡа ғына түгел, күңеленә, йөрәгенә май булып яғылған был һүҙҙәрҙе ғүмере эсендә тағы бер тапҡыр ишетеүенә үҙе ышанманы. Күҙҙе әсеткән төтөн ҡапыл таралып киткәндәй, ҡатын иркен тын алды, йөҙө асылды. Әр яуҙырып, туҙынған ире, әйтерһең дә, кесерәйеп юҡҡа сыҡты. Бушҡа ҡаңғырыуын ғаилә башлығы ла һиҙеп ҡалды. Ҡаршылашыусы булмағас, баҫыла төштө. Шулай ҙа гәзиттәгесә мәз килеп, талашып, һуғышып ҡуймағас, үсе ҡанманы. Тағы бер-ике әшәке итеп һүгенеп, тегенеһен, сәпсим буш булмаһын, тигәндәй, ҡатын этеп ебәрҙе. Бер ниндәй ҙә реакция булмағас, аптырап, боҙ уйыламы, юҡмы икәнен тикшергәндәй, тағы төртөп ҡараны. Шунан бер аҙ тынлыҡты тыңлап торҙо ла, әллә үҙенән уңайһыҙланып,тышҡа сыҡты. Йәшергән “сусҡа башы”н төпләп ҡуйырға булды.
Күптәрҙең тормошо ошолай талашып-тартҡылашып, рингтағы кеүек үтә.Тәүҙә бер-береһенә, мин һине яратам, тип әйткән һайын әйткеләре килә. Шул һүҙҙәрҙе ҡабатлап ҡына түгел, бер-береһен яратып та туя алмайҙар. Ҡыҙыҡ икән әҙәм балаһы, Еңәм, тип мәғәнәһеҙ алышыуҙар кемгә кәрәктер? Яп-яҡты донъяларындағы утты һүндергәндәр ҙә, кире нисек яғырға белмәй, ҡараңғылыҡта боҫошоп, бер-береһен алдап, отоп көн күрәләр. Өй эйәһе ни, улар ни... Бер ниндәй ҙә айырма юҡ. Ысынында һәр икеһенең дә, ғәфү ит, һин дөрөҫ әйтәһең, тигән һүҙҙәрҙе генә ишеткеһе килә. Йөрәктәр алыҫлашһа, күпме ҡысҡырһаң да бер-береңде ишетмәйһең, тиеүҙәре дөрөҫтөр.
Былайтып йәшәү үҙәгенә үткәнлектәнме:
– Эх-х-х” – тип асырғанып, ир шешәһен онтай һуҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Үҙенә-үҙе аптырап китте. Ҡатыны булһа, әллә ҡасан, ҡолаҡ төбөнә эләктереп ебәрер ине. Үҙе ярҙы, берәүгә ла асыулана алмай.
Ошо көндән алып ир Гөлсараһында үҙгәреш һиҙә башланы. Уның аҡырыуҙарына ҡото осоп, дер ҡалтырап тормай. Йөҙөн йылмайыу йышыраҡ балҡыта башланы. Нишләп тиктомалдан бит остары ҡыҙара икән, тиһә, үҙе буяп йөрөй икән дә. Аптыраҡ. Сәстәрен ҡырҡып, рәткә килтерелде. Теш ҡуйҙырырға булып китте. Күмәк бала тапҡандарға бушлай икән. Ике яҡ туғандарынан ҡалған алама кейемдә түгел, яңынан алып кейә. Ҡайҙа барһа ла сыр-сыу килеп эйәргән балаларһыҙ, күберәк яңғыҙ йөрөй.Ул-был йомоштарына һуҙа баҫып сабыуламай, эшһеҙ кеше кеүек яйлап, иркенләп кенә барып килә. Хатта машина йөрөтөргә таныҡлыҡ алып ебәрҙе.
Был үҙгәрештәр ирҙе һағайтты. Үҙенә иғтибар кәмене. Элек ҡайтмайыраҡ йөрөһә, ҡатыны эҙләй башлай, бер ерҙә эсеп ятһа, аҙаҡ үҙенә эләгеүен белһә лә, уй-вайына ҡуймай, һөйрәкләп алып ҡайта ине. Юрамал урам буйында оҙағыраҡ һәптәңләргә тырыша. Барыбер түҙемлеге етмәй, был бисә тағы нимә уйлап сығарған икән, тип ҡайтыу яғын ҡарай. Ә ул ни, эстән көйләй-көйләй ниҙер бешерә. Әсәһенең радиоһы ла аш бүлмәһенә сығып ултырған, үҙе лә шул тирәлә булыша. Быларҙың тормошо һәүетемсә китеп бара түгелме? Ә минсе, тине лә төшкө ашҡа йыуынып-ҡырынып, таҙанан кейенеп сығырға булды. Килеп кенә сыҡҡайны, ҡатын уны күреү менән пырх итеп ҡалды. Көлөүен тыя алмай, газ плитәһе яғына боролдо. Әсәһе лә кинәйәле генә йылмайып ҡуйҙы. Ә балалар ни, бармаҡ төртөп, шарҡылдашты. Был ни хәл, тип ир аптырап, ингән ерҙәге көҙгөгә сығып ҡараны ла, үҙе лә түҙмәй көлөп ебәрҙе. Нисә йылға бер рәхәтләнеп көлөшөп алдылар. Унда ябыҡ, бәләкәй буйлы, һаламға борсаҡ йәбештергәндәгеләй, һыра ҡорһаҡлы берәү тора. Ҡояшҡа янған ҡап-ҡара йөҙөнөң ҡырынған урыны ғына ап-аҡ. Буй һыҙыҡлы үзбәк футболкаһы аҫтына кейгән шортиктан оҙонораҡ, салбарҙан ҡыҫҡараҡ бриджиһы ҡиәфәтен тағы ла көлкөлөрәк итә. Етмәһә, бынау аҡ эшләпәһен кейеп алған.
Өй эйәһе үҙен онотоуҙарына һис тә бошманы. Сәскә атҡан гөлөнә һыу ҡоя-ҡоя үҙенә оҡшап ҡалған бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Мин һине яратам...” Уның һынауы йөҙәр йылдарға һуҙылған ошо ерҙә тамамланды. Гөлөн яҡты бүлмәгә сығарып ултыртты ла, тәҙрә аша һуҙылған нурға ҡаршы осто. Ваҡыт-ваҡыт ҡатындың ҡолағына был һүҙҙәр әле лә сағылып ҡала: “Ә мин һине яратам...”