27.05.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (24.05.2019)
* * ** * *
Уҡытыусы коллегаһына зарлана:
– Эй, миңә аңра балалар эләкте инде. Теореманы аңлатам – аңламайҙар. Икенсе тапҡыр аңлаттым. Барыбер аңламайҙар. Өсөнсө мәртәбә аңлатҡанда үҙем дә аңланым, барыбер аңламайҙар.
* * *
– Үҫешкән предприятие менән банкрот сигенә еткән ойошма нимәһе менән айырыла?
– Бухгалтерҙарҙың фантазияһы менән инде!
* * *
Ҡатыны – иренә:
– Ҡәҙерлем, һин «Нисек итеп 100 йәшкә тиклем йәшәргә?» тигән китап алып ҡайтҡайның. Шуны һис тә таба алмайым.
– Әсәйең уҡый башлағас, мин уны сығарып ташланым.
* * *
Ире – ҡатынына:
– Татлы емешем, һинән бер нәмә һорайым әле.
– Һора һуң, ҡәҙерлем.
– Һин мин үлгәндән һуң бүтән бер кемде лә яратмаҫҡа ант итә алаһыңмы?
– Әгәр үлмәһәң?
* * *
Суд бара.
– Ҡатын-ҡыҙ булып кейенгән кешенең енәйәтсе икәнен ҡайҙан белдегеҙ?
– Ул бер витрина янында ла туҡтаманы.
* * *
Төндә ир кеше ниндәйҙер тауыштан уянып китә. Күҙен асһа, берәү шкаф тартмаларын аҡтарып маташа.
– Эй, һин нимә эҙләйһең унда?
– Аҡса!
Ир боролоп ята:
– Тапһаң – уят.
* * *
Рушан мәктәптән ҡайтҡас, атаһы:
– Улым, һине бөгөн таҡта янына саҡырҙылармы?
– Эйе.
– Йә, шунан?
– Иртәгә һине саҡыралар.
* * *
– Аҙағы күңелһеҙ тамамланған бер китап уҡыным.
– Ниндәй китап һуң ул?
– Минең һаҡлыҡ кенәгәм.