21.05.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (17.05.2019)
* * *
– Иҫереп йығылһам, өйгә илтеп ҡуйһындар тип, һәр ваҡыт кеҫәмдә яҙыу йөрөтәм.
– Ниндәй яҙыу инде ул?
– Өй адресы: Париж, Монмартр урамы…
– Һин бит Өфөлә йәшәйһең!
– Эйе, шунда йәшәйем. Әммә шулай ҙа бер тапҡыр Парижға илтеп ҡуйғандары булды.
* * *
– Ир менән ғүмер кисереүем һөжүмгә әҙер торған һалдатты хәтерләтә.
– Шул тиклем көслө итеп яратышаһығыҙмы ни?
– Улай түгел. Ҡыҙмаса ҡайтһа, йоҙроҡ уйната торған ғәҙәте бар. Сығып һыҙырға еңел булһын өсөн кейенеп йоҡларға тура килә…
* * *
– Әгәр берәйһе һеҙҙең эскәмйәләге эшләпәгеҙгә ултырһа, һеҙ нимә әйтер инегеҙ?
– «Күҙең сыҡҡанмы әллә, хайуан!» – тип әйтер инем. Ниңә улай һорайһың әле?
– Сөнки һеҙ минең эшләпә өҫтөнә ултырҙығыҙ.
* * *
Курсанттарҙы бер сафҡа теҙеп, полковник аҡыл өйрәтә:
– Әгәр һеҙ командирығыҙҙың бойороғон иҫтә ҡалдыра алмаҫлыҡ дәрәжәлә икәнһегеҙ, блокнот һатып алығыҙ ҙа, минең кеүек яҙып барығыҙ!
* * *
– Һеҙҙең ҡыҙығыҙға өйләнергә теләйем!
– Ҡатын менән һөйләштеңме әле?
– Миңә ҡыҙығыҙ нығыраҡ оҡшай.
* * *
Адвокат – клиентҡа:
– Минән бер нәмә лә йәшермәгеҙ. Баҫып инеп, банктан бер миллион һум аҡса алыуығыҙ дөрөҫмө?
– Ант итәм, юҡ!
– Ул ваҡытта мин һеҙҙе яҡлауҙан баш тартам. Кем миңә гонорар түләр?
* * *
Ҡатыны төндә һаташып уяна ла ирен төрткөләй башлай.
– Шыл тиҙерәк, ирем ҡайтты!
Ир күлдәк-ыштанын эләктерә лә тәҙрәнән һикерә. Үҙе осоп бара, үҙе уйлай: «Туҡта, мин кем булып сығам һуң улайһа?»