24.04.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (19.04.2019)
* * *
Балалар теш табибы кабинетына инә.
– Теш алдырырға килгәйнем, – ти берәүһе.
– Ә ҡалғандар бында нимә эшләй?
– Ә улар минең нисек ҡысҡырғанды тыңларға килгән.
* * *
Ике ҡатын һөйләшә.
– Эй булдыҡлы ла инде ирем. Ике көнгә балыҡҡа китә лә, шул арала тотҡан балығын йә тоҙлап, йә туңдырып, йә консервалап уҡ алып ҡайта.
– Минеке лә шулай итә ине. Бөгөн «суртаны», һинән ауырлымын, тип шылтыратып ята…
* * *
Бер ир балыҡ ҡармаҡлап ҡайтҡас, ҡатынына:
– Үәт, әй, һаран кешеләр була ла инде! Егеттәр менән алдан, кем беренсе булып балыҡ тота, шул һыйлай, тип килешкәйнек. Нисек булған тип уйлайһың? Шакирҙың ҡармағы тартыла, ә ул иҫе лә китмәй ултыра. Ғарифтың да ҡалҡыуысы балыҡ эләгеүен хәбәр итә, ә ул күрмәмешкә һалыша. Үәт, һарандар!
– Ә һинекенә ҡаптымы һуң? – тип ҡыҙыҡһына ҡатыны.
– Мин алйотмо әллә? Ҡармаҡҡа селәүсен ҡуйып та торманым.
* * *
Ғилман дуҫына маҡтана:
– Үткән шәмбелә ҡоҙа менән ныҡ ҡына һыйланғанбыҙ. Ял көнө үҙемде яңы тыуған сабый кеүек хис иттем.
– Эсемлегегеҙ яҡшы булғандыр…
– Юҡ. Мине баҡсалағы кәбеҫтә араһынан табып алғандар.