17.04.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (12.04.2019)
* * *
Колхоз рәйесе Фазыл Нәғимович өйгә ҡайтып ингәс, киң йылмайып:
– Мине эштән ҡыуҙылар! – ти.
Ҡатыны аптырап:
– Шуға шатланып ҡайтып киләһеңме?
– Башҡаларҙы ултырттылар!
* * *
Урамда эскәмйәлә ике ҡа-а-арт ҡына күрше әбей ултыра. Береһе икенсеһенән һорай:
– Минең исемемде хәтерләйһеңме?
Икенсеһе уйға бирелеп:
– Һиңә яуабы бик ашығыс кәрәкме?
* * *
Ире һунарҙан ҡайтып килә. Ҡатынына шылтырата:
– Сәриә, был мин. Ҡайтып киләм...
– Һунар нисек үтте, бәғерем?
– Яҡшы ғына. Бер-ике ай самаһы ит һатып алмаясаҡбыҙ.
– Оһо! Берәй мышы алдығыҙмы әллә?
– Ниндәй мышы булһын, эш хаҡын эсеп бөттөм…
* * *
Ювелир магазинына бер ир килеп инә. Һатыусы ҡыҙ:
– Алай ҙа индегеҙ! Тиҙҙән 8 Март һәм шул уңайҙан беҙҙә ҙур ташламалар ҡаралған! Йөрөгән ҡыҙығыҙға берәй нәмә алығыҙ. Бына йөрәк рәүешендәге кулон, һөйөклөгөҙгә бик оҡшаясаҡ, тип уйлайым...
Ир:
– Минең йөрөгән ҡыҙым юҡ.
Һатыусы:
– Нисек инде?! Шундай сибәр, бәһлеүән кәүҙәле, оҙон буйлы ир-ат һәм йөрөгән ҡыҙығыҙ юҡ?! Ниңә?
– Бисәм рөхсәт итмәй.