19.03.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (15.03.2019)
* * *
Концертта Марат атаһынан һорай:
– Атай, ниңә теге ағай апаһына орсоҡ менән һелтәнә?
– Ул һелтәнмәй, ә дирижерлыҡ итә.
– Ә ниңә улай булғас апай ҡысҡыра?
* * *
– Атай, циркка барайыҡ әле?
– Ваҡытым юк.
– Малайҙар, унда бер яланғас апай юлбарыҫҡа менеп саба, тине.
– Ярай, барайыҡ. Күптән юлбарыҫ күргән юҡ.
* * *
Ғәли – әсәһенә:
– Әсәй, атайҙың машинаһын һорауһыҙ алдым да, бағанаға төкөттөм.
– Атайың нимә тип әйтте?
– Һүгенеү һүҙҙәрен төшөрөп ҡалдырырғамы?
– Әлбиттә!
– Ул өндәшмәне…
* * *
Ҡалала ир менән ҡатын мунсаға килә. Әммә администратор ҡатын икеһен бер номерға индереүҙән баш тарта.
– Нисек инде? – тип аптырай ире. – Был бит минең законлы ҡатыным!
– Уныһы минең өсөн әһәмиәтле түгел. Сәбәбе башҡа. Был ҡатын бөгөн дүртенсе тапҡыр инде бында килә. Самаһын белергә кәрәк!
* * *
Доктор йәш ҡатын ятҡан палатаға инә:
– Хәйерле иртә, сисенегеҙ.
– Мине инде һеҙҙең коллегағыҙ ҡараны һәм «һеҙ яҡшы формала» тине.