12.03.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (7.03.2019)
* * *
Ҡыҙ – егеткә:
– Минән башҡа һинең берәйһе менән үбешкәнең булдымы?
– Ҡайҙан булһын, юҡ! Иҫләнем, бер тапҡыр ғына. Уныһы ла ҡунаҡтар «Әсе!» тип ҡысҡырғанда ғына.
* * *
– Капитан, һеҙ нимәгә ҡайғырып ултыраһығыҙ?
– Эй, телевизорҙағы викторинала беренсе призды оттом.
– Шуның өсөн ҡайғырмайҙар инде!
– Икенсе һәм өсөнсө урынға аҡса бирҙеләр, беренсе урынға – беҙҙең теплоходта круиз.
* * *
Күрәҙәсе:
– Һеҙ илле йәшкә тиклем аҡсаһыҙ интегерһегеҙ.
Клиент:
– Һуңынан ғына байырмынмы икән?
– Юҡ. Һуңынан аҡсаһыҙлыҡҡа өйрәнеп китерһегеҙ…
* * *
– Минең этем шундай аҡыллы: ишек янына килә лә шылтырата.
– Ә минеке шылтыратмай.
– Аңғыра икән этең…
– Юҡ та… Асҡысы менән үҙе асып инә.
* * *
– Мин үлеп бокс яратам. Хатта шул спорт төрө арҡаһында байыным.
– Һеҙ билдәле бокссымы әллә?
– Юҡ. Мин – теш табибы.