05.03.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (1.03.2019)
* * *
Бер ҡатын магазиндағы һатыусы менән ирешергә килгән.
– Малайға 2 кило шоколад ал тип аҡса биргәйнем. 1 кило ғына алып ҡайтҡан. Ниңә улай кеше алдайһың?!
Һатыусы:
– Малайыңды үлсәп ҡара!
* * *
Ике дуҫ осраша. Береһе ҡайғылы төҫ менән:
– Кисә мин автомобилемде юғалттым, – ти.
– Нимә, урланылармы ни?
– Ҡатын «права» алды…
* * *
Ике турист ҡунаҡхана номерына килеп инә лә, йыйыштырылмаған бүлмәне байҡап:
– Был сусҡа ояһының хаҡы күпме? – тип һорай.
– Бер сусҡа өсөн – 2500, ике сусҡа йәшәһә – 4000 һум.
* * *
Яңы йыл, байрам табыны. Өҫтәлдән сәнске төшөп китә. Ул осоп барышлай, инде иҙәнгә төшөп еттем тигән ерҙә ғаилә башлығы тотоп ҡала...
– Уф-ф-ф!.. Аллаға шөкөр, бөгөн башҡа бер ниндәй ҙә ҡунаҡ килмәй икән.
Шунда бүлмәгә бәләкәс ҡыҙҙары йүгереп килеп инә:
– Атай! Тиҙерәк! Унда беҙҙең ҡатта Хәлимә инәй лифттың ишектәренә ҡыҫылып ҡалған.