22.01.2011 Үәт, ҡыҙыҡ!
Бер ханым танышына ҡунаҡҡа килә. Сәй эсергә ултыралар.
– Һин сәйҙе ҡуйы итеп эсәһеңме? – ти хужабикә.
– Өйҙә шыйыҡ, ә кешелә ҡуйы булһа, яҡшыраҡ инде, – тигән ҡунаҡ.
* * *
Бәләкәй ҡыҙ – әсәһенә:
– Әсәй, кешеләр ерҙән сығамы ни?
– Һин нимә, ҡайҙан ундай нәмәне уйлап таптың? – тип аптырай әсәһе.
– Ниңә һуң улайһа атайымдың ағаһы, һин ул ҡатынды ҡайҙан соҡоп алдың, ти.
* * *
Полковниктың мейеһенә операция эшләйҙәр. Хирург мейенең өҫкө өлөшөн ала... Тап шул ваҡытта штабтан бер һалдат йүгереп килеп инә лә:
– Иптәш полковник! Һеҙгә генерал-майор исеме бирҙеләр, – ти.
Полковник һикереп тороп, фуражкаһын эләктерә лә ишеккә табан йүгермәксе була. Артынан хирург:
– Иптәш полковник, ә мейегеҙ? – ти.
– Хәҙер ул миңә ни бысағыма кәрәк, – ти полковник.
* * *
Милиционер «яңы урыҫ»ты туҡтатып, багажнигын асырға ҡуша. Тегеһе аса, ә унда – Калашников автоматы.
– Был нимә? – ти милиционер.
– Калькулятор.
– Юҡ, калькулятор бәләкәй һәм төймәле була, – ти «гаишник».
– Уныһы бит баштағы иҫәп-хисап өсөн!.. – ти ир.
* * *
Студент ҡыҙ Адам Смиттың иҡтисади теорияһы буйынса билет һорауына яуап бирә. Бөтә нәмәне кемдәндер тиҙ арала ҡыҫҡартып күсереп яҙғанлыҡтан, Смиттың исемен белмәй. Шуның өсөн һүҙ һайын «А. Смит» тип һөйләй.
– Исеме нисек һуң уның? – ти аптыраған профессор.
– Э-э...
– Һуң, тәүге ирҙең исеме нисек? – тип һаман ныҡыша профессор.
ҡыҙ, онотолоп китеп:
– Илгиз, – ти.
* * *
– Әгәр ҙә чиновниктарға метрола йөрөргә бойороҡ бирелһә, нимә булыр ине икән?
– Тәүҙә бөтәһе лә яҡшы буласаҡ, ә аҙаҡ ҡаршы юлдан да елдереүсе «мигалкалы» махсус вагондар барлыҡҡа киләсәк.
* * *
«ҡыҙҙарҙың йә сибәр, йә аҡыллы булыуы бөтәһенә лә билдәле. Әммә матурҙарының компьютер менән эше бик аҡһай. Шуның өсөн дә танышыуҙар сайтына тик аҡыллылар ғына эләгә».
* * *
– Йәмәғәт, ҡатын-ҡыҙҙың күҙе иренең пинжәгендәге сит ҡатын-ҡыҙ сәсен биш метрҙан күрә алыуы, ә бер метрҙа ғына торған гараж ишегенә күрмәйенсә килеп бәрелеүе нимәне аңлата икән?