19.02.2019 Үәт, ҡыҙыҡ! (15.02.2019)
* * *
– Ҡарап-ҡарап торам да, һеҙ көн һайын ресторанда, лейтенант, – тип төрттөрә полковник. – Бына минең ундай урындарға йөрөргә аҡсам етмәй.
– Аҡсағыҙҙы ҡайҙа ҡуяһығыҙ һуң?
– Алып ҡайтып ҡатынға бирәм. Ә инде ул миңә күпме бирә – барыһы ла минеке.
– Эх, ҡатын-ҡыҙҙың яйын белмәйһегеҙ һеҙ, полковник. Арттан килеп, йомшаҡ ҡына итеп иңдәренән ҡосоп алаһығыҙ ҙа, муйынынан үбәһегеҙ һәм һорайһығыҙ. Аҡса һеҙҙеке буласаҡ.
Полковник, өйөнә ҡайтҡас, лейтенант өйрәткәнсә эшләй. Арттан килеп ҡосаҡлап ала ла, ҡатынын наҙлап ҡына муйынынан үбә.
– Нимә, лейтенант, тағы аҡсаң бөттөмө?
* * *
Егет – ҡыҙына:
– Һөйөклөм, теләйһеңме, мин һиңә Айҙы ла, күктәге йондоҙҙарҙы ла бүләк итәм!
– Бер тин дә аҡсаң юҡмы ни, бәғерем?
* * *
– Ниңә күҙҙәрең ҡыҙарған?
– Ҡойма ярығынан ҡарап тора инем, күҙгә төрттөләр. Хәҙер икеһе лә ауырта.
– Икенсеһе нимәгә ауырта?
– Кем төрттө икән, тип ҡарамаҡсы инем...